Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Май 2020, 12:00

"Уй, бәпесемде"

Дуҫты үҙем һайлайым

Артыҡ хәстәрләмәйбеҙме?
Балаңды хәстәрләү, ҡайғыртыу, әлбиттә, яҡшы сифат. Яҡындарыбыҙҙың иғтибарлы булыуын ҡайһыбыҙ ғына теләмәй икән? Әммә саманан тыш тигән төшөнсә бар. Артыҡҡа китһә, ҡайғыртыу ҙа зыянлы булыуы мөмкин, ти белгестәр.
Бигерәк тә балалар өсөн. Бындай әпәкәйләү рәсми телдә гиперопека тип атала. Ул баланы үҙ эше өсөн яуап бирә алырҙай үҙаллы, булдыҡлы шәхес итеп тәрбиәләргә ҡамасаулай, имеш.
Гиперопека, йәғни артыҡ ҡайғыртыусанлыҡ күрһәтеү күберәк әсәйҙәргә хас, ти белгестәр. Сәбәптәре төрлө. Әсәнең баласағында күңелһеҙ хәлдәргә тарыған йәиһә йәшлегендә балаһын юғалтҡан булыуы ихтимал. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ бер ниндәй уңышҡа өлгәшмәй, шуға ул йәшәү мәғәнәһен һис юғы һәйбәт әсәй булыуҙа күрә. Ир менән ҡатын айырылшҡан осраҡта ла, күп әсәй балаға һыуған батыусы һаламаға тотонған кеүек йәбешә. Әсәнең, шундай уҡ тормошта (йәғни гел кемдеңде ҡанаты аҫтында) үҫкән булыуы ла ихтимал.
Бала өсөн даими ҡурҡыу әсәй кешегә психологик проблемалар барлығын күрһәтә. Һәм был осраҡта профессиональ ярҙам күрһәтелһә яҡшы. Был бала өсөн генә түгел, әсән үҙе, сәләмәтлеге, тыныслығы өсөн дә мөһим. Атай-әсәй сабыйына ышаныс һәм хөрмәт хисе менән ҡарарға өйрәнһә генә, ғаиләлә аһәңле, рәхәт мөнәсәбәт урынлаша.
Атай-әсәй баланы, әлбиттә, яҡларға тейеш. Әммә уны бөтә нәмәнән һаҡлап ҡалып булмаясағын да үҙ ваҡытын да аңларға кәрәк.
Йәнә артыҡ ҡайғыртыуҙы бала үҙенә ышанмау тип ҡабул итә, әҙер-бәҙер йәшәргә, уйламаҫҡа өйрәнә рухи үҫеш туҡтала. Ул юҡ ҡына ауырлыҡтан юғалып ҡалырға мөмкин.
Бындай мөнәсәбәт балаға үҙен ирекле һәм ҡылған эше өсөн яуап бирерлек шәхес итеп тоярға ҡамасаулай. Артыҡ ҡайғыртыусанлыҡ күреп үҫкән ҡасыу өсөн, оялсан, йомшаҡ кеше роленә инәләр.
Гиперопека ғаиләнең тарҡалыуына килтерергә мөмкин. Балалары өсөн йәшәгән әсәнең, ғәҙәттә, башҡаларға ваҡыты ҡалмай, шуға күрә ғаилә башлығы үҙен артыҡ итеп тоя.
Гиперопека төрҙәре
Атай-әсәй һүҙе - закон. Ғаиләлә баланың үҙ фекерен әйтергә хоҡуғы юҡ. Уның мөмкинлектәренә берәү ҙә ышанмай. Тора-бара баланың үҙ-үҙенә ышанысы ҡаҡшай башлай.
Бала - йәшәү мәғәнәһе. Баланың барлыҡ теләктәрен үтәү мәжбүри. Унан тамам иделлаштыралар һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтан аралап ҡалырға ынтылалар.
Яҡшы атай-әсәй. Баланы иң яҡшы әйберҙәр менән кейендерәләр, түңәрәктәргә йөрөтәләр. Әлбиттә, бындай сығымдың һөҙөмтәһен дә талап итәләр. Шул рәүешле яҡшы, хәстәрлекле атай-әсәй булыуын раҫларға тырышалар.
Күнегелгән ғәҙәт буйынса. Ҡайһы бер әсәй балаһының үҫеүен ҡабул итә алмай, ул бәлиғ булғанда ла сабый итеп ҡарай.
Гиперопека билдәләре
Бала өсөн барыһын да хәл итергә тырышыу
Уның һәр аҙымын күҙәтеү аҫтында тоторға тырышыу, дуҫтар һайларға булышыу, телефондан тикшереү, ундағы яҙыуҙарын уҡыу, интернетта кемдәр менән аралашыуын күҙәтеү.
Бала өсөн бер сәбәпһеҙ борсолоп йәшәү.
Уның һәр ваҡыт бер һүҙһеҙ буйһоноуын талап итеү.
Һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тороу - дәрес әҙерләшеү, мәктәп балаһына ҡысҡырып китап уҡыу.
Әсәй кешенең: "Быйыл имтихан бирҙек", "Институтҡа индек", - тип һөйләүе.