Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Май 2020, 21:25

Рафаэль Сафин. Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе

ТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕРафаэль СафинКүргәнем бар минеңТол ҡатындар бейегәнен45-тә – Еңеү көнөндә.(О ул бейеү! Ул дауыллы бейеүКүҙ алдымда минең бөгөн дә.)Сәсрәп тора улар бейегәндә,Күктә түгел, залда ут-йәшен.Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,Етем яҙмыш өсөн тулышҡан,Бейей улар арып йығылғансы,Ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.Күргәнем бар минеңАяҡһыҙҙар бейегәнен45-тә – Еңеү көнөндә.(О ул бейеү! Ул ажарлы бейеүКүҙ алдымдан китмәй бөгөн дә.)Матур баҫа белмәй улар, ләкинКүр, уларҙа күпме ут яна!Йөҙҙәрендә – шатлыҡ, күҙҙәрендәӘле булһа нәфрәт һаҡлана.Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡОнотолалыр яйлап, тигәнгә.Туҡ-туҡ – гүйә, шулай раҫлай уларЕңә барыу көсөн тормоштоң.Күргәнем бар... сығып киткәнем бар,Ауыр һулап байрам залынан.Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,Ах, күрмәһәм ине яңынан!

ТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕ
Рафаэль Сафин

Күргәнем бар минең
Тол ҡатындар бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
Күҙ алдымда минең бөгөн дә.)
Сәсрәп тора улар бейегәндә,
Күктә түгел, залда ут-йәшен.
Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,
Етем яҙмыш өсөн тулышҡан,
Бейей улар арып йығылғансы,
Ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.
Күргәнем бар минең
Аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
Күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә.)
Матур баҫа белмәй улар, ләкин
Күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә – шатлыҡ, күҙҙәрендә
Әле булһа нәфрәт һаҡлана.
Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
Онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Туҡ-туҡ – гүйә, шулай раҫлай улар
Еңә барыу көсөн тормоштоң.
Күргәнем бар... сығып киткәнем бар,
Ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
Ах, күрмәһәм ине яңынан!

Читайте нас: