Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Май 2020, 22:14

Буласаҡ яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә

Милли проза ҡаҙаныштарынан тыш, рус һәм донъя әҙәбиәтендә киң күләмле прозаның күп кенә һыҙаттарын ижади файҙаланып, ысынбарлыҡты художестволы сағылдырыуҙың, характерҙар тыуҙырыуҙың заманса алымдарын башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыйыу индереүсе һәм уны оло тәжрибәле әҙәбиәттәр киңлегенә күтәреүгә, шуның һөҙөмтәһендә бөтә Союз һәм донъя аренаһына сығарауға ҙур өлөш индергән яҙыусыларҙың береһе Әнүәр Бикчәнтәев (1913 - 1989) тормошонан ун ваҡиға#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

1. Әнүәр Бикчәнтәев 1913 йылды Өфө ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуһа ла, уларҙың ғаиләһенә егерме беренсе йылғы аслыҡ мәлендә Ырымбурға күсеп китергә тура килә һәм бала, үҫмер саҡтарының күп өлөшө ошо күрше өлкә менән бәйле була.
2. Буласаҡ яҙыусы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә.
3. Әнүәр Бикчәнтәевты һуғыш уты яҙыусы-рассәм булараҡ та сыныҡтыра.
4. Һуғыш ваҡытында ла төрлө темаларға арналған әҙәби парсалар, очерктар һәм хикәйәләр яҙыуҙан туҡтамай.
5. Уның башланғыс ижады, новелла жанрында ижад ителгән әҫәрҙәренә Ә. Харисов былай тип ҡылыҡһырлама бирә: “Һүҙгә һаран, фекергә йомарт итеп яҙырға тырыша... Ҡыҫҡа формаларҙың үҙ мөмкинлектәре менән оҫта файҙалана белә”.
6. Беренсе китабы һуғыш ваҡытында донъя күрә. 1944 йылда “Китап” нәшриәтендә “Ҡыҙыл мәктәр” исемле китабы рус телендә нәшер ителә.
7. Әнүәр Бикчәнтәев беренселәрҙән булып А. Матросов тураһында документаль әҫәр яҙған автор. Ул“Бөркөт һауала үлә” повесында А. Матросовтың Өфө балалар колонияһында тәрбиәләнеүе хаҡындағы ысын факттарға нигеҙләнеп, уның Башҡортостан шарттарында формалашыуына баҫым яһай.
8. Әнүәр Бикчәнтәевтың балалар өсөн әҫәрҙәре рус телендә ҡабат-ҡабат баҫылалар. Ә “Ҙур оркестр” повесы инглиз, немец, поляк, француз, сербхорват телдәренә лә тәржемә ителә.
9. “Илсе ҡыҙы” повесын ҡыҙы Рәйләгә бағышлай.
10. Әнүәр Бикчәнтәев “Ҡарасәй юлы”, “Ожмах вәғәҙә итмәйем” романдары һәм “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар” повесы өсөн хаҡлы рәүештә Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була.

Читайте нас: