КҮҘ ТЕЙГӘНДӘ УҠЫЛА ТОРҒАН ДОҒАЛАР:
"Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әғүҙү бикәлимәтилләһи тәәмма - мин кулли шайтани вә һәәммәһ - вә мин кулли гаайнин ләәммәһ.”
Мәғәнәһе: Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым .
Бөтөн шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан һәм күҙе тейгән һәр насар күҙҙән Аллаһы Тәғәләнең кимселекһеҙ һәм тулы кәлимәләренә һыйынамын.
Доғаға тип усығыҙҙы күтәреп "Фатиха"(Әлхәмд),"Аятел-Көрси","Фәләҡ" һәм "Нәс" сүрәләрен уҡып ,усығыҙға өрөп баштан аяҡ осона саҡлы тәнегеҙҙе һыпырығыҙ. Үҙ - үҙегеҙҙе өшкөрөүҙе иртә - кисен башҡарһағыҙ файҙалыраҡ булыр.
Үҙегеҙ кешеләргә (шулай уҡ башҡа йән эйәләренә) күҙ тейҙереүҙән һаҡлар өсөн һоҡланып ҡарағанда :"СөбханАллаһ",- тип ҡарағыҙ.