Башҡорт телен пропагандалауға бәйле фекерем дә бар. Башлыса, тәржемә мәсьәләһенә ҡағыла уныһы. Ул хаҡта ҡатыным менән йыш фекер алышабыҙ. Әҙәби булмаған телде цензуралау көслө беҙҙә. Башҡорт теленә тәржемә иткәндә, халыҡтың һөйләш теленә яҡын телдә тәржемә итергә рөхсәт юҡ. Уны мотлаҡ рәүештә әҙәби тел нормаларына еткерергә, ҡатмарлаштырырға, аңлайышһыҙ итергә кәрәк. Мин рәсми текстар хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Нәфис әҙәбиәтте, сәхнә әҫәрҙәрен күҙ уңында тотам. Әҙәби тел нормалары, публицистик телмәр, әлбиттә, мөһим нәмә. Әммә һәр осраҡта ла түгел. Тел бит үҫергә, тын алырға, йәшәргә тейеш. Артыҡ әҙәбиләштереү ҡайһы берҙә башҡорт телен ул телдә бер кем дә һөйләшмәһен өсөн ҡаҡлап, консервалап ябып ҡуйырға теләү кеүек тойолоп китә. Йәнәһе лә, иртәгә бөтәбеҙ ҙә үләсәкбеҙ һәм бер башҡорт та булмаясаҡ. Һәм был телдә бер кем дә һөйләшмәйәсәк. Шуға ла уны тиҙерәк консервалап ҡуйырға кәрәк. Ҡайһы бер тәржемәләр шундай уйға илтә...