Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 16:40

Уның кеүек тә мөхәббәтле актерҙы күргәнем юҡ тине

Хәлиловтар ғаиләһе хаҡында яҙыу үҙе ҙур кинәнес. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошоғаса Азамат ағай һымаҡ та мөхәббәтле актерҙы осратҡаным юҡ ине. “Еңгәңде күрҙем дә ҡапландым. Ғүмерлеккә яраттым”, ти бит. Ысынлап та, үҙенән бер курсҡа өлкәнерәк уҡыған Дәүләкән ҡыҙына күҙе төшә егеттең. Студент сағында Азамат ағай хеҙмәт итеп ҡайтырға ла, өйләнергә лә, атай булырға ла өлгөрә. “Әрмелә саҡта көнөнә икешәр-өсәр хат яҙғанмын. Зөлфиә шуларҙың һәммәһен дә һаҡлап барған. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, өйҙә дипломат тулы хат ята. Күңел килгәндә еңгәң менән уларҙы уҡып көлөшөп, йәшлекте иҫкә төшөрөп алабыҙ. Ысынлап та, бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ, әле лә шулай…”Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтарҙы көнөнә нисәлер сәғәт кенә айрым торһалар ҙа ике бәпкә шикелле бер-береһен юҡһына башлайҙар икән, тигәндәрен ишеткәнем бар ине шул. Дуҫтары менән ҡырға бәшмәккә, еләк фәләнгә сыҡһалар ҙа һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәйенсә бер урында ғына йөрөй ти бит улар.Ә ҡыҙҙары һуң! Зилиә хаҡында телгә алып үттек инде. Һылыу ҙа, тырыш та, талантлы ла… Ул Азамат ағайҙың “ҡыҙым, бер үк сәнғәткә бара күрмә, ғаиләлә ике “дүрәк” бар бит инде, өсөнсөһө артыҡ булып китә” тип ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, үҙ һүҙен һүҙ итеп, атаһы менән әсәһенең юлын һайлай. Айһылыуҙары ла торғаны бер мөғжизә! Иҫ киткес зирәк бала. “Ул да үҙебеҙ кеүек хыялый инде. Юморҙы тоя, аңлай, һүҙгә минән дә оҫтараҡ. Яратып туйып булмай бәләкәсте. Беҙ бит, эш менән мауығып китеп икенсе бала хаҡында онотоп ташлағанбыҙ. Шуға ла өлкәне менән кесеһе араһында 12 йәш айырма булып киткән”, тип көлдөрҙө атай кеше. Хәләл ефете, ҡыҙҙары хаҡында һөйләгәндә йөҙө бәхеттән балҡый ине уның. Әйттем бит, мөхәббәтле кеше тип. Шундай ғаиләнең капитаны бул да ҡыуанма ла, ғорурланма ла имеш.“Бына, өйҙә ремонт эштәре тамамланһын да, редакцияғыҙ хеҙмәткәрҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып алырбыҙ. Әйткәндәй, барлыҡ экзотик ризыҡ төрҙәрен дә үҙем әҙерләйем, былауҙы оҫта бешерәм, “жаркойҙарым” шәп сыға, балыҡ, ҡабаҡ, ҡаҙ тултырырға яратам. Ә ҡамыр аштарында инде еңгәгеҙгә еткән кеше юҡ. Зерә күңелле йәшәйбеҙ, мотлаҡ килеп күрегеҙ”, тип оҙатып ҡалды Азамат ағай.Ә беҙҙең, ысынлап та, Хәлиловтарға ҡунаҡҡа барып, Азамат ағай бешергән аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға, унан бигерәк, теге дипломат тулы мөхәббәт хаттарына “ревизия яһап” ҡайтырға ла (рөхсәт итһәләр инде) иҫәп бар әле...

Хәлиловтар ғаиләһе хаҡында яҙыу үҙе ҙур кинәнес. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошоғаса Азамат ағай һымаҡ та мөхәббәтле актерҙы осратҡаным юҡ ине. “Еңгәңде күрҙем дә ҡапландым. Ғүмерлеккә яраттым”, ти бит. Ысынлап та, үҙенән бер курсҡа өлкәнерәк уҡыған Дәүләкән ҡыҙына күҙе төшә егеттең. Студент сағында Азамат ағай хеҙмәт итеп ҡайтырға ла, өйләнергә лә, атай булырға ла өлгөрә. “Әрмелә саҡта көнөнә икешәр-өсәр хат яҙғанмын. Зөлфиә шуларҙың һәммәһен дә һаҡлап барған. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, өйҙә дипломат тулы хат ята. Күңел килгәндә еңгәң менән уларҙы уҡып көлөшөп, йәшлекте иҫкә төшөрөп алабыҙ. Ысынлап та, бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ, әле лә шулай…”
Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтарҙы көнөнә нисәлер сәғәт кенә айрым торһалар ҙа ике бәпкә шикелле бер-береһен юҡһына башлайҙар икән, тигәндәрен ишеткәнем бар ине шул. Дуҫтары менән ҡырға бәшмәккә, еләк фәләнгә сыҡһалар ҙа һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәйенсә бер урында ғына йөрөй ти бит улар.
Ә ҡыҙҙары һуң! Зилиә хаҡында телгә алып үттек инде. Һылыу ҙа, тырыш та, талантлы ла… Ул Азамат ағайҙың “ҡыҙым, бер үк сәнғәткә бара күрмә, ғаиләлә ике “дүрәк” бар бит инде, өсөнсөһө артыҡ булып китә” тип ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, үҙ һүҙен һүҙ итеп, атаһы менән әсәһенең юлын һайлай. Айһылыуҙары ла торғаны бер мөғжизә! Иҫ киткес зирәк бала. “Ул да үҙебеҙ кеүек хыялый инде. Юморҙы тоя, аңлай, һүҙгә минән дә оҫтараҡ. Яратып туйып булмай бәләкәсте. Беҙ бит, эш менән мауығып китеп икенсе бала хаҡында онотоп ташлағанбыҙ. Шуға ла өлкәне менән кесеһе араһында 12 йәш айырма булып киткән”, тип көлдөрҙө атай кеше. Хәләл ефете, ҡыҙҙары хаҡында һөйләгәндә йөҙө бәхеттән балҡый ине уның. Әйттем бит, мөхәббәтле кеше тип. Шундай ғаиләнең капитаны бул да ҡыуанма ла, ғорурланма ла имеш.
“Бына, өйҙә ремонт эштәре тамамланһын да, редакцияғыҙ хеҙмәткәрҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып алырбыҙ. Әйткәндәй, барлыҡ экзотик ризыҡ төрҙәрен дә үҙем әҙерләйем, былауҙы оҫта бешерәм, “жаркойҙарым” шәп сыға, балыҡ, ҡабаҡ, ҡаҙ тултырырға яратам. Ә ҡамыр аштарында инде еңгәгеҙгә еткән кеше юҡ. Зерә күңелле йәшәйбеҙ, мотлаҡ килеп күрегеҙ”, тип оҙатып ҡалды Азамат ағай.
Ә беҙҙең, ысынлап та, Хәлиловтарға ҡунаҡҡа барып, Азамат ағай бешергән аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға, унан бигерәк, теге дипломат тулы мөхәббәт хаттарына “ревизия яһап” ҡайтырға ла (рөхсәт итһәләр инде) иҫәп бар әле...
Читайте нас: