Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Май 2020, 16:05

Гөлли Мөбәрәкова: "Ул да өйләнмәне, мин дә кейәгүгә сыҡманым"

“Шоңҡар”ҙар. “Хоҙай һине, ахыры, һине шулай һоҡландырыр өсөн яратҡан. Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп, һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан...” Рафаэль Сафиндың ошо һәм башҡа бик матур мөхәббәт шиғырҙары һеҙгә арналғанмы?Гөлли Мөбәрәкова. Эйе. Уны оялып һорамағыҙ. Ысынлап та шулай. Беҙ уның менән Мәскәүҙә уҡығанда таныштыҡ. Улар Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Рәис Низамовтар менән Әҙәбиәт институтында уҡыны. Ана шул йылдарҙа дуҫлашып, бер-беребеҙгә ғашиҡ булыштыҡ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң өйләнештек. Мөхәббәттән тыуған улыбыҙ бар. Әммә һуңынан юлдарыбыҙ айырылды.“Шоңҡар”ҙар. Башҡа кейәүгә сыҡманығыҙмы?Гөлли Мөбәрәкова. Юҡ. Рафаэль дә өйләнмәне, мин дә кейәүгә сыҡманым. Беҙ уның менән дуҫ булып йәшәнек.“Шоңҡар”ҙар. Үкенесле...Гөлли Мөбәрәкова. Шулай... Тик яҙмыштан уҙмыш юҡ. Күңелемдә уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Улым менән тыуған төйәгенә барып ҡәберен тәрбиәләп, уны һағынып йәшәйбеҙ. Ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ шағир ине ул Рафаэль Сафин. Үтә баҫалҡы, намыҫлы булды. Бер ваҡытта ла күкрәк ҡағып йөрөмәне. Ижады Лермонтовтыҡына оҡшаш, бик хисле һәм патриотизм менән һуғарылғайны.“Шоңҡар”ҙар. Шундай шағирҙың музаһы булыу үҙе бер бәхет инде... Ә улығыҙ ниндәй һөнәр эйәһе?Гөлли Мөбәрәкова. Улым сәнғәт институтының театр бүлеген тамамланы. Әммә үҙ һөнәре буйынса эшләмәне. Ирекле ижадсы ул. Урал исемле ейәнем бар. ВГИК-ты тамамланы. Хәҙер иһә аяғында ныҡлы баҫып торған режиссер, фильмдар төшөрә. Ейәнсәрем Алһыу тормошҡа сығып, бөгөн ғаиләһе менән Америкала йәшәй. Ике йәшлек бүләсәрем дә бар. Ҡулға тотҡан да юҡ әле үҙен. Шулай ҙа ул мине таный, белә. Көн дә скайп аша аралашып торабыҙ. Бына шулай үтә ғүмеркәйҙәр, балаҡайҙар.“Шоңҡар”ҙар. Иң мөһиме, бушҡа үтмәгән бит...

“Шоңҡар”ҙар. “Хоҙай һине, ахыры, һине шулай һоҡландырыр өсөн яратҡан. Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп, һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан...” Рафаэль Сафиндың ошо һәм башҡа бик матур мөхәббәт шиғырҙары һеҙгә арналғанмы?
Гөлли Мөбәрәкова. Эйе. Уны оялып һорамағыҙ. Ысынлап та шулай. Беҙ уның менән Мәскәүҙә уҡығанда таныштыҡ. Улар Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев, Рәис Низамовтар менән Әҙәбиәт институтында уҡыны. Ана шул йылдарҙа дуҫлашып, бер-беребеҙгә ғашиҡ булыштыҡ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң өйләнештек. Мөхәббәттән тыуған улыбыҙ бар. Әммә һуңынан юлдарыбыҙ айырылды.
“Шоңҡар”ҙар. Башҡа кейәүгә сыҡманығыҙмы?
Гөлли Мөбәрәкова. Юҡ. Рафаэль дә өйләнмәне, мин дә кейәүгә сыҡманым. Беҙ уның менән дуҫ булып йәшәнек.
“Шоңҡар”ҙар. Үкенесле...
Гөлли Мөбәрәкова. Шулай... Тик яҙмыштан уҙмыш юҡ. Күңелемдә уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Улым менән тыуған төйәгенә барып ҡәберен тәрбиәләп, уны һағынып йәшәйбеҙ. Ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ шағир ине ул Рафаэль Сафин. Үтә баҫалҡы, намыҫлы булды. Бер ваҡытта ла күкрәк ҡағып йөрөмәне. Ижады Лермонтовтыҡына оҡшаш, бик хисле һәм патриотизм менән һуғарылғайны.
“Шоңҡар”ҙар. Шундай шағирҙың музаһы булыу үҙе бер бәхет инде... Ә улығыҙ ниндәй һөнәр эйәһе?
Гөлли Мөбәрәкова. Улым сәнғәт институтының театр бүлеген тамамланы. Әммә үҙ һөнәре буйынса эшләмәне. Ирекле ижадсы ул. Урал исемле ейәнем бар. ВГИК-ты тамамланы. Хәҙер иһә аяғында ныҡлы баҫып торған режиссер, фильмдар төшөрә. Ейәнсәрем Алһыу тормошҡа сығып, бөгөн ғаиләһе менән Америкала йәшәй. Ике йәшлек бүләсәрем дә бар. Ҡулға тотҡан да юҡ әле үҙен. Шулай ҙа ул мине таный, белә. Көн дә скайп аша аралашып торабыҙ. Бына шулай үтә ғүмеркәйҙәр, балаҡайҙар.
“Шоңҡар”ҙар. Иң мөһиме, бушҡа үтмәгән бит...
Читайте нас: