Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2020, 13:10

Рәмилә Сәлимгәрәева: "Миндә йәмһеҙмен тигән комплекс нығынған"

Риф Ғәлиевич менән хәҙер күп йылдар айырым йәшәйбеҙ. Әммә арабыҙ татыу. Бер-беребеҙҙе хөрмәт иткән ата-әсә һәм коллегалар булып ҡалабыҙ. Өфөгә килеп төшкәс, ауыр мәлдәр күп булды. Ятаҡтан-ятаҡҡа күсенеп, бер тин аҡсаһыҙ, эшһеҙ интеккән саҡтарымда, ниңә, исмаһам, радиоға булһа ла алмайҙар икән, унда йөҙөм күренмәй бит, тип уйлай инем. Миндә, ғөмүмән, йәмһеҙмен тигән комплекс нығынған. Сөнки был хаҡта йөҙгә бәреп әйтә торғайнылар. Ошо тойғо шул тиклем күңелемә инеп ултырған. Ниндәй генә комплимент әйтһәләр ҙә юйып ташлап булмаҫ төҫлө... Мине бала саҡта бик матурһың тип яраттылар былай. Әммә күҙҙәрем күрә башлағас, үҙемә ҡарап, кәйефем төштө: бәләкәй генә буйлымын, ҡап-ҡарамын. Беҙҙең яҡта аҡ йөҙлөләр матур һанала шул...

Читайте нас: