Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 13:30

“Мин уҡыта белмәйем”

Бында ней яман рәхәт, бисәкәй тауар алып ҡайта, мин һатып торам.

Ял көнө. Ҡасим Арыҫлан улы баҙарҙа:
- Ҡас-и-и-м-м, Ҡас-и-и-м-м, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Тирә-яғына ҡаранды, таныш бер кем дә күренмәй. Тауыш йәнә ҡабатланды:
- Ҡас-и-и-м-м, Ҡас-и-и-м-м!
Бәй, ана, бит тәтәйҙәр һатҡан ерҙә Марат Байрасович тора! Байтаҡ ҡына йылдар бер райондың мәғариф бүлегендә эшләй торғайны. Шуға ла уның менән йыш осрашырға тура килде. Талапсан етәксе булды, наградалары ла бар ине. Әммә ниндәйҙер хилафлыҡ табып эшенән сығарҙылар.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул элекке етәксенән:
- Ни эш бөтөрөп йөрөйһөгөҙ? – тип һораны.
- Күрмәйһегеҙме ни, һатыу итәм.
- Һеҙ һатыу итәһегеҙ? – Ҡасим Арыҫлан улы быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. - Китсәле, шаяртмағыҙ.
Шул саҡ һатып алыусыларҙың килеүе, Марат Байрасовичтың уларға тәфсирләп яуап биреүе – уның ысынлап та баҙарҙа эшләүенә дәлил ине.
- Марат Байрасович, бында торғансы мәктәпкә барһағыҙ, һәйбәтерәк булыр ине! Һеҙ бит тарихсы. Ир уҡытыусылар етешмәй. Әтеү шыр ҡатын-ҡыҙҙар ҡалды бит, ир-атҡа уҡыусылар башҡа төрлөрәк ҡарай, - тине.
- Мин уҡыта белмәйем бит. – Элекке түрә тештәрен ыржайтып йылмайҙы. – Бында ней яман рәхәт, бисәкәй тауар алып ҡайта, мин һатып торам.
“Бер уйлаһаң, дөрөҫөн әйтә бит. Бөгөн етәксе булып, шулайт, былайт тип әмер биреп, аҡыл һатып йөрөгән күптәр ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәренең эшен башҡара алмауы сер түгел инде”тип уйлап ҡуйҙы эсенән генә Ҡасим Арыҫлан улы.
Читайте нас: