Әлеге яҡты донъяла өс дуҫ йәшәгән, ти. Һәр ҡайһыһы бәхет тураһында хыялланған. Өсөһө өс төрлө күҙ алдына баҫтырған уны. Берәүһе бәхет – байлыҡта, тип уйлаһа, икенсеһе талантта күргән, өсөнсөһө бәхет – ул ғаилә, тигән. Әҙме-күпме ваҡыт уҙыуға барыһы ла моратына өлгәшкән. Әммә һәр нәмәнең ахыры була.
Байтаҡ һыуҙар кисеп, тормош һурпаһын тәмләгәндән һуң, ғүмер көҙөнә яҡынлашҡас, дуҫтар һығымта яһарға йыйылған.
– Бай булдым, әммә бәхет хисен тойманым, – ти икән. – Һаран һәм кешеләрҙе күрә алмай үлеп барам.
– Талантлы булдым, шулай ҙа бәхет кисермәнем. Яңғыҙлыҡтан йонсоп китеп барам, – тигән, ти.
– Ә мин бәхеттең нимә икәнен татыным. Балаларымдан һәм ейәндәремдән һөйөлөп-наҙланып китәм һәм иң мөһиме – Ергә яңы кешеләр ҡалдырам...