Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2020, 15:35

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, 1 курс магистранты:

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, 1 курс магистранты: БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡырға бала саҡтан хыяллана торғайным. Әҙәбиәт, ижад менән дуҫлығым мине ошо уҡыу йортона килтерҙе. Төркөмөбөҙҙәге 10 ҡыҙ менән лекцияларға йөрөү, башҡорт, рус, сит ил әҙәбиәтен уҡып, зачет-имтихандар тапшырыу, инглиз теленән һүҙҙәр, әҫәрҙәр ятлау, уҡытыусыларыбыҙға конференциялар үткәрергә ярҙамлашыу, билдәле кешеләр менән осрашыу, дәрестәрҙән һуң кураторыбыҙ Рәмилә Рәмил ҡыҙы менән театр-музейҙарҙа экскурсияла булыу менән иҫтә ҡалған 4 йыл уҡыу осоро. Магистратурала төрки телдәр йүнәлешен һайлап, факультетыма тоғро ҡалдым. Бында уҡырға теләүселәр, һәләтле йәштәр өсөн уҡыу йортобоҙ әллә күпме мөмкинлектәр бирә. 1 курсҡа килгәс, бер-беребеҙҙе “Йәншишмә”, “Аманат” аша белгән ҡыҙҙар-егеттәр күрешеп-танышып алдыҡ. “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең ул саҡтағы етәксеһе Илшат Янбаев улы мине һәм тағы 4 студентты танытмалар тапшырып, тарихҡа бай берекмәгә ҡабул итте. Йыл һайын БДУ-ның Тамашалар залын тултырып, арҙаҡлы яҙыусы-шағирҙарҙы саҡырып, матур кисәләр үткәрҙек, республика баҫмаларына шиғри шәлкемдәр ебәрҙек. Былтырғы уҡыу йылында “Шоңҡар”ҙың юбилейына ҡарата бөтә ағзаларының ижад емештәре индерелгән китап сыҡты. Быйылғы уҡыу йылында яңы етәксебеҙ Алмас Шаммас улы менән Яңы йыл байрамына ҡарата шиғырҙарыбыҙҙан китапсыҡ баҫтырҙыҡ. Ижадҡа килгәндә, 3 курста факультеттағы “Ауаз” гәзитендә лә эшләп алдым. Яҙышҡан студенттарға темалар бирәм дә, күмәкләшеп айлыҡ гәзиткә материал әҙерләй торғайныҡ. Мин күберәк студенттар менән интервью үткәрергә яраттым. Аҙаҡ, яңы ғына сыҡҡан гәзитте ҡулға алғас, аңлатып булмаҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Шулай уҡ уҡырға килгән генә ваҡытта осраҡлы рәүештә Рәсәй Студенттар Отряды исемле ойошма барлығын белеп ҡалдыҡ. Төркөмдәшем менән педагогик отряд йүнәлешен һайлап, тәүҙә вожатыйҙар курсына йөрөү үҙе генә лә онотолмаҫ тәжрибә бүләк итте. БДУ-ның “ЛиМА” педотрядына ҡушылып, ул үткәргән сараларға йөрөнөк, уҡыу йылы аҙағында БДАУ-ҙа бөтә республика студент отрядтарының матур осрашыуы үткәрелә. “Тамыр” каналы үткәргән концертта ла ярҙамлашып йөрөнөк. Иң иҫтә ҡалғаны – тәмәке тартыуға ҡаршы ойошторолған акция булды: ҡыҙҙар-егеттәр менән кәнфиттәр алдыҡ та, урамда тартып тороусыларға тәмәкеләрен тәмлекәскә алмаштырыуҙарын һораныҡ. Кемдер ситкә ҡарай, кемдер оялып, тәмәкеһен ергә ташлай, кемдер кәнфитте ала – ни булһа ла, уйланырға мәжбүр иткәнбеҙҙер, тип уйлайым. Был ойошмала йөрөүем миңә ғүмеремдә онотмаҫлыҡ иҫтәлектәр бирҙе. Уҡыу йылы бөтөп килгәндә командирыбыҙ теләктәре булғандарға Ҡара диңгеҙ буйына лагерға эшкә барыу мөмкинлеген хәбәр итте. Геленджик эргәһендә урынлашҡан балалар лагерында 2 ай үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ: иртә таңдан балалар йоҡлап киткәнсе йүгерәһең, унан төнгө ике-өскә тиклем өлкән вожатый менән иртәгәһе көнгә пландарҙы өйрәнәһең. Пенза студенттары менән берлектә меңләгән баланы һыйҙырған ҙур лагерҙа 60-ҡа яҡын вожатый эшләнек. Әрләнгән дә, уңыштарға ҡыуанған саҡтар ҙа булды. Һәр планерка түңәрәккә тороп, гитара менән йырҙар йырлап тамамлана ине. Бынан һуң Ҡара диңгеҙгә 2 курстан һуң тағы әйләнеп ҡайтыу насип булды: БДУ һәр йәй һайын яҡшы уҡыған студенттарын ял итергә диңгеҙгә ебәрә. 2 аҙна Сочиҙа төрлө экскурсияларҙа йөрөп, беҙҙән тыш Мәскәү, Санкт-Петербургтан килгән студенттар менән спортта ярышып, күңелле ял итеп ҡайттыҡ. 3 курста уйламағанда факультетта олимпиадала ҡатнашып, БДУ командаһы составында Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһына эләктем. Был ярышҡа беҙҙең команда бик етди әҙерләнгәйне. Иҫләйем: поезда саҡта ла, йәштәр менән рун яҙмаларын, яҙыусыларҙың ижадын ҡабатлап барҙыҡ. Матур тәбиғәтле Алтай Республикаһында төрки халыҡтары йәштәре менән белемдәребеҙҙе һынаныҡ, бергәләп Алтай буйлап иҫтәлекле урындарҙа йөрөнөк, ҡосаҡ-ҡосаҡ грамоталар менән ҡайттыҡ. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты фән тормошонда ҡайнап йәшәй. Беҙ уҡыу йылы эсендә төрлө конференцияларға фәнни мәҡәләләр яҙып тапшырабыҙ, йыл һайын апрелдә ойошторолған Студенттар конференцияһының бөтә ярыштарында ҡатнашабыҙ. Үҙен бар яҡтан әүҙем күрһәткәнстуденттарын уҡыу йортобоҙ дәртләндереп кенә тора: мин 4 курста М.Зәйнуллин исемендәге стипендия менән бүләкләндем. Факультетыбыҙ төрлө йүнәлештәрҙә эшләргә мөмкинлек бирә. Таныштарым араһында гәзит-журналдарҙа, музей-китапханаларҙа, мәктәп-колледждарҙа эшләгәндәр күп. Ә үҙем, магистратураның көндөҙгө бүлегендә уҡып йөрөү менән бер рәттән, әле мәктәптә инглиз теленән уҡытам.

    • Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, 1 курс магистранты:

      БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡырға бала саҡтан хыяллана торғайным. Әҙәбиәт, ижад менән дуҫлығым мине ошо уҡыу йортона килтерҙе. Төркөмөбөҙҙәге 10 ҡыҙ менән лекцияларға йөрөү, башҡорт, рус, сит ил әҙәбиәтен уҡып, зачет-имтихандар тапшырыу, инглиз теленән һүҙҙәр, әҫәрҙәр ятлау, уҡытыусыларыбыҙға конференциялар үткәрергә ярҙамлашыу, билдәле кешеләр менән осрашыу, дәрестәрҙән һуң кураторыбыҙ Рәмилә Рәмил ҡыҙы менән театр-музейҙарҙа экскурсияла булыу менән иҫтә ҡалған 4 йыл уҡыу осоро. Магистратурала төрки телдәр йүнәлешен һайлап, факультетыма тоғро ҡалдым. Бында уҡырға теләүселәр, һәләтле йәштәр өсөн уҡыу йортобоҙ әллә күпме мөмкинлектәр бирә.

      1 курсҡа килгәс, бер-беребеҙҙе “Йәншишмә”, “Аманат” аша белгән ҡыҙҙар-егеттәр күрешеп-танышып алдыҡ. “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең ул саҡтағы етәксеһе Илшат Янбаев улы мине һәм тағы 4 студентты танытмалар тапшырып, тарихҡа бай берекмәгә ҡабул итте. Йыл һайын БДУ-ның Тамашалар залын тултырып, арҙаҡлы яҙыусы-шағирҙарҙы саҡырып, матур кисәләр үткәрҙек, республика баҫмаларына шиғри шәлкемдәр ебәрҙек. Былтырғы уҡыу йылында “Шоңҡар”ҙың юбилейына ҡарата бөтә ағзаларының ижад емештәре индерелгән китап сыҡты. Быйылғы уҡыу йылында яңы етәксебеҙ Алмас Шаммас улы менән Яңы йыл байрамына ҡарата шиғырҙарыбыҙҙан китапсыҡ баҫтырҙыҡ.

      Ижадҡа килгәндә, 3 курста факультеттағы “Ауаз” гәзитендә лә эшләп алдым. Яҙышҡан студенттарға темалар бирәм дә, күмәкләшеп айлыҡ гәзиткә материал әҙерләй торғайныҡ. Мин күберәк студенттар менән интервью үткәрергә яраттым. Аҙаҡ, яңы ғына сыҡҡан гәзитте ҡулға алғас, аңлатып булмаҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.

      Шулай уҡ уҡырға килгән генә ваҡытта осраҡлы рәүештә Рәсәй Студенттар Отряды исемле ойошма барлығын белеп ҡалдыҡ. Төркөмдәшем менән педагогик отряд йүнәлешен һайлап, тәүҙә вожатыйҙар курсына йөрөү үҙе генә лә онотолмаҫ тәжрибә бүләк итте. БДУ-ның “ЛиМА” педотрядына ҡушылып, ул үткәргән сараларға йөрөнөк, уҡыу йылы аҙағында БДАУ-ҙа бөтә республика студент отрядтарының матур осрашыуы үткәрелә.

      “Тамыр” каналы үткәргән концертта ла ярҙамлашып йөрөнөк. Иң иҫтә ҡалғаны – тәмәке тартыуға ҡаршы ойошторолған акция булды: ҡыҙҙар-егеттәр менән кәнфиттәр алдыҡ та, урамда тартып тороусыларға тәмәкеләрен тәмлекәскә алмаштырыуҙарын һораныҡ. Кемдер ситкә ҡарай, кемдер оялып,

      тәмәкеһен ергә ташлай, кемдер кәнфитте ала – ни булһа ла, уйланырға мәжбүр иткәнбеҙҙер, тип уйлайым.

      Был ойошмала йөрөүем миңә ғүмеремдә онотмаҫлыҡ иҫтәлектәр бирҙе. Уҡыу йылы бөтөп килгәндә командирыбыҙ теләктәре булғандарға Ҡара диңгеҙ буйына лагерға эшкә барыу мөмкинлеген хәбәр итте. Геленджик эргәһендә урынлашҡан балалар лагерында 2 ай үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ: иртә таңдан балалар йоҡлап киткәнсе йүгерәһең, унан төнгө ике-өскә тиклем өлкән вожатый менән иртәгәһе көнгә пландарҙы өйрәнәһең. Пенза студенттары менән берлектә меңләгән баланы һыйҙырған ҙур лагерҙа 60-ҡа яҡын вожатый эшләнек. Әрләнгән дә, уңыштарға ҡыуанған саҡтар ҙа булды. Һәр планерка түңәрәккә тороп, гитара менән йырҙар йырлап тамамлана ине. Бынан һуң Ҡара диңгеҙгә 2 курстан һуң тағы әйләнеп ҡайтыу насип булды: БДУ һәр йәй һайын яҡшы уҡыған студенттарын ял итергә диңгеҙгә ебәрә. 2 аҙна Сочиҙа төрлө экскурсияларҙа йөрөп, беҙҙән тыш Мәскәү, Санкт-Петербургтан килгән студенттар менән спортта ярышып, күңелле ял итеп ҡайттыҡ.

      3 курста уйламағанда факультетта олимпиадала ҡатнашып, БДУ командаһы составында Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһына эләктем. Был ярышҡа беҙҙең команда бик етди әҙерләнгәйне. Иҫләйем: поезда саҡта ла, йәштәр менән рун яҙмаларын, яҙыусыларҙың ижадын ҡабатлап барҙыҡ. Матур тәбиғәтле Алтай Республикаһында төрки халыҡтары йәштәре менән белемдәребеҙҙе һынаныҡ, бергәләп Алтай буйлап иҫтәлекле урындарҙа йөрөнөк, ҡосаҡ-ҡосаҡ грамоталар менән ҡайттыҡ.

      Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты фән тормошонда ҡайнап йәшәй. Беҙ уҡыу йылы эсендә төрлө конференцияларға фәнни мәҡәләләр яҙып тапшырабыҙ, йыл һайын апрелдә ойошторолған Студенттар конференцияһының бөтә ярыштарында ҡатнашабыҙ. Үҙен бар яҡтан әүҙем күрһәткән
    • студенттарын уҡыу йортобоҙ дәртләндереп кенә тора: мин 4 курста М.Зәйнуллин исемендәге стипендия менән бүләкләндем.

      Факультетыбыҙ төрлө йүнәлештәрҙә эшләргә мөмкинлек бирә. Таныштарым араһында гәзит-журналдарҙа, музей-китапханаларҙа, мәктәп-колледждарҙа эшләгәндәр күп. Ә үҙем, магистратураның көндөҙгө бүлегендә уҡып йөрөү менән бер рәттән, әле мәктәптә инглиз теленән уҡытам.
    • Читайте нас: