Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Май 2020, 12:06

Пионерҙар көнө менән!

1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.

1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1923 йылдың майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала район комитеты эргәһендә пионер отряды ойошторола. 1923 йылдың 10 октябре Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө тип һанала: был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә. Пионерҙарға талаптар, уларҙың эшмәкәрлек программаһы Пионерҙың тантаналы анты, Йәш пионерҙар закондары, “Советтар Союзы Коммунистар партияһы эше өсөн көрәшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” девизы һәм “Һәр ваҡыт әҙер!” яуабы м‑н билдәләнә. Пионерҙарҙың үҙ символдары (ҡыҙыл байраҡ, флаг, галстук, значок); атрибуттары (борғо, барабан, форма); ритуалдары (салют, сафҡа теҙелеү, линейкалар, байраҡ индереү, флаг күтәреү, традицион пионер сборҙары, усаҡтар) һ.б. була. Пионер ойошмаһы эшмәкәрлеге менән ВЛКСМ етәкселек итә. Пионер отрядтарын берләштереүсе пионер дружинаһы пионерҙарҙың ойоштороу нигеҙе була. Республика Пионер ойошмаһы В.И.Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһына инә. Отрядтарҙа һәм дружиналарҙа эш урындағы шарттарҙы һәм милли йолаларҙы иҫәпкә алып үткәрелә. Пионер отрядтары коммунистик өмәләрҙә ҡатнаша, комсомолдарға наҙанлыҡты бөтөрөүҙә, балалар ҡарауһыҙлығы менән көрәштә ярҙам итә. 1924 йылда Академүҙәк эргәһендә балалар хәрәкәте буйынса методик комиссия ойошторола. Рәсәй Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә комитеты ҡатнашлығында “Йәш пионерҙарҙың һаулыҡ хеҙмәте” сиктәрендә балаларға медицина күҙәтеүе үткәреү, уларҙы шифахана-курорт учреждениеларына ебәреү, пионер лагерҙарында табип контроле ойошторола. Пионер хәрәкәте балаларҙың буш ваҡытын ойоштороуҙа, уларҙы ижт.-сәйәси тормошҡа ылыҡтырыуҙа булышлыҡ итә, балаларҙы коллективизмға, үҙ-ара ярҙамсыллыҡҡа өйрәтә, уларҙың художестволы һәм техник ижадын үҫтерә.
1991 йылда, СССР тарҡалғас, бөтөрөлә.

(Башҡорт энциклопедияһынан)
Читайте нас: