Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Май 2020, 19:55

Тормошомдағы иң ҙур авантюра

“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, Өфөгә сығып китеүгә нимә этәрҙе? Ул саҡта яңы ғаиләгеҙ ҙә булған бит инде...Азамат Юлдашбаев. Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Гимназияла эшләгән осрҙа яңынан өйләндем. Улыбыҙ тыуҙы. Мәрйәм апайҙың улы Илгизәргә ихтирам йөҙән, улыма уның исемен ҡуштыҡ. Ғөмүмән, тормошомда осраған һәр кемгә оло рәхмәтемде әйтәм. Шуларҙың береһе – Мәрйәм Бураҡаева. Ҡатынымдың тәүге никахынан ҡыҙы бар. Уны үҙ ҡыҙым тип ҡабул иттем. Бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине. Беренсенән, үҙ ҡойроғоңдо баҫтырып, Иҫәнғолда бер ойошманан икенсе ойошмаға күсеп йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәнем. Икенсенән, баяғы йәшел йылан һаман да ҡосаҡлап-ҡосаҡлап алды. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә йыш осраша инек. Тәүҙә кешенән йәшенеп кенә осрашһаҡ, аҙаҡтан асыҡтан-асыҡ осрашыуҙан да тартынманыҡ. Ана шундай хәлдәрҙең береһенән һуң, ҡапыл айнып, Өфөгә китергә булдым. Мөҙҙәте еткән булғандыр, күрәһең. Уға тиклем нисәмә йыл әҙерләнеп тә ҡәтғи ҡарарға килә алмай йөрөгәйнем. Әле иһә һис ниндәй әҙерлекһеҙ сыҡтым да киттем. Ғаиләм Иҫәнғолда тороп ҡалды. Илфат ҡустыға рәхмәт, тәүге ваҡытта үҙендә йәшәтте. Унан – Ғилманға, Ғилман аша Мөниргә сыҡтыҡ. “Былар шиғыр түгел. Әммә шәп”, – тип, Мөнир “ҡыйыш-мыйыш яҙмалар” тигәнерәк исем аҫтында “Йәшлек”тә шиғырҙарымды баҫтырып сығарҙы. Бына бит Хоҙайҙың хикмәте! Уларҙың шул тиклем бәрәкәтле сығырын кем белгән инде?! Бер ерҙә лә эш таба алмай йөҙәгән сағымда әлеге шул Ғилман менән Мөнир “Йәшлек”кә эшкә урынлашырға күндерҙе. Ул саҡта гәзиттә Сәлмән Ярмуллин баш мөхәррир ине. Тормошомдағы иң ҙур авантюра шул булғандыр. Кабинет, өҫтәл менән ултырғыс биреп ҡуйҙылар, ҡулға ҡағыҙ менән ручка тотторҙолар. “Нимә эшләргә?” “ Мәҡәлә яҙырға” . “Нисек яҙырға һуң уны? Минең, ҡырҡ йәшемә етеп, бер тапҡыр ҙа журналист булып ҡарағаным юҡ та баһа!” Яҙам да ташлайым, яҙам да ташлайым. Бер мәлде янымдағы сүп кәрзине тулып китте. Компьютер биргәйнеләр, һин дә мин яҙышып алдым да киттем. Баҡтиһәң, миндә компьютер фекерләүе икән. Шул осорҙа Бабич хаҡында мәҡәлә яҙғайным. Бөтәһе лә маҡтай, әммә бер гәзит тә баҫмай. “Азамат, һин Яҙыусылар союзына Бикбайға бар, был уның сабынлығы”, – тине әлеге шул һүҙгә маһир Мөнир дуҫ. Яҙыусылар союзын эҙләп киттем. Барһам, хужа кеше урынында ултыра. Ишекте туҡылдатып индем дә: “Рауил Төхвәтович, һеҙҙең сабынлыҡҡа килдем әле бына. Бабич тураһында мәҡәлә яҙғайным”, – тим. “Ҡалдыр”, – тине рәйес әллә ни илтифат итмәй генә. “Фамилияң нисек?” “Юлдашбаев”. “Исемең?” “Азамат”. Шунан кабинет хужаһы йәнләнеп китеп: “Йәшлек” тә һинең шиғырҙарың сыҡтымы”, – ти тип һорап ҡуйҙы. “Эйе”, – тим. Рауил ағай тормошом менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡайҙа йәшәүемде, кем булып эшләүемде белеште. “Йәшәр урыным юҡ, ғаиләм әлегә ауылда”, – тинем. Ғүмеремдә тәү күргән ошо кеше, һинең бит фатир өсөн түләргә аҡсаң етмәй тип, ятаҡтан бүлмә юллап бирҙе. Үҙе янына эшкә саҡырҙы. Баяғы Ғилманлы, Мөнирле тормошом Бикбайлы тормошҡа күсте. Уныһы оҙаҡ дауам итте. Был хаҡта мемуар яҙыу яҡшы булыр ине. Әммә яҙмышымда иң оло рәхмәтем тап Рауил Төхвәт улына тейеш!“Шоңҡар”ҙар. Яйлап яҙырһығыҙ инде...Азамат Юлдашбаев. Юҡ, яҙмам, моғайын. Сөнки берәү ҙә уҡымасаҡ. Әҙәбиәт – үҙ-үҙеңде алдау ул. Бөгөн халыҡ ҡыҫҡа ғына постан башҡа бер нәмә лә уҡымай.

“Шоңҡар”ҙар. Әйткәндәй, Өфөгә сығып китеүгә нимә этәрҙе? Ул саҡта яңы ғаиләгеҙ ҙә булған бит инде...
Азамат Юлдашбаев. Никахтар күктә ярала, тиҙәр. Гимназияла эшләгән осрҙа яңынан өйләндем. Улыбыҙ тыуҙы. Мәрйәм апайҙың улы Илгизәргә ихтирам йөҙән, улыма уның исемен ҡуштыҡ. Ғөмүмән, тормошомда осраған һәр кемгә оло рәхмәтемде әйтәм. Шуларҙың береһе – Мәрйәм Бураҡаева. Ҡатынымдың тәүге никахынан ҡыҙы бар. Уны үҙ ҡыҙым тип ҡабул иттем. Бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине. Беренсенән, үҙ ҡойроғоңдо баҫтырып, Иҫәнғолда бер ойошманан икенсе ойошмаға күсеп йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәнем. Икенсенән, баяғы йәшел йылан һаман да ҡосаҡлап-ҡосаҡлап алды. Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә йыш осраша инек. Тәүҙә кешенән йәшенеп кенә осрашһаҡ, аҙаҡтан асыҡтан-асыҡ осрашыуҙан да тартынманыҡ. Ана шундай хәлдәрҙең береһенән һуң, ҡапыл айнып, Өфөгә китергә булдым. Мөҙҙәте еткән булғандыр, күрәһең. Уға тиклем нисәмә йыл әҙерләнеп тә ҡәтғи ҡарарға килә алмай йөрөгәйнем. Әле иһә һис ниндәй әҙерлекһеҙ сыҡтым да киттем. Ғаиләм Иҫәнғолда тороп ҡалды. Илфат ҡустыға рәхмәт, тәүге ваҡытта үҙендә йәшәтте. Унан – Ғилманға, Ғилман аша Мөниргә сыҡтыҡ. “Былар шиғыр түгел. Әммә шәп”, – тип, Мөнир “ҡыйыш-мыйыш яҙмалар” тигәнерәк исем аҫтында “Йәшлек”тә шиғырҙарымды баҫтырып сығарҙы. Бына бит Хоҙайҙың хикмәте! Уларҙың шул тиклем бәрәкәтле сығырын кем белгән инде?! Бер ерҙә лә эш таба алмай йөҙәгән сағымда әлеге шул Ғилман менән Мөнир “Йәшлек”кә эшкә урынлашырға күндерҙе. Ул саҡта гәзиттә Сәлмән Ярмуллин баш мөхәррир ине. Тормошомдағы иң ҙур авантюра шул булғандыр. Кабинет, өҫтәл менән ултырғыс биреп ҡуйҙылар, ҡулға ҡағыҙ менән ручка тотторҙолар. “Нимә эшләргә?” “ Мәҡәлә яҙырға” . “Нисек яҙырға һуң уны? Минең, ҡырҡ йәшемә етеп, бер тапҡыр ҙа журналист булып ҡарағаным юҡ та баһа!” Яҙам да ташлайым, яҙам да ташлайым. Бер мәлде янымдағы сүп кәрзине тулып китте. Компьютер биргәйнеләр, һин дә мин яҙышып алдым да киттем. Баҡтиһәң, миндә компьютер фекерләүе икән. Шул осорҙа Бабич хаҡында мәҡәлә яҙғайным. Бөтәһе лә маҡтай, әммә бер гәзит тә баҫмай. “Азамат, һин Яҙыусылар союзына Бикбайға бар, был уның сабынлығы”, – тине әлеге шул һүҙгә маһир Мөнир дуҫ. Яҙыусылар союзын эҙләп киттем. Барһам, хужа кеше урынында ултыра. Ишекте туҡылдатып индем дә: “Рауил Төхвәтович, һеҙҙең сабынлыҡҡа килдем әле бына. Бабич тураһында мәҡәлә яҙғайным”, – тим. “Ҡалдыр”, – тине рәйес әллә ни илтифат итмәй генә. “Фамилияң нисек?” “Юлдашбаев”. “Исемең?” “Азамат”. Шунан кабинет хужаһы йәнләнеп китеп: “Йәшлек” тә һинең шиғырҙарың сыҡтымы”, – ти тип һорап ҡуйҙы. “Эйе”, – тим. Рауил ағай тормошом менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡайҙа йәшәүемде, кем булып эшләүемде белеште. “Йәшәр урыным юҡ, ғаиләм әлегә ауылда”, – тинем. Ғүмеремдә тәү күргән ошо кеше, һинең бит фатир өсөн түләргә аҡсаң етмәй тип, ятаҡтан бүлмә юллап бирҙе. Үҙе янына эшкә саҡырҙы. Баяғы Ғилманлы, Мөнирле тормошом Бикбайлы тормошҡа күсте. Уныһы оҙаҡ дауам итте. Был хаҡта мемуар яҙыу яҡшы булыр ине. Әммә яҙмышымда иң оло рәхмәтем тап Рауил Төхвәт улына тейеш!
“Шоңҡар”ҙар. Яйлап яҙырһығыҙ инде...
Азамат Юлдашбаев. Юҡ, яҙмам, моғайын. Сөнки берәү ҙә уҡымасаҡ. Әҙәбиәт – үҙ-үҙеңде алдау ул. Бөгөн халыҡ ҡыҫҡа ғына постан башҡа бер нәмә лә уҡымай.
Читайте нас: