Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 21:00

Миңзәлә Хәлилова. Бер бәхеткәйҙәрең булмағас. Хикәйә.

Минзәлә Хәлилова Бер бәхеткәйҙәрең булмағас... Иртән иртүк йөрәк өшөтөп телефон шылтыраны. Хафалы тауыш менән аръяҡ урамында йәшәгән Мәүлиә әбей : -Зәбирә килен!Таң менән борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ.Фәрхиямал мәрхүм булып ҡалды?Бөгөн ҡуйырға кәрәк.Шәфҡәт зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға кешеләргә әйткеләштерһен әле,башҡа өндәшер кеше юҡ,уның һүҙе үтә бит, –тип хәбәр һалды. Уяулы- йоҡоло көйгә таң һарыһы менән ишетелгән хәбәрҙе әйтергә ире янына килде Зәбирә: -Тораһыңмы? Хәле ауырайған тиҙәр ине,Фәрхиямал апай мәрхүм булып ҡалған икән,һиңә ҡәбер ҡаҙырға кешеләр йыйһын, тип шылтыратты Мәүлиә апай. Шәфҡәт һикереп тороп ултырҙы. -Улай булғас,яҡтырғансы малдарҙы ҡарап,эште бөтөрөп ҡуяйым.Ышаныслы егеттәргә өндәшәйем,атыу Яңы йыл алдынан кеше табып булмаҫ. Ул тиҙ генә йыйынып,бер сынаяҡ сәйҙе баҫып торған килеш кенә күтәреп эсте лә, ыжғырып торған декабрь һыуығы ҡосағына,урамға сығып та китте. Зәбирә ,ишетелгән хәбәр урауында ҡалып,аш-һыу бүлмәһенең тәҙрәһе аша саҡ яҡтырып килгән урамға баҡты.Эйе,ана Фәрхиямал апайҙың өйө йылға аръяғында тора,тәҙрәләрендә уты бар.Ә ҡышҡы ауыл әле йоҡоһонан уянмаған, тәҙрәләрендә ут күренгән өйҙәр һирәк-мирәк кенә күренә. Эргәһендә кеше-маҙар бар микән?Ярай,Мәүлиә әбей ,тыуған-тыумаса булмауына ҡарамаҫтан,Фәрхиямал апайҙы ҡарарға өйөнә үк торорға барған, тип ишеткәйне.Рәхмәт инде миһырбанлы йәндәргә,сит-ят кешене йән биргән иң ауыр мәлендә яңғыҙ ҡалдырмағас. Зәбирә- үҙе был ауылға йыраҡтан төшкән килен.Ауылдаштар,бәхетле һәм бәхетһеҙ яҙмыштар,татыу ғаиләләр тураһында ул ҡәйнәһе ауыҙынан күп ишетә торғайны.Юҡ!Ҡәйнәһе ғәйбәт һөйләп,кеше сәйнәп ултырманы. Тормош сәхифәләре,үткәндәре тураһында хәтирәләрҙе кереп-сығып эш эшләп йөрөгән арала ҡәйнәһе эргәһенә хәл белергә килгән әхирәттәре менән һөйләшеүе аша, уларҙың ауыр ,ләкин йырлы-моңло яҙмыштарын барлағандарында ҡолаҡ һалғылап ишетеп йөрөй ине. Фәрхиямалдың аяныслы яҙмышы тураһында ла ул өлкәндәрҙән ишетеп тә,ә һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларҙы үҙе лә күреп белә, сөнки ул үҙе Зәбирәгә бер-ике тапҡыр үтенес менән килгәне булғыланы. ...Фәрхиямал был ауылға күрше райондан килен булып төшкәйне.Йәше үтеп барған ҡыҙҙы ире мәрхүм булып,инде тиҫтә йыл яңғыҙ тормош көткән әсәһе, әллә нисә ҡатын айырған иргә димләп ,арбаһына ултыртҡан да ебәргән.Бәләкәй генә кәүҙәле Фәрхиямал холҡо ауыр,кәрәк-кәрәкмәгәнгә лә йоҙроҡ төйнәп кенә торған дәү кәүҙәле Хәйбулла янында әтәстең аяҡ аҫтында буталып йөрөгән себеш хәтле генә ине.Иренең тағы бер алама ғәҙәте - ҡырын тейәргә яратыуы хаҡында ла бергә йәшәй башлағас ҡына мәғлүм булды уға.Хәйбулланың донъя көтөргә лә бик үк теләге булмай сыҡты.Атаһынан ҡалған ике яҡлы өйҙә ғүмере үтте,мал ишәйтәйем,аҙбар-ҡойма йүнәтәйем ,тип борсолманы.Ғүмер буйы йыуынып-сайынып сығыр мунсаһы булманы,хатта өйөн уратҡан ихатаны ла Фәрхиямал оҫталар яллап эшләтте.Үгеҙ үлһә-ит,арба ватылһа-утын, тигән кеүегерәк итеп йәшәне Хәйбулла. Шул нигеҙҙә Фәрхиямалдың бер улы,бер ҡыҙы донъяға килде. Ҡатын үҙе ут бөрсәһе кеүек шәп булды.Ире бик теш ҡайраһа ла, кәзәһенә ҡул тейҙермәне,оҙон ҡыш буйына шәл бәйләп һатты,һарыҡтарын бөтөрмәне-тырышып үҙенә лә,ауылдаштарға ла балаҫ һуҡты.Колхоз эшенән дә баш тартманы :һаулығы ҡаҡшағансы фермала быҙауҙар ҡараны,йәйен сөгөлдөр баҫыуында бил бөктө.Бесән ваҡыты етһә,ирҙәр ыңғайына салғы тотоп,бакуй һалды,хатта салғы янып бирергә лә эскеһенән айный алмай ине гел генә һалмыш йөрөгән ир. Ауылда уның уйламай әйткән һүҙе лаҡап булып йөрөнө.Бер эсеп алып, “Фәрхиямал саба,мин йыям”тип,әйтеп һалған ул.Ләкин бөтә ауыл халҡы уның бесән йыйыу түгел,ишек алдына ҡайтҡан бесәнде лапаҫ башына ырғытырға ла ярҙам итмәгәнен белеп торҙо. Ир ғәләмәте хатта аҙбарындағы үҙ малдарын да ҡарамай,эске хаҡына кешеләргә утын бысып,ярып,ҡыш буйына әбей-һәбейҙәргә ҡар көрәп,Фәрхиямал арып-талып эштән ҡайтыуына ашарға таптырып ,ғауға сығарып,ғаиләһен урамға ҡыуып сығарып , хитланы. Ләкин һәр бер эштең аҙағы була, тигәндәй,уның аҙғын тормошо яҡшыға алып барманы.Лаяҡыл иҫереп ҡайтып килгәндә яр буйында ҡолап,ташҡа башын ярҙы ир. Ауыл фельдшеры “тиҙ ярҙам” бүлегенә хәбәр итә,ләкин ирҙең хәле көндән-көн артҡа китте.Бара –тора ул бер кемде лә танымаҫлыҡ хәлгә килде.Фәрхиямал уны йәлләп, дауахананан өйөнә алып ҡайтты. Хәйбулланың хәле бик аяныс ине.Ул нимәне һәм күпме ашағанын ,ни эшләгәнен белмәй. Көнө буйы шкафтан ҡатынының да,үҙенең дә ыштан-күлдәктәрен алып, өҫтөнә ҡат-ҡат кейә.Йәиһә ҡалаҡ,бысаҡ,тәрилкә,башалтай кеүек нәмәләрҙе яҫтыҡ тышына тултырып , өй буйлап күтәреп йөрөй.Өҫтәл артына ултырһа,икмәк киҫәген,сынаяҡты, бәләкәй бала шикелле, машина итеп йөрөтөп,ауыҙҙарынан күперектәр сығарып уйнай. Кем менәндер үҙе генә белгән телдә һөйләшә ,берсә ҡысҡырып көлөп ебәрә,берсә сарбайлап илай.Фәрхиямал күрмәй ҡалһа, инәнән тыума сисенеп,урамға сығып йүгерә,күршеләренә шул килеш барып инә. Бер көндө алама күңелле әҙәм Хәйбуллаға араҡы һалып биргән.Ир инде бөтөнләй януарға әүерелә: эт булып олой,аттай кешнәй,үгеҙҙәй үкерә.Ни ҡыланғанын белмәй: берсә туйтаңлап ерҙән имгәкләп китә,берсә йүгереп барған килеш ҡапға бағанаһына ырғый, бесәй кеүек өй башына үрмәләй. Хатта урамдан үтеп барған машина арбаһына һикереп менеп ултыра. Ярай,шофер аңлаған бәндә булып сыға, юхалап-йыумалап төшөрөп ,ишек алдына индереп ебәрә уны. Шул саҡ иғтибарын лаулап өргән эте яулай,йәһәт кенә утынлыҡта түмәрҙә сабыулы торған балтаны эләктереп ала ла,балаларҙың күҙ алдында уны балта менән сабып үлтерә,шунан ҡанға буялған бите,ҡулдары менән урамға сығып йүгерә.Күрше-тирәләре ҡурҡыштарынан ҡапҡаларын бикләп ултыралар,балаларын ,доньяларын ҡурсып,милицияға хәбәр итәләр. Был хәлдән һуң Хәйбулланы ,ауыл хакимиәте башлығы юллауы буйынса, психикаһына зыян килгән ауырыуҙар ятҡан дауаханаға алып киттеләр. Шул китеүҙән башҡа иреккә сыҡманы Хәйбулла,ҡалған ғүмерен дүрт стена артында үткәрҙе.Изгелегенә барып,Фәрхиямал айына бер булһа ла уның хәлен белеп торҙо,күстәнәстәр алып барҙы. Ләкин Хәйбулла уны таныманы... *** Ул арала балалары ла үҫеп, буйға етте. Улы Фәнис ауылда урта мәктәпте тамамланы, шунан военкомат уны шоферҙар курсына уҡырға ебәрҙе.Егетте һалдат хеҙмәтенә, еренә еткереп, хушлашыу табыны йыйып, туғандарын, йәштәштәрен саҡырып, оҙатты әсә.Тәүҙә улынан йыш ҡына хаттар килеп торҙо,шунан улар һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе.Инде ҡайтыр ваҡыты етте, тип торғанда уныһынан тағы бер хат килеп төштө.Был юлы улы үҙенең өйләнеүе,ҡатынының мәрйә булыуы тураһында хәбәр итте.Әсә балаларына хат аша ү ризалығын бирҙе,ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тик ике-өс йыл үткәс, бер тапҡыр ғына ҡайтып китте йәш ғаилә. Килене , ҡалала үҫкән иркә ҡыҙ, Фәрхиямал бешергән бер нәмәне лә ашаманы:ирен бер туҡтауһыҙ магазинға ебәреп, ризыҡ ташытты. Кис етһә, улы бисәһенең аяғын йыуып, һөртөп, һыуын сығарып түгеп мәж килә. Көйәҙ килен ”Матурым да матурым!”-тип, өлтөрәп торған ирҙе ,бәләкәй малай ише, йомош ҡушып йүгертә. Фәрхиямал, бер ваҡытын тура килтереп, бәпес,ейән-ейәнсәрҙәр тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ҡатын иренен бәлшәйтеп ,ситкә боролдо. -Беҙ йәш әле,үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк!-тип ҡырт киҫте.Шунан, Фәрхиямал башҡа был турала өндәшмәне. Туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөткән, һөтөн имеҙгән ,ғүмерен арнаған ,иҫерек аталарынан ҡурсып,картуф баҡсаларында,күршеләрҙә йәшереп,мең михнәт менән тәрбиәләгән балаһының сит-ятҡа әүерелеүен күреүе уғата ауыр ине.Ошо ҡайтыуҙан башҡа күренмәне улары.Берәйһе улы тураһында һораша башлаһа,Фәрхиямал һүҙҙе тиҙ генә икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрер булды. ..Инде ҡыҙы Илмирала булды бөтә өмөтө Фәрхиямалдың.Ҡыҙыҡай тырышып ҡына уҡыны,тыныс,ипле генә бала булып үҫте.Әсәһе бөтә күңелен биреп яратҡанға осоноп та китмәне.Өйҙә лә тыныс ҡына итеп бөтә эштә лә ярҙамлашып,аҡыллы ғына ҡыҙ булып үҫеп, буйға етте. Тик бигерәк йыуаш ине ул,низағлашып,тауышланып йөрөмәне.Әллә атаһының аҡылынан яҙыуы бала күңеленә шулай тәьҫир иттеме?Кем генә белә инде!Мәктәпте тамамлағас, ауылдан сығып китергә лә ынтылып торманы.Башҡа иптәштәре ҡалаға уҡырға китергә атлығып торғанда,ҡыҙ өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Ләкин был юлы Фәрхиямал ныҡлыҡ күрһәтте: -Етте,ҡыҙым,ауылда ҡалам ,тип ауыҙыңды ла асмайһың.Уҡы,әҙәм бул. Минең кеүек ғүмер буйы йәйен-ҡышын резинкә итек кейеп,ферма юлын тапарға итәңме ни?Булмай,мин риза түгел,ана йә уҡытыусылыҡҡа,йә врачлыҡҡа уҡы.Эштәре таҙа,матур итеп кейенеп, эшкә бараһың,шатланып эштән ҡайтаһың,көн һайын байрам кеүек. -Һине йәлләйем,әсәй,бер үҙең ҡалаң бит.Унан аҡса ҡайҙан еткерербеҙ? Дүрт йыл буйы уҡырға кәрәк. -Уҡырһың.Әле минең ҡулымдан эш төшмәгән,ике ҡулымды муйыныма аҫмағанмын.Минең кеүектәр ауылда өй беренсә.Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй ул,астан үлмәм.Фәрхиямал үҙ һүҙендә ныҡ торҙо,Илмира Өфөгә барып , медицина училищеһына уҡырға инде.Әҙ булһа ла стипендия алды,бер яҡтан әсәһе аҙыҡ-түлек менән,матди яҡтан да ярҙам итеп торҙо. Ҡыҙ матур ғына уҡыны: Фәрхиямал ата-әсәләр йыйылышына барғас, уҡытыусылары уны бик маҡтаны,тик кеше менән бик аралашып бармай, шып-шым ғына булыуына иғтибар итергә тәҡдим иттеләр. Көн артынан көн,ай артынан ай алға йүгерҙе,Илмира инде аҙаҡҡы курста уҡый. Бер ялға ҡайтҡанында ҡыҙының өҫтөндә оҙон күлдәк ,башында яулыҡ булыуын күреп ,Фәрхиямал аптырап китте.Уның һораулы ҡарашына яуап итеп,Илмира әсәһенә буш ваҡытында мәсеткә барыуы,дин менән ҡыҙыҡһына башлауы хаҡында һөйләне.Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарҙың да мәсет асыу мәсьәләһен хәл итеп йөрөүҙәрен ишетеп кенә түгел,күреп йөрөгән Фәрхиямал,ҡыҙының был ҡыҙыҡһыныуында бер хилафлыҡ та күрмәне. Тик... диплом яҡлар алдынан ғына, ҡыҙ ҡапыл юҡ булды.Бер-ике аҙна ялға ҡайтмағас,ул сәбәпте ҡыҙының ныҡ эше күп булыуы менән бәйләне.Ләкин бер көндө почтальон ҡатын уға ҡыҙы уҡыған училищеның уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдиренең хатын килтергәс,аптырап китте.Унда ҡыҙҙың инде бер айға яҡын уҡыу йортона килеп күренмәүе тураһында хәбәр ителгәйне. Фәрхиямалдың башына таш менән һуҡтылармы ни!Ул тиҙ генә йыйынды ла, Өфөгә сығып китте. Ләкин унда ла тынысланырлыҡ бер яуап та таба алманы. Ауылда имеш-мимештәр таралды.Милиция ла эҙләп килгеләне,тик ҡыҙ зым-зыя юғалды.Бына шул саҡ ...Зәбирәләрҙең ишеген шаҡыны ла инде Фәрхиямал.Нисек һүҙ башларға белмәй, ыуаланып ултырған ҡатынды , Зәбирә сәй эсергә ултыртты,алдына әле бер ,әле икенсе ризыҡты ҡуйып , тәмләп ҡарарға ҡыҫтаны. Зәбирәнең иҙәндәге балаҫта бесәй балалары кеүек шаярған ике малайына ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла ,Фәрхиямал иланы ла ебәрҙе. -Эй,хоҙайым,минең балаларымдың да шундай ғына саҡтары бар ине бит!Ҡайҙа ғына йөрөйҙәрҙер инде йөрәккәйҙәрҽм?Фәнисҽм килен менән диңгеҙ буйында бер ҡалала йәшәй , иҫән булһын балаҡайҙар. Бына Илмирам ҡайҙалыр?Бер ни белмәйем! Фәрхиямал ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды. -Зәбирә һеңлем,һиңә оло йомош менән килдем бит әле,зинһар өсөн миңә анау беренсе каналда барған “Көт мине” тапшырыуына хат яҙып ҡына бирсе.Һыу төбөнә төшкән кеүек ғәйеп булды бит балаҡайым.Инде бөтә ил буйынса эҙләй бит милиция!Юҡ!Исмаһам, ҡош телендәй генә бер хәбәре булһын ине! -Фәрхиямал апай,ул тиклем үҙеңде бөтөрмәй тор,иҫән-һауҙыр,табылыр,Алла бирһә.Яҙам,әлбиттә, яҙам,хат яҙыу - эшме ни?Ҡулымдан килгәнде эшләрмен. -Рәхмәт инде һиңә,күҙ төбәп килгәйнем,бороп сығарманың. Алланың рәхмәте төшһөн.Балаларыңдың изгелеген күреп йәшә,үҙең дә,ирең дә иҫән-һау булығыҙ,татыу йәшәгеҙ!Бала ҡайғыһы бирмәһен мәүлем! Изге теләктәрен теләп ,ҡыуанып сығып китте ул.Ә Зәбирә, төн ултырып, “Көт мине” тапшырыуына хат яҙҙы. Ике ай тигәндә тапшырыуҙың редакторҙарынан хәбәр килде. “Илмира иҫән,кейәүгә сығып,Мысырға йәшәргә киткән “. Фәрхиямал икенсегә тағы килде Зәбирә менән Шәфҡәттең өйөнә.Был юлы , шатлығынан нимә эшләргә белмәгән ҡатын, икеһенә лә бүләккә йөндән ойоҡбаштар бәйләп килтергән, малайҙарға -уйынсыҡ машиналар ,күстәнәскә кәнфит,сәй ҙә алған. -Фәрхиямал апай,ниңә улайтып бүләктәр күтәреп йөрөйһөң, килешмәгәнде. Мин бит бүләк өсөн яҙманым ул хатты,ҡулымдан килгәнде генә эшләнем. -Юҡ,Зәбирә һеңлем!Эш бүләктә түгел,ә рәхмәтле була белеүҙә.Мин шул тиклем рәхмәтлемен һиңә.Ҡыҙымдың үҙенән дә хат килде бит,киләһе йыл ҡайтабыҙ -,тигәндәр. Эсенә һыймаҫ шатлығы менән бүлеште ҡатын. Ысынлап та ,киләһе йылына ҡыҙы Илмира(хәҙер исеме Айша ине) ергә тейеп торған оҙон күлдәк ,башына яулыҡ ябынып -хиджаб кейеп ,ҡайтып төштө.Эргәһендә бәләкәй ҡыҙы ла бар ,ул да яулыҡ ябынған.Кейәүе һаҡал,мыйыҡ үҫтергән, оҙон кейем кейгән сит милләт кешеһе башҡортса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй булып сыҡты.Ир кеше Фәрхиямал әҙерләп ҡуйған итте лә ашарға теләмәне,имеш,мал һуйғанда араҡы эскән кешеләрҙең ҡулы тейгән. Уның өсөн бөтә нәмә “хәрәм” ине.Һарыҡты ла үҙ ҡулдары менән салды, тауыҡ итен,йомортҡаны бөтөнләй ауыҙына ҡапманы. Хатта икмәктең магазиндан һатып алғанын ауыҙ итмәне. Илмира көлсә бешереп,йәйге селләлә өй мейесендә икмәк һалып,ыуарама килде.Улар намаҙын ҡалдырмай ҡөрьән уҡыған,мөкиббән дингә киткән ғаилә ине инде.Ауылда бер ай самаһы торғас,улар кире Мысырға ҡайтып киттеләр.Фәрхиямал ҡыҙы менән киткәнсе ултырып бер рәхәтләнеп һөйләшә лә алманы,ниңәлер кейәүе ҡатынын күҙ уңынан ысҡындырманы.Әсәһе менән дә,яңғыҙын бигерәк тә урамға сығарманы.Ҡыҙының һағыш тулы күҙҙәрен күреп ,әсәй кешенең йөрәге өҙгөләнде.Юлға сығырҙан бер көн алда, уңайын тура килтереп, Фәрхиямал ҡыҙына һүҙ тишеп ҡараны. -Балаҡайым,бәлки ҡалырһың,бер баланы ҡарарбыҙ әле,уҡыуыңды тамамлап ҡуйырһың.Китмә,балам! -Юҡ,әсәй!Көфөр һүҙ һөйләмә.Мин иремдән ҡалмайым. ...Был күрешеү һуңғыһы булды.Башҡа ҡыҙы тыуған ауылына,әсәһе эргәһенә ҡайта алманы,бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуыуы тураһында хәбәрҙәр генә алды әсә.Инде уларҙың һаны бишәү булғайны.Бер йылды юлға сығырға йыйынғас, илдә солғаныштар башланыу сәбәпле ,ҡайтырға өлгөрә алмай ҡалдылар. Һуңынан инде самолет менән ҡайтыр өсөн һәр балаға билет алырға аҡса еткерә алманылар, ахыры.Фәрхиямал улар ҡайтһа, тип пенсия аҡсаһын йыйыштырып та торҙо тороуын,ләкин осрашыу мөмкинлеге бөттө. Үлемесле ауырыуы ла тиҙ еңде ҡатынды.Бик тиҙ арый,хәле бөтә башлағас,больницаға барғайны,инде ауырыуының аҙаҡҡы, дүртенсе стадияға етеүе билдәле булды. Ике ай эсендә майшәм кеүек ирене лә ҡуйҙы .Ғүмер буйы,үҙе әйтмешләй,резинкә итек кейеп, ферма юлын тапауы ла сәбәп булғандыр. Унан бөтә ауыр сирҙәрҙең нигеҙендә нервы ҡуҙғыуы ятыуын хәҙер бала-сағаға хәтлем белә бит. Ә уның күҙ йәштәре түкмәгән көнө,ҡайғырмаған минуттары булмағандыр. Ире өйҙән төн уртаһында баҫтырып сығарһа,ике балаһын ҡосаҡлап, ҡышын мал аҙбарында,йәйен картуф баҡсаһында йоҡлап йөрөүҙәре лә эҙһеҙ үтмәгәндер. Кейәүгә сығып ирҙән,балалар табып ,уларҙан уңманы ҡатын.Ә Фәрхиямал үҙе бит шундай киң күңелле ,кешелекле,фәрештәләй кеше булды: бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартманы, бөтә күрше-күләндең балаларын ҡарашты,ҡунаҡҡа китһәләр ,һыйырҙарын һауып,мал-тыуарҙарын тәрбиәләп,өйҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып торҙо.Үҙ теләге менән яңғыҙ йәшәгән әбейҙәрҙе лә ярҙамынан ҡалдырманы: берәүҙәренә магазиндан аҙыҡ-түлек ташыны,ҡайһыларының баҡсаларын утап бирҙе,мейестәрен ағартты, иҙәндәрен йыуҙы.Илаулап,яҙмышына зарланып ултырманы. Мәрхүмкәй урамдан барһа,бөтә кешеләргә ихлас йылмайып,һаулыҡ,хәл һорашып уҙыр ине. -Даланлы,өлөшлө була күр,балаҡайым!Ир бәхете теләп, ҡатын бәхете-ирҙән, тигән булып, изге теләктәрен алҡынып-талпынып ,фатихаларын биреп үҫтергәйне лә бит әсәкәйем.Бәләкәстән атайһыҙ ҡалып,ярты етем булып буй еткерҙем.Атайлы балалар аталарына арҡаланып йәшәгәндә,ата йылыһы күрмәнем.Соҡор ҡайҙа-һыу шунда,етем ҡайҙа-һүҙ шунда ,тигән кеүек инде. Бер бәхеткәйҙәрең булмағас...-тип, ултырғайны Фәрхиямал аҙаҡҡы тапҡыр килгәнендә. Зәбирә уйҙарынан арынып,аш бүлмәһенә үтте ,бәлеш ҡамыры баҫырға тотондо.Мәрхүмәне ҡуйып ҡайтҡас,өсөн,етеһен уҡытырға,ҡөръән табыны әҙерләргә кәрәк булыр...

Минзәлә Хәлилова
Бер бәхеткәйҙәрең булмағас...

Иртән иртүк йөрәк өшөтөп телефон шылтыраны.
Хафалы тауыш менән аръяҡ урамында йәшәгән Мәүлиә әбей :
-Зәбирә килен!Таң менән борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ.Фәрхиямал мәрхүм булып ҡалды?Бөгөн ҡуйырға кәрәк.Шәфҡәт зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға кешеләргә әйткеләштерһен әле,башҡа өндәшер кеше юҡ,уның һүҙе үтә бит, –тип хәбәр һалды.
Уяулы- йоҡоло көйгә таң һарыһы менән ишетелгән хәбәрҙе әйтергә ире янына килде Зәбирә:
-Тораһыңмы? Хәле ауырайған тиҙәр ине,Фәрхиямал апай мәрхүм булып ҡалған икән,һиңә ҡәбер ҡаҙырға кешеләр йыйһын, тип шылтыратты Мәүлиә апай.
Шәфҡәт һикереп тороп ултырҙы.
-Улай булғас,яҡтырғансы малдарҙы ҡарап,эште бөтөрөп ҡуяйым.Ышаныслы егеттәргә өндәшәйем,атыу Яңы йыл алдынан кеше табып булмаҫ. Ул тиҙ генә йыйынып,бер сынаяҡ сәйҙе баҫып торған килеш кенә күтәреп эсте лә, ыжғырып торған декабрь һыуығы ҡосағына,урамға сығып та китте.
Зәбирә ,ишетелгән хәбәр урауында ҡалып,аш-һыу бүлмәһенең тәҙрәһе аша саҡ яҡтырып килгән урамға баҡты.Эйе,ана Фәрхиямал апайҙың өйө йылға аръяғында тора,тәҙрәләрендә уты бар.Ә ҡышҡы ауыл әле йоҡоһонан уянмаған, тәҙрәләрендә ут күренгән өйҙәр һирәк-мирәк кенә күренә. Эргәһендә кеше-маҙар бар микән?Ярай,Мәүлиә әбей ,тыуған-тыумаса булмауына ҡарамаҫтан,Фәрхиямал апайҙы ҡарарға өйөнә үк торорға барған, тип ишеткәйне.Рәхмәт инде миһырбанлы йәндәргә,сит-ят кешене йән биргән иң ауыр мәлендә яңғыҙ ҡалдырмағас.
Зәбирә- үҙе был ауылға йыраҡтан төшкән килен.Ауылдаштар,бәхетле һәм бәхетһеҙ яҙмыштар,татыу ғаиләләр тураһында ул ҡәйнәһе ауыҙынан күп ишетә торғайны.Юҡ!Ҡәйнәһе ғәйбәт һөйләп,кеше сәйнәп ултырманы. Тормош сәхифәләре,үткәндәре тураһында хәтирәләрҙе кереп-сығып эш эшләп йөрөгән арала ҡәйнәһе эргәһенә хәл белергә килгән әхирәттәре менән һөйләшеүе аша, уларҙың ауыр ,ләкин йырлы-моңло яҙмыштарын барлағандарында ҡолаҡ һалғылап ишетеп йөрөй ине.
Фәрхиямалдың аяныслы яҙмышы тураһында ла ул өлкәндәрҙән ишетеп тә,ә һуңғы йылдарҙағы ваҡиғаларҙы үҙе лә күреп белә, сөнки ул үҙе Зәбирәгә бер-ике тапҡыр үтенес менән килгәне булғыланы.
...Фәрхиямал был ауылға күрше райондан килен булып төшкәйне.Йәше үтеп барған ҡыҙҙы ире мәрхүм булып,инде тиҫтә йыл яңғыҙ тормош көткән әсәһе, әллә нисә ҡатын айырған иргә димләп ,арбаһына ултыртҡан да ебәргән.Бәләкәй генә кәүҙәле Фәрхиямал холҡо ауыр,кәрәк-кәрәкмәгәнгә лә йоҙроҡ төйнәп кенә торған дәү кәүҙәле Хәйбулла янында әтәстең аяҡ аҫтында буталып йөрөгән себеш хәтле генә ине.Иренең тағы бер алама ғәҙәте - ҡырын тейәргә яратыуы хаҡында ла бергә йәшәй башлағас ҡына мәғлүм булды уға.Хәйбулланың донъя көтөргә лә бик үк теләге булмай сыҡты.Атаһынан ҡалған ике яҡлы өйҙә ғүмере үтте,мал ишәйтәйем,аҙбар-ҡойма йүнәтәйем ,тип борсолманы.Ғүмер буйы йыуынып-сайынып сығыр мунсаһы булманы,хатта өйөн уратҡан ихатаны ла Фәрхиямал оҫталар яллап эшләтте.Үгеҙ үлһә-ит,арба ватылһа-утын, тигән кеүегерәк итеп йәшәне Хәйбулла. Шул нигеҙҙә Фәрхиямалдың бер улы,бер ҡыҙы донъяға килде.
Ҡатын үҙе ут бөрсәһе кеүек шәп булды.Ире бик теш ҡайраһа ла, кәзәһенә ҡул тейҙермәне,оҙон ҡыш буйына шәл бәйләп һатты,һарыҡтарын бөтөрмәне-тырышып үҙенә лә,ауылдаштарға ла балаҫ һуҡты.Колхоз эшенән дә баш тартманы :һаулығы ҡаҡшағансы фермала быҙауҙар ҡараны,йәйен сөгөлдөр баҫыуында бил бөктө.Бесән ваҡыты етһә,ирҙәр ыңғайына салғы тотоп,бакуй һалды,хатта салғы янып бирергә лә эскеһенән айный алмай ине гел генә һалмыш йөрөгән ир. Ауылда уның уйламай әйткән һүҙе лаҡап булып йөрөнө.Бер эсеп алып, “Фәрхиямал саба,мин йыям”тип,әйтеп һалған ул.Ләкин бөтә ауыл халҡы уның бесән йыйыу түгел,ишек алдына ҡайтҡан бесәнде лапаҫ башына ырғытырға ла ярҙам итмәгәнен белеп торҙо. Ир ғәләмәте хатта аҙбарындағы үҙ малдарын да ҡарамай,эске хаҡына кешеләргә утын бысып,ярып,ҡыш буйына әбей-һәбейҙәргә ҡар көрәп,Фәрхиямал арып-талып эштән ҡайтыуына ашарға таптырып ,ғауға сығарып,ғаиләһен урамға ҡыуып сығарып , хитланы.
Ләкин һәр бер эштең аҙағы була, тигәндәй,уның аҙғын тормошо яҡшыға алып барманы.Лаяҡыл иҫереп ҡайтып килгәндә яр буйында ҡолап,ташҡа башын ярҙы ир. Ауыл фельдшеры “тиҙ ярҙам” бүлегенә хәбәр итә,ләкин ирҙең хәле көндән-көн артҡа китте.Бара –тора ул бер кемде лә танымаҫлыҡ хәлгә килде.Фәрхиямал уны йәлләп, дауахананан өйөнә алып ҡайтты.
Хәйбулланың хәле бик аяныс ине.Ул нимәне һәм күпме ашағанын ,ни эшләгәнен белмәй.
Көнө буйы шкафтан ҡатынының да,үҙенең дә ыштан-күлдәктәрен алып, өҫтөнә ҡат-ҡат кейә.Йәиһә ҡалаҡ,бысаҡ,тәрилкә,башалтай кеүек нәмәләрҙе яҫтыҡ тышына тултырып , өй буйлап күтәреп йөрөй.Өҫтәл артына ултырһа,икмәк киҫәген,сынаяҡты, бәләкәй бала шикелле, машина итеп йөрөтөп,ауыҙҙарынан күперектәр сығарып уйнай. Кем менәндер үҙе генә белгән телдә һөйләшә ,берсә ҡысҡырып көлөп ебәрә,берсә сарбайлап илай.Фәрхиямал күрмәй ҡалһа, инәнән тыума сисенеп,урамға сығып йүгерә,күршеләренә шул килеш барып инә.
Бер көндө алама күңелле әҙәм Хәйбуллаға араҡы һалып биргән.Ир инде бөтөнләй януарға әүерелә: эт булып олой,аттай кешнәй,үгеҙҙәй үкерә.Ни ҡыланғанын белмәй: берсә туйтаңлап ерҙән имгәкләп китә,берсә йүгереп барған килеш ҡапға бағанаһына ырғый, бесәй кеүек өй башына үрмәләй. Хатта урамдан үтеп барған машина арбаһына һикереп менеп ултыра. Ярай,шофер аңлаған бәндә булып сыға, юхалап-йыумалап төшөрөп ,ишек алдына индереп ебәрә уны. Шул саҡ иғтибарын лаулап өргән эте яулай,йәһәт кенә утынлыҡта түмәрҙә сабыулы торған балтаны эләктереп ала ла,балаларҙың күҙ алдында уны балта менән сабып үлтерә,шунан ҡанға буялған бите,ҡулдары менән урамға сығып йүгерә.Күрше-тирәләре ҡурҡыштарынан ҡапҡаларын бикләп ултыралар,балаларын ,доньяларын ҡурсып,милицияға хәбәр итәләр.
Был хәлдән һуң Хәйбулланы ,ауыл хакимиәте башлығы юллауы буйынса, психикаһына зыян килгән ауырыуҙар ятҡан дауаханаға алып киттеләр.
Шул китеүҙән башҡа иреккә сыҡманы Хәйбулла,ҡалған ғүмерен дүрт стена артында үткәрҙе.Изгелегенә барып,Фәрхиямал айына бер булһа ла уның хәлен белеп торҙо,күстәнәстәр алып барҙы. Ләкин Хәйбулла уны таныманы...
***
Ул арала балалары ла үҫеп, буйға етте. Улы Фәнис ауылда урта мәктәпте тамамланы, шунан военкомат уны шоферҙар курсына уҡырға ебәрҙе.Егетте һалдат хеҙмәтенә, еренә еткереп, хушлашыу табыны йыйып, туғандарын, йәштәштәрен саҡырып, оҙатты әсә.Тәүҙә улынан йыш ҡына хаттар килеп торҙо,шунан улар һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе.Инде ҡайтыр ваҡыты етте, тип торғанда уныһынан тағы бер хат килеп төштө.Был юлы улы үҙенең өйләнеүе,ҡатынының мәрйә булыуы тураһында хәбәр итте.Әсә балаларына хат аша ү ризалығын бирҙе,ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тик ике-өс йыл үткәс, бер тапҡыр ғына ҡайтып китте йәш ғаилә. Килене , ҡалала үҫкән иркә ҡыҙ, Фәрхиямал бешергән бер нәмәне лә ашаманы:ирен бер туҡтауһыҙ магазинға ебәреп, ризыҡ ташытты. Кис етһә, улы бисәһенең аяғын йыуып, һөртөп, һыуын сығарып түгеп мәж килә. Көйәҙ килен ”Матурым да матурым!”-тип, өлтөрәп торған ирҙе ,бәләкәй малай ише, йомош ҡушып йүгертә.
Фәрхиямал, бер ваҡытын тура килтереп, бәпес,ейән-ейәнсәрҙәр тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ҡатын иренен бәлшәйтеп ,ситкә боролдо.
-Беҙ йәш әле,үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалырға кәрәк!-тип ҡырт киҫте.Шунан, Фәрхиямал башҡа был турала өндәшмәне. Туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөткән, һөтөн имеҙгән ,ғүмерен арнаған ,иҫерек аталарынан ҡурсып,картуф баҡсаларында,күршеләрҙә йәшереп,мең михнәт менән тәрбиәләгән балаһының сит-ятҡа әүерелеүен күреүе уғата ауыр ине.Ошо ҡайтыуҙан башҡа күренмәне улары.Берәйһе улы тураһында һораша башлаһа,Фәрхиямал һүҙҙе тиҙ генә икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрер булды.
..Инде ҡыҙы Илмирала булды бөтә өмөтө Фәрхиямалдың.Ҡыҙыҡай тырышып ҡына уҡыны,тыныс,ипле генә бала булып үҫте.Әсәһе бөтә күңелен биреп яратҡанға осоноп та китмәне.Өйҙә лә тыныс ҡына итеп бөтә эштә лә ярҙамлашып,аҡыллы ғына ҡыҙ булып үҫеп, буйға етте. Тик бигерәк йыуаш ине ул,низағлашып,тауышланып йөрөмәне.Әллә атаһының аҡылынан яҙыуы бала күңеленә шулай тәьҫир иттеме?Кем генә белә инде!Мәктәпте тамамлағас, ауылдан сығып китергә лә ынтылып торманы.Башҡа иптәштәре ҡалаға уҡырға китергә атлығып торғанда,ҡыҙ өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Ләкин был юлы Фәрхиямал ныҡлыҡ күрһәтте:
-Етте,ҡыҙым,ауылда ҡалам ,тип ауыҙыңды ла асмайһың.Уҡы,әҙәм бул. Минең кеүек ғүмер буйы йәйен-ҡышын резинкә итек кейеп,ферма юлын тапарға итәңме ни?Булмай,мин риза түгел,ана йә уҡытыусылыҡҡа,йә врачлыҡҡа уҡы.Эштәре таҙа,матур итеп кейенеп, эшкә бараһың,шатланып эштән ҡайтаһың,көн һайын байрам кеүек.
-Һине йәлләйем,әсәй,бер үҙең ҡалаң бит.Унан аҡса ҡайҙан еткерербеҙ? Дүрт йыл буйы уҡырға кәрәк.
-Уҡырһың.Әле минең ҡулымдан эш төшмәгән,ике ҡулымды муйыныма аҫмағанмын.Минең кеүектәр ауылда өй беренсә.Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй ул,астан үлмәм.Фәрхиямал үҙ һүҙендә ныҡ торҙо,Илмира Өфөгә барып , медицина училищеһына уҡырға инде.Әҙ булһа ла стипендия алды,бер яҡтан әсәһе аҙыҡ-түлек менән,матди яҡтан да ярҙам итеп торҙо.
Ҡыҙ матур ғына уҡыны: Фәрхиямал ата-әсәләр йыйылышына барғас, уҡытыусылары уны бик маҡтаны,тик кеше менән бик аралашып бармай, шып-шым ғына булыуына иғтибар итергә тәҡдим иттеләр.
Көн артынан көн,ай артынан ай алға йүгерҙе,Илмира инде аҙаҡҡы курста уҡый. Бер ялға ҡайтҡанында ҡыҙының өҫтөндә оҙон күлдәк ,башында яулыҡ булыуын күреп ,Фәрхиямал аптырап китте.Уның һораулы ҡарашына яуап итеп,Илмира әсәһенә буш ваҡытында мәсеткә барыуы,дин менән ҡыҙыҡһына башлауы хаҡында һөйләне.Һуңғы йылдарҙа ауылдаштарҙың да мәсет асыу мәсьәләһен хәл итеп йөрөүҙәрен ишетеп кенә түгел,күреп йөрөгән Фәрхиямал,ҡыҙының был ҡыҙыҡһыныуында бер хилафлыҡ та күрмәне.
Тик... диплом яҡлар алдынан ғына, ҡыҙ ҡапыл юҡ булды.Бер-ике аҙна ялға ҡайтмағас,ул сәбәпте ҡыҙының ныҡ эше күп булыуы менән бәйләне.Ләкин бер көндө почтальон ҡатын уға ҡыҙы уҡыған училищеның уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдиренең хатын килтергәс,аптырап китте.Унда ҡыҙҙың инде бер айға яҡын уҡыу йортона килеп күренмәүе тураһында хәбәр ителгәйне. Фәрхиямалдың башына таш менән һуҡтылармы ни!Ул тиҙ генә йыйынды ла, Өфөгә сығып китте. Ләкин унда ла тынысланырлыҡ бер яуап та таба алманы. Ауылда имеш-мимештәр таралды.Милиция ла эҙләп килгеләне,тик ҡыҙ зым-зыя юғалды.Бына шул саҡ ...Зәбирәләрҙең ишеген шаҡыны ла инде Фәрхиямал.Нисек һүҙ башларға белмәй, ыуаланып ултырған ҡатынды , Зәбирә сәй эсергә ултыртты,алдына әле бер ,әле икенсе ризыҡты ҡуйып , тәмләп ҡарарға ҡыҫтаны.
Зәбирәнең иҙәндәге балаҫта бесәй балалары кеүек шаярған ике малайына ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла ,Фәрхиямал иланы ла ебәрҙе.
-Эй,хоҙайым,минең балаларымдың да шундай ғына саҡтары бар ине бит!Ҡайҙа ғына йөрөйҙәрҙер инде йөрәккәйҙәрҽм?Фәнисҽм килен менән диңгеҙ буйында бер ҡалала йәшәй , иҫән булһын балаҡайҙар. Бына Илмирам ҡайҙалыр?Бер ни белмәйем!
Фәрхиямал ҡулъяулығы менән күҙҙәрен һөртөп алды.
-Зәбирә һеңлем,һиңә оло йомош менән килдем бит әле,зинһар өсөн миңә анау беренсе каналда барған “Көт мине” тапшырыуына хат яҙып ҡына бирсе.Һыу төбөнә төшкән кеүек ғәйеп булды бит балаҡайым.Инде бөтә ил буйынса эҙләй бит милиция!Юҡ!Исмаһам, ҡош телендәй генә бер хәбәре булһын ине!
-Фәрхиямал апай,ул тиклем үҙеңде бөтөрмәй тор,иҫән-һауҙыр,табылыр,Алла бирһә.Яҙам,әлбиттә, яҙам,хат яҙыу - эшме ни?Ҡулымдан килгәнде эшләрмен.
-Рәхмәт инде һиңә,күҙ төбәп килгәйнем,бороп сығарманың. Алланың рәхмәте төшһөн.Балаларыңдың изгелеген күреп йәшә,үҙең дә,ирең дә иҫән-һау булығыҙ,татыу йәшәгеҙ!Бала ҡайғыһы бирмәһен мәүлем!
Изге теләктәрен теләп ,ҡыуанып сығып китте ул.Ә Зәбирә, төн ултырып, “Көт мине” тапшырыуына хат яҙҙы.
Ике ай тигәндә тапшырыуҙың редакторҙарынан хәбәр килде.
“Илмира иҫән,кейәүгә сығып,Мысырға йәшәргә киткән “.
Фәрхиямал икенсегә тағы килде Зәбирә менән Шәфҡәттең өйөнә.Был юлы , шатлығынан нимә эшләргә белмәгән ҡатын, икеһенә лә бүләккә йөндән ойоҡбаштар бәйләп килтергән, малайҙарға -уйынсыҡ машиналар ,күстәнәскә кәнфит,сәй ҙә алған.
-Фәрхиямал апай,ниңә улайтып бүләктәр күтәреп йөрөйһөң, килешмәгәнде. Мин бит бүләк өсөн яҙманым ул хатты,ҡулымдан килгәнде генә эшләнем.
-Юҡ,Зәбирә һеңлем!Эш бүләктә түгел,ә рәхмәтле була белеүҙә.Мин шул тиклем рәхмәтлемен һиңә.Ҡыҙымдың үҙенән дә хат килде бит,киләһе йыл ҡайтабыҙ -,тигәндәр.
Эсенә һыймаҫ шатлығы менән бүлеште ҡатын.
Ысынлап та ,киләһе йылына ҡыҙы Илмира(хәҙер исеме Айша ине) ергә тейеп торған оҙон күлдәк ,башына яулыҡ ябынып -хиджаб кейеп ,ҡайтып төштө.Эргәһендә бәләкәй ҡыҙы ла бар ,ул да яулыҡ ябынған.Кейәүе һаҡал,мыйыҡ үҫтергән, оҙон кейем кейгән сит милләт кешеһе башҡортса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй булып сыҡты.Ир кеше Фәрхиямал әҙерләп ҡуйған итте лә ашарға теләмәне,имеш,мал һуйғанда араҡы эскән кешеләрҙең ҡулы тейгән. Уның өсөн бөтә нәмә “хәрәм” ине.Һарыҡты ла үҙ ҡулдары менән салды, тауыҡ итен,йомортҡаны бөтөнләй ауыҙына ҡапманы. Хатта икмәктең магазиндан һатып алғанын ауыҙ итмәне. Илмира көлсә бешереп,йәйге селләлә өй мейесендә икмәк һалып,ыуарама килде.Улар намаҙын ҡалдырмай ҡөрьән уҡыған,мөкиббән дингә киткән ғаилә ине инде.Ауылда бер ай самаһы торғас,улар кире Мысырға ҡайтып киттеләр.Фәрхиямал ҡыҙы менән киткәнсе ултырып бер рәхәтләнеп һөйләшә лә алманы,ниңәлер кейәүе ҡатынын күҙ уңынан ысҡындырманы.Әсәһе менән дә,яңғыҙын бигерәк тә урамға сығарманы.Ҡыҙының һағыш тулы күҙҙәрен күреп ,әсәй кешенең йөрәге өҙгөләнде.Юлға сығырҙан бер көн алда, уңайын тура килтереп, Фәрхиямал ҡыҙына һүҙ тишеп ҡараны.
-Балаҡайым,бәлки ҡалырһың,бер баланы ҡарарбыҙ әле,уҡыуыңды тамамлап ҡуйырһың.Китмә,балам!
-Юҡ,әсәй!Көфөр һүҙ һөйләмә.Мин иремдән ҡалмайым.
...Был күрешеү һуңғыһы булды.Башҡа ҡыҙы тыуған ауылына,әсәһе эргәһенә ҡайта алманы,бер-бер артлы ҡыҙҙары тыуыуы тураһында хәбәрҙәр генә алды әсә.Инде уларҙың һаны бишәү булғайны.Бер йылды юлға сығырға йыйынғас, илдә солғаныштар башланыу сәбәпле ,ҡайтырға өлгөрә алмай ҡалдылар. Һуңынан инде самолет менән ҡайтыр өсөн һәр балаға билет алырға аҡса еткерә алманылар, ахыры.Фәрхиямал улар ҡайтһа, тип пенсия аҡсаһын йыйыштырып та торҙо тороуын,ләкин осрашыу мөмкинлеге бөттө.
Үлемесле ауырыуы ла тиҙ еңде ҡатынды.Бик тиҙ арый,хәле бөтә башлағас,больницаға барғайны,инде ауырыуының аҙаҡҡы, дүртенсе стадияға етеүе билдәле булды. Ике ай эсендә майшәм кеүек ирене лә ҡуйҙы .Ғүмер буйы,үҙе әйтмешләй,резинкә итек кейеп, ферма юлын тапауы ла сәбәп булғандыр. Унан бөтә ауыр сирҙәрҙең нигеҙендә нервы ҡуҙғыуы ятыуын хәҙер бала-сағаға хәтлем белә бит. Ә уның күҙ йәштәре түкмәгән көнө,ҡайғырмаған минуттары булмағандыр. Ире өйҙән төн уртаһында баҫтырып сығарһа,ике балаһын ҡосаҡлап, ҡышын мал аҙбарында,йәйен картуф баҡсаһында йоҡлап йөрөүҙәре лә эҙһеҙ үтмәгәндер.
Кейәүгә сығып ирҙән,балалар табып ,уларҙан уңманы ҡатын.Ә Фәрхиямал үҙе бит шундай киң күңелле ,кешелекле,фәрештәләй кеше булды: бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартманы, бөтә күрше-күләндең балаларын ҡарашты,ҡунаҡҡа китһәләр ,һыйырҙарын һауып,мал-тыуарҙарын тәрбиәләп,өйҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып торҙо.Үҙ теләге менән яңғыҙ йәшәгән әбейҙәрҙе лә ярҙамынан ҡалдырманы: берәүҙәренә магазиндан аҙыҡ-түлек ташыны,ҡайһыларының баҡсаларын утап бирҙе,мейестәрен ағартты, иҙәндәрен йыуҙы.Илаулап,яҙмышына зарланып ултырманы.
Мәрхүмкәй урамдан барһа,бөтә кешеләргә ихлас йылмайып,һаулыҡ,хәл һорашып уҙыр ине.
-Даланлы,өлөшлө була күр,балаҡайым!Ир бәхете теләп, ҡатын бәхете-ирҙән, тигән булып, изге теләктәрен алҡынып-талпынып ,фатихаларын биреп үҫтергәйне лә бит әсәкәйем.Бәләкәстән атайһыҙ ҡалып,ярты етем булып буй еткерҙем.Атайлы балалар аталарына арҡаланып йәшәгәндә,ата йылыһы күрмәнем.Соҡор ҡайҙа-һыу шунда,етем ҡайҙа-һүҙ шунда ,тигән кеүек инде. Бер бәхеткәйҙәрең булмағас...-тип, ултырғайны Фәрхиямал аҙаҡҡы тапҡыр килгәнендә.
Зәбирә уйҙарынан арынып,аш бүлмәһенә үтте ,бәлеш ҡамыры баҫырға тотондо.Мәрхүмәне ҡуйып ҡайтҡас,өсөн,етеһен уҡытырға,ҡөръән табыны әҙерләргә кәрәк булыр...
Читайте нас: