Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 15:59

Мин күргәндәрҙе берәү ҙә күрмәһен!

ТИК МАЛИЯҒА,ҮКЕНЕСКӘ КҮРӘ, МӘКТӘПТЕ ТАМАМЛАРҒА НАСИП БУЛМАЙ. БАЛАЛЫҠТАН СЫҒЫП ТА ӨЛГӘРМӘГӘН ҠЫҘ УН ӨС КЕНӘ ЙӘШЕНДӘ ХЕҘМӘТ АРМИЯҺЫНА АЛЫНА. КЛАСТАШЫ ҒИЛМЕТДИНОВ МӨЖДӘБӘ МЕНӘН ИКЕҺЕНЕҢ КӘҮҘӘЛӘРЕ БАШҠА БАЛАЛАРҘЫҠЫНАН ҘУРЫРАҠ БУЛҒАС, ҮҘҘӘРЕНӘ БЕРӘР ЙӘШ ӨҪТӘП, РИЗАЛЫҠТАРЫН ДА ҺОРАП ТОРМАЙ,АЛЫП ТА КИТӘЛӘР.

Сулпан Миңлебаева.
(Һуғыш ветераны МАЛИЯ АҒЗАМ ҠЫҘЫНЫҢ аманаты)


Еңеү көнө яҡынайған һайын, миллионлап һәләк булған ир-егеттәр менән бер рәттән,һуғыш ваҡытында ил тотҡаһы булып ҡалған ҡатын-ҡыҙ,уларҙың балалары иҫкә төшә. Күпме балалар һуғыш барған ерҙәрҙә, тылда астан һәләк була. Күбеһе ололар менән бер рәттән көндө төнгә ялғап, колхоз баҫыуҙарында, заводтарҙа тир түгә.Быуыны ла нығынып етмәгән үҫмерҙәрҙе урманға ағас ҡырҡырға ла ебәргәндәр.


... Әбйәлил районының Туйыш ауылында 1928 йылдың март айында Ағзам менән Ғәйшә Махияновтарҙың татыу ғаиләһендә икенсе бала булып, бик матур ҡыҙ донъяға килә.Уға Малия тип исем ҡушалар.Һуғыш башланған ваҡытта Малияға ни бары ун өс кенә йәш була. Уның Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Гөлшат Минигалина һөйләүенсә, әсәләре өс класлыҡ белемде Туйыш мәктәбендә алған. Уҡытыусылары Закирова Мәүлиха инәй була. Аяҡ кейеме булмағанлыҡтан, күпселек балалар шыбалаға мейестән һоҫоп ҡына йылы көл һалып алып, үҙҙәре йөрөгән юл һәм һуҡмаҡҡа шул көлдө һибә-һибә, ҡыҙарып бөткән аяҡтарын йылыта-йылыта, ҡалҡыулыҡта ултырған ағас мәктәпкә уҡырға йөрөр булғандар. Зирәк ҡыҙ мәктәптә бик яҡшы уҡый, кейергә аяҡ кейеме булмаһа ла, уҡырға бик теләп йөрөй.

Тик Малияға, үкенескә күрә, мәктәпте тамамларға насип булмай. Балалыҡтан сығып та өлгөрмәгән ҡыҙ ун өс кенә йәшендә хеҙмәт армияһына алына. Класташы Ғилметдинов Мөждәбә менән икеһенең кәүҙәләре башҡа балаларҙыҡынан ҙурыраҡ булғас, үҙҙәренә берәр йәш өҫтәп, ризалыҡтарын да һорап тормай, алып та китәләр.

Үҫмерҙәрҙе Магнитогорск ҡалаһынан эшелонға тейәп, ул ваҡыттағы Молотов (Пермь) өлкәһе Березники ҡалаһына ебәрәләр. Ҡалала уларҙы оҙаҡ тотмайҙар, ризыҡ һалынған муҡсаларын йөкмәттереп, алыҫта ҡарайып күренгән урманға ҡарай алып китәләр.

Урман эсендә олораҡ ирҙәр ер ҡаҙып, ағас йығып, ер иҙәнле землянкалар, барактар төҙөп,эш башлағандар. Ҙур тракторҙар улар әҙерләгән ағастарҙы алып китеп торғандар. Һуңыраҡ та, тағы ла бик күп ерҙәрҙә траншеялар,тәрән соҡорҙар ҡаҙғандар. Көнө буйына норма менән өс йөҙ грамм икмәк ,кәбеҫтә һурпаһы бирелгән. Соҡор ҡаҙып бөткәс, Кама буйына пароходҡа тоҙ тейәргә йөрөткәндәр.Тоҙҙо иң алда арбаға, һуңынан пароходҡа тейәгәндәр. Малия ла, ололар менән бер рәттән, ошо ауыр эштәрҙең барыһында ла ҡатнашҡан.

Әбйәлилдән бында өс кеше булған. Береһе ауырып ҡайтып киткән. Күпмелер ваҡыттан һуң, класташы Мөждәбәне һуғышҡа алғандар. Малия сит ерҙә, сит кешеләр араһында, бала ғына килеш, япа-яңғыҙы тороп ҡалған. Тыуған яғын, туғандарын һағынып йыш ҡына илап та алыр булған.Ҡайҙандыр ҡағыҙ табып алып, көндәлек яҙа башлаған. Көндәлегенә үҙе уйлап сығарған шиғыр һәм таҡмаҡтарҙы ла теркәп барған. Бына нимәләр яҙған ул: «Бына беҙ өҙөлөп көткән 9 май ҙа килеп етте! Барак башында торған ҡалпаҡтарҙан уррааа! тауыштары ишетелде.Бөтәһе лә шатлыҡтан илайҙар, ҡосаҡлашалар.Ул көндө бер кем дә эшкә сыҡманы.Ҡыуанышып әйберҙәребеҙҙе йыя башланыҡ. Ләкин ҡыуанысыбыҙ бушҡа булды. Еңеү булһа ла, һуғыш бөтмәгән тип, беҙҙе ҡайтарманылар. Һағынышып, һарғайышып, илай-илай эште дауам иттек».

Арыу уҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына,1947 йылдың 4 ноябрендә генә,һөйөклө ҡыҙын атаһы Ағзам отпускаға тип алып ҡайтып китә һәм ҡабат ебәрмәй.Ул өйгә ҡайтыу менән,бер туған ағаһы Харрас та һуғыштан иҫән-һау ҡайтып төшә.

...Ҡыҙы Гөлшат һөйләүенсә, күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән Малия инәй Бөйөк Еңеү байрамын бик ярата торған булған.Был оло байрамды һәр ваҡытта ла түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Күпте күргән һуғыш ветераны алдан уҡ миҙалдарын һөртөштөрөп, итектәрен кремләп ҡуйыр булған. Балалары һөйөклө әсәләренең үҙҙәре өсөн йәдкәр, аманат итеп ҡалдырған көндәлектәр дәфтәрен, миҙалдарын ҡәҙерләп һаҡлай.

Инәй көндәлегенең башында түбәндәге юлдарҙы яҙған: "1943 йылдың 12авгусында өйҙән сығып киттем. 1947 йылдың ноябрендә ҡайтып индем. Мин күргәнде берәү ҙә күрмәһен!!! Мине иҫкә алып уҡырһығыҙ! Балаларым, тәүфиҡлы, бәхетле булығыҙ!"

Читайте нас: