Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Май 2020, 01:10

Битлектәр атрибутҡа әүереләсәк

Кемдәргә сикләүҙәр һаҡлана?

Үҙ аллы изоляция осоронда булған сикләүҙәр бөтөрөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта белдерҙе. Хәҙер сауҙа нөктәләрендә, парктарҙа иркенләп йөрөргә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ 12 майҙа 00.00 сәғәттә “Дорога02." сайты үҙенең эшен туҡтата. Иртәгәнән башлап магазиндарҙа бер-береңдән метр ярым алыҫлыҡ һаҡлау һәм эт йөрөтөү буйынса сикләүҙәр бөтөрөлә. Шулай ҙа бөтә ерҙә лә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү талап ителәсәк. “65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник ауырыуҙар менән яфаланғандарға киске алтынан иртәнге алтыға тиклем сикләү һаҡлана”, - тине Радий Хәбиров. Уҡыусылар өсөн “Комендант сәғәте” лә ҡала – уларға киске һигеҙҙән көндөҙгө икегә тиклем урамда йөрөү тыйыла.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда һаҡланыу битлектәрендә йөрөү буйынса күҙәтеү көсәйтеләсәк. “Битлекте оҙаҡ кейәсәкбеҙ әле, ул атрибутҡа әүереләсәк. Миңә табиптар вирус йоҡтороу хәүефе ҙур булған йәмәғәтселек урындарында битлек режимын көсәйтеү кәрәклеге хаҡында мөрәжәғәт итә. Беҙ был мәсьәлә буйынса яуаплылыҡты көсәйтеү юлынан барасаҡбыҙ. Быға Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа, райондарҙа ла иғтибар итеүегеҙҙе һорайым”, - тине республика Башлығы.
Читайте нас: