Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2020, 17:00

Азамат Юлдашбаев: "Театр ҙа, әҙәбиәт тә үҙ-үҙеңде алдау ул..."

“Шоңҡар”ҙар. Драматургия жанры хаҡында ни әйтерһегеҙ?Азамат Юлдашбаев. Спектакль дә – үҙ-үҙеңде алдау. Секталар нисек йәшәгәнен беләһегеҙме? Әгәр ҙә ул һәр бер кешене айырым-айырым ҡабул итеп, айырым-айырым һөйләшә торған ойошма булһа, унда бер кем дә бармаҫ мне. Улар бер нисә кешене йыя ла, массалы психология ойоштора. Шуның ише, спектаклде лә берәү ҙә яңғыҙы ғына ултырып ҡарамаҫ ине. Береһе ҡул сапҡас, икенсеһе ҡушыла. Ҡыҫҡаһы, бында ла баяғы массалы психология башлана. Шуға ла үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Был донъяла Аллаһы Тәғәлә һәм уға илткән юл ғына бар. Башҡа ҡиммәттәрҙең бөтәһе лә Советтар Союзы тыуҙырған миф ул. Әҙәбиәт тә, театр ҙа бары тик идеологик ҡорал ғына ине бит. Хәҙер юҡ инде улар.“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, әҙәбиәт тә бөтәсәк инде?Азамат Юлдашбаев. Бөтмәсәйәк. Әммә элекке һымаҡ ҡырылып ятып уҡыу булмаясаҡ. Шулай ҙа үтә аҡыллы кешеләр өсөн ниндәйҙер элитар шөғөл булып ҡалыуы ихтимал. Унан һуң, кем белә, ваҡиғалар нисек үҫешә бит әле? Бәлки, донъя һуғышы башланыр ҙа, глобаль селтәр юҡҡа сығыр. Шул ваҡытта инде кеше ҡабат китап, гәзит-журнал уҡый башлар. Тик был хәлгә ҡыуанырға булырмы икән?!

“Шоңҡар”ҙар. Драматургия жанры хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Азамат Юлдашбаев. Спектакль дә – үҙ-үҙеңде алдау. Секталар нисек йәшәгәнен беләһегеҙме? Әгәр ҙә ул һәр бер кешене айырым-айырым ҡабул итеп, айырым-айырым һөйләшә торған ойошма булһа, унда бер кем дә бармаҫ мне. Улар бер нисә кешене йыя ла, массалы психология ойоштора. Шуның ише, спектаклде лә берәү ҙә яңғыҙы ғына ултырып ҡарамаҫ ине. Береһе ҡул сапҡас, икенсеһе ҡушыла. Ҡыҫҡаһы, бында ла баяғы массалы психология башлана. Шуға ла үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Был донъяла Аллаһы Тәғәлә һәм уға илткән юл ғына бар. Башҡа ҡиммәттәрҙең бөтәһе лә Советтар Союзы тыуҙырған миф ул. Әҙәбиәт тә, театр ҙа бары тик идеологик ҡорал ғына ине бит. Хәҙер юҡ инде улар.
“Шоңҡар”ҙар. Тимәк, әҙәбиәт тә бөтәсәк инде?
Азамат Юлдашбаев. Бөтмәсәйәк. Әммә элекке һымаҡ ҡырылып ятып уҡыу булмаясаҡ. Шулай ҙа үтә аҡыллы кешеләр өсөн ниндәйҙер элитар шөғөл булып ҡалыуы ихтимал. Унан һуң, кем белә, ваҡиғалар нисек үҫешә бит әле? Бәлки, донъя һуғышы башланыр ҙа, глобаль селтәр юҡҡа сығыр. Шул ваҡытта инде кеше ҡабат китап, гәзит-журнал уҡый башлар. Тик был хәлгә ҡыуанырға булырмы икән?!
Читайте нас: