Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2020, 22:15

Радий Хәбиров “Шүлгән-Таш” музей-комплексы проекты хаҡында фекерен белдерҙе

Был объект ҡасан файҙаланыуға тапшырыласаҡ?

Республика Башлығы был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә проекттың ҡайһы бер деталдары хаҡында яҙа. Уның әйтеүенсә, музей бинаһы тулыһынса ошо тирәләге Урал тауҙары рельефына оҡшаған. Ә музейға инеү урыны мәмерйәгә ингән ерҙе хәтерләтә. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, проекттың архитекторҙары музейҙың һәр урынын ентекле уйлаған. Амфитеатр бинаның төньяҡ өлөшөндә ҡаралған, ул 500-гә тиклем тамашасыны һыйҙыра ала. Унда ғилми симпозиумдар үткәрергә, фильмдар күрһәтергә, лекциялар уҡырға мөмкин буласаҡ. “Беҙ был тирәләге тәүге осорҙағы кеүек матурлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Эйе, “Шүлгән-таш” музей комплексының айырым залдары мәмерйәнең үҙенә арналған бөгөнгө экспозицияларға, ғәжәп экспонаттарға арналырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров.

Музей комплексы 2020 йыл аҙағына төҙөлөп бөтөр тип күҙаллана.
Читайте нас: