Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2020, 18:15

Хоҙай беҙгә бала бирмәҫ инде...

Һеҙ, бәлки, ир менән ҡатын булараҡ йоҡлай белмәйһегеҙҙер, шуға балағыҙ юҡтыр.

Һуңғы көндәрҙә Сәриәнең йоҡоһо йоҡо, ашы аш түгел. Өләсәһе әйтмешләй, ни үле, ни тере йөрөй. Эшенең дә рәте-сираты юҡ. Әҙерләгән тоҙҙо йә һалырға онота, йә артығын сумдыра.

Коллективында ҡатындағы үҙгәреште тиҙ шәйләнеләр. Эше иҫәп-хисап менән бәйле булғас ни, йыш ҡына хаталар киткеләй башланы.

Бына бөгөн дә бүлек мөдире Зифа Әхтәмовна бүлмәгә инеп:

– Сәриә, иғтибарлыраҡ булһаңсы, бына ошо урындарын ҡабаттан ҡараштыр әле, – тип отчеттарын алдына һалып, иҫкәрмә яһаны. Унан ҡатындың һурылып киткән йөҙөнә иғтибар менән ҡарап:

– Һуңғы арала кәйефһеҙ күренәһең, әллә бер-бер хәл булдымы? – тип һораны.

– Ни эшләптер башым ауыртып торасы.

Сәриә эш өҫтәле янынан тороп, сәйнүктән стаканға һыу ҡойоп алып уртланы ла тәҙрәнән тышҡа баҡты.

Тәбиғәттә иң нәзәкәтле миҙгел. Мәңге иремәҫтәй тойолған ҡалын-ҡалын ҡар ҡатламдары ни аралалыр ғәйеп булды ла, ни аралалыр тирә-яҡ күпереп торған йәшеллеккә күмелде. Әммә көлтәләй яҙғы ҡояш нурҙары ғына уның өшөгән йәнен йылытырлыҡ түгел шул.

Шул мәл тәҙрә аҫтындағы кескәй генә ярыҡҡа суҡышына нимәлер ҡыҫтырған турғай инеп китте, унан кемуҙарҙан сипылдашҡан тауыштар ишетелде. Сәриәнең йөрәге терт итеп ҡалды. “Ҡара, шул бәләкәс кенә йән эйәһе лә ниндәй бәхетле! Ул – әсәй, уның бағып үҫтергән сабыйҙары бар. Ә мин, ирем гелән әйтеп кәмһеткәнсә, ҡыу ағас, түлһеҙ. Инде бөтәһе лә селпәрәмә килде...”

Ире менән мөнәсәбәте көндән-көн ҡатмарлана бара. Кисә, иртәгә эштән әҙерәк һуңлабыраҡ ҡайтырмын, поликлиникаға барырға кәрәк, тигәс, тағы туҙынды ла китте. Әйтмәгән һүҙе ҡалманы.

– Надайыл бер туҡтауһыҙ балнисҡа йөрөүҙәрең. Бөтә ғүмерең шунда ғына үтер инде.

– Һуң, Сәлим, мин ҡыҙыҡ булғандан бара тиһеңме әллә?

Ир уның һайын ярһыны.

– Йөрөһәң дә, йөрөмәһәң дә, беҙгә тигән бала булмаҫтыр инде. Булһа, быға тиклем тыуыр ине. Бушҡа аҡса туҙҙырып йөрөйһөң шунда. Хәҙер йөрөмәгән ҡарсығың, бармаған врачың ҡалманы бит. Ул киткән аҡсаға әллә ниҙәр алырға булыр ине. Ҡыу ағас!

– Эй Аллаҡайым, ниҙәр генә ҡылайым һуң, Сәлим? Тотаһың да гел бер нәмәне туғыйһың. Әллә миңә рәхәт тиһеңме?

– Ә, шулаймы ни, йәлләтәһең инде!

– Сәлим, мин һиңә тағылып сыҡманым, бәйләп тә тотмайым. Теләгең булһа, кит тә бар.

– Ҡара, нимә тигән була! Берәйһен тапҡанһыңдыр әле...

Сәриә, үкһеп, карауатына ауҙы. Әйтерһең, уның күңелендә күптән йыйылып килгән быуа йырылды. “Эй Хоҙайым, ниңә был тиклем ғазаплайһың? Минең дә бәхеткә саҡ ҡына булһа ла хаҡым барҙыр бит. Инде ни эшләргә? Артабан ниҙән йәм табып йәшәргә?”

Их, бәләкәстәре булһа, уларҙан да бәхетле кеше табылмаҫ ине. Бындай кәмһетелеүҙәр, йөрәкте умырып алырлыҡ һүҙҙәр ҙә ишетмәҫ ине.

Кеше ҡыҙыҡ ҡына ул: уңайы сыҡҡан һайын шул бала юҡлыҡты иҫкә төшөрөп торалар.
“Көтөп торған балаң бармы? Ҡал!” – тип сат йәбештеләр бер көн ҡунаҡтан һуң. Имеш, уға йәне ҡәҙерле, үҙен генә ҡарап йөрөй, теләгән еренә бара, нимә кәрәк, шуны алып кейә. Өлкәнерәктәр иһә: “Хәҙер йәштәр үҙен генә ярата, бала менән баш ҡатырырға ҡабаланмай”, – тигән һығымта яһарға ашыҡты. Ә бер көн бүлек мөдире Мөнирә Сәғитовнаның сәйер ҡыланышынан Сәриә шаңҡып ҡалғандай булды. Ир менән ҡатындар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт тураһында юҡ-бар лапылдап торҙо ла, уға ҡарап:

– Һеҙ, бәлки, ир менән ҡатын булараҡ йоҡлай белмәйһегеҙҙер, шуға балағыҙ юҡтыр, – тимәһенме!

Былай ҙа ҡанһырап торған яраһына тағы ла тоҙ һиптеләр. Әсәһе менән тиңдәш ҡатындың шулай тоҙһоҙ хәбәр сурытыуына ғәрләнде Сәриә. Яуап итеп бер һүҙ ҡатманы.

Ә бынан ун биш көн самаһы элек уларҙың ойошмаһына табиптар килде. Врач, тикшереп бөтөп:

– Һеңлем, һиндә ниндәйҙер үҙгәреш бар, – тигәс, Сәриә терт итеп ҡалды.

Моғайын, миомалыр тигән уй үтте Сәриәнең башынан. Китаптан уҡығаны ла, ишеткәне лә бар: был сир ваҡытында бөтә билдәләр ауырға ҡалғандағы кеүек була, хатта кемдеңдер күңеле болғана, уҡшыта икән. Шеш аҙып китһә, аналыҡ менән бергә киҫеп алыуҙары ла бар...

Шунан табип ҡатынға ҡарап:

– Анализдар тапшырырға, ентекле тикшереү үтергә кәрәк, – тип өҫтәне.

Әммә ҡатын дауаханаға барыуҙы һуҙҙы ла һуҙҙы. Уйындағы ауырыуы иҫбатланһа, һуңғы өмөтөнән яҙыуҙан ҡурҡты ул. Бының менән генә ҡотолоп булмаҫын яҡшы аңлай ҙа һуң. Тик үҙ-үҙеңде мәжбүр итеүҙән дә ауырыраҡ нәмә юҡ икән. Иренә лә, башҡаларға ла үҙендәге үҙгәрештәр тураһында һөйләргә баҙнат итмәне. Эстән генә һыҙып йөрөй бирҙе.

Ошо ваҡыт эсендә тыумаған сабыйын күҙ алдына килтерҙе, төштәрендә күреп һаташты. Урамда осраған ауырлы ҡатындар донъяла иң бәхетле кешеләр булып тойолдо. Уларға ҡарап берсә һоҡланды, берсә көнләште. Миңә лә шулай ҡорһаҡ кәпәйтеп, аяҡтарҙы кирә биреберәк баҫып йөрөр көн булырмы, тип хыялланды. Төштәре бер төрлөрәк: бына ул сабыйын ҡулына тотоп бала табыу йортонан сығып килә, уларҙы баҙрап торған раузалар менән ире ҡаршы ала. Барыһының да бәхете күккә ашҡан. Сабыйын күкрәгенә ҡыҫып имеҙә. Ире йүгерә-атлай балаһына йүргәктәр эҙләй, колясканың да иң матурын һайлай.

Эсендәге уй-хәсрәттәрен башҡалар менән уртаҡлашһа, бәлки, үҙенә бер аҙ еңелерәк булыр, осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙар теҙмәһе йәнен был тиклем иҙгеләмәҫ ине. Әммә ундай ғәҙәте юҡ шул Сәриәнең. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй. Ҡайһы берәүҙәр хәлеңә ингән булып эсәк-бауырыңа тиклем соҡона-соҡона ла аҙаҡ бөтә донъяны ғәйбәт менән тултыра.

Ошо ваҡыт эсендә ул әсә булыу бәхетен татыр өсөн ниҙәр генә ҡылып ҡараманы ла, нисек кенә дауаланманы. Тәүҙә перинаталь үҙәктә медицина тикшереүе үтте. Анализдарының барыһы ла һәйбәт булып та, ауырға ҡала алмауына табиптар ҙа ғәжәпләнде. Һәр кем үҙенсә фараз ҡылды. Берәүҙәре түлһеҙлегенең сәбәбен уның ҡаҡсалығында күреп, әллә ниндәй биоҡушылмалар, витаминдар тәҡдим итте. Икенселәре ҡиммәтле-ҡиммәтле дарыуҙар тәғәйенләне. Әммә ҡатын барыбер балаға уҙманы.

Дарыуҙар ҡуллана торғас, ярты ауырыуға әйләнә яҙҙы Сәриә. Ахырҙа ашҡаҙанында сей яра барлыҡҡа килгәс, дауаханаларға йөрөүен ташланы ла халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итергә тотондо. Ә улары ғәжәп күп булып сыҡты. Ҡапылда барыһын иҫенә лә төшөрә алмаҫ ине. Берәүҙәре фәлән-фәлән ерҙә шундай әбей йәшәй икән, барып ҡара әле, бәлки, файҙаһы тейер, тиһә, икенселәре үҙенең ишеткән-белгәндәрен һөйләргә тырышты.

Иң тәүҙә Сутолока йылғаһы буйында шәхси йортта йәшәгән бер әбейгә барҙы. Ул халыҡтың күплеге! Сират урамға уҡ һуҙылып киткән. “Әллә хәҙер бөтәһе лә им-томсоға ғына йөрөй башланымы икән?” – тип уйлап ҡуйҙы Сәриә. Ниһайәт, сират уға ла етте.
Уны күреү менән урта йәштәрҙәге ханым:

– Ҡыҙым, һине әмәлләгәндәр бит, – тине. – Әммә минең уға көсөм етмәй. Бынан алыҫ түгел бер әбей йәшәй, шуға бар...

Адресын яҙып бирҙе. Уныһы алтмыш йәштәрҙәге маримы, сыуашмы әбейе ине.
Сәриәнең йөҙөнә ҡарау менән:

– Һиңә туйыңда мәйет һыуы эсергәндәр, – тине. – Әммә борсолма, миңә өс тапҡыр килһәң, бөтәһе лә һәйбәт булыр.

Әбейгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне ҡатын. Кит, шулай ҙа булырмы икән? Туйҙарында әллә ни ете ят кешеләр ҙә булманы шикелле. Берәүгә лә яуызлыҡ ҡылып йөрөгәне юҡ. Шулай ҙа имсенән һуң үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш, еңеллек тойҙо ул.

Быйыл йәй Красноусол шифаханаһында ял итте. Һуңғы тапҡыр, өс-дүрт ай элек шикелле, Черниковкалағы урыҫ әбейенә барҙы. Бергә эшләгән әхирәте бер көн: “Сәриә, бына ошо кешегә күренеп ҡара әле, – тип уға йәнә ҡағыҙ киҫәге һонғайны. – Таныштарымдың ун йыл самаһы балалары юҡ ине. Шул әбейҙән эсен һылатҡас, күп тә үтмәй ауырға ҡалған, ти. Бәлки, һинең дә эсең төшкәндер. Уны табиптар үҙе лә белә алмай икән, рентген аша күренмәй, имеш”.

Ишекте сал сәсле, ҡаҡса ғына әбей асты. Сәриәнең ниндәй йомош менән йөрөүен тыңлағас:

– Балаҡайым, һуңғы ваҡытта берәүҙе лә ҡабул иткәнем юҡ ине, ауырып торам, әллә нишләп хәлем юҡ әле, – тине.

Күҙҙәренә йәш тулышты Сәриәнең. Ни эшләптер ошо әбей генә ярҙам итә алыр кеүек тойолдо уға.

– Мин һеҙҙе бик оҙаҡ эҙләнем бит әле. Зинһар, ҡабул итегеҙ инде...

– Ярай, улай булғас. Бик үтенеп һораған кешене кире бороу килешкән эш түгел. Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп, кәрәк саҡта ярҙам итешеп йәшәргә ҡушҡан Хоҙай, – тип һөйләнә-һөйләнә түргә ыңғайланы хужабикә.

Уны диванға ятҡырып, кендек тирәһен һыйпаны ла:

– Эй, ҡыҙым, был хәлдә ниндәй бала табыу ти инде, – тип ҡуйҙы. Унан Сәриәнең ҡулын тотоп, кендегенең һул яғына килтерҙе:

– Кешенең пульсы тап кендек тирәһендә тибергә тейеш, ә һинеке бына ҡайҙа һуға. Эсең шылған бит, аҡыллым. Хәҙер уны урынына ултыртабыҙ.

Әбей йылы ҡулдары менән ипләп кенә Сәриәнең эсен һыйпаштырҙы ла үҙенең яулығын бәйләп ҡуйҙы. – Хәҙер булды.

– Әбей, күпме аҡса бирәйем?

– Аҡса тип ни, балаҡайым, кешенән шунса-шунса бир тип һорағаным юҡ. Мин Хоҙайҙың әмерен үтәйем. Кем нисек теләй, шунса бирә.

Сәриә әбейгә йөҙлөк һондо. Бынан һуң тағы ике тапҡыр килде ул имсегә. Хушлашҡанда әбей:

– Балаҡайым, хәҙер бөтәһе лә һәйбәтләнде, ауырға ҡалһаң да, еңел генә йөрөтәсәкһең. Тик һаҡлан берүк, ауыр әйбер күтәреп ҡуйма, – тип әсәләрсә хәстәрлекле кәңәшен бирҙе. – Ҡатын-ҡыҙҙың организмы бик нескә бит ул. Шуны аңлап бөтмәйбеҙ, үҙебеҙҙе һаҡламайбыҙ. Мәктәптә лә был турала ләм-мим. Нишләптер, әсәйҙәр ҙә балаларына шуны өйрәтеп үҫтермәй. Бигерәк тә ауыл ҡыҙҙары йәл. Бәләкәйҙән ауыр-ауыр биҙрәләр күтәреп үҫә бит улар. Ата-әсәләр ҙә бер ҡатлы инде: ҡыҙҙары ни тиклем ауыр эш башҡарһа, шунса һәйбәтерәк була, тип уйлай. Ҡайһылары, минең ҡыҙым малайҙарҙан артыҡ әле, тип маҡтанған була. Ана, Кавказ халҡынан өлгө алыр кәрәк беҙгә. Улар ҡыҙҙарын шул тиклем ҡәҙерләп үҫтерә, хатта ун һигеҙ йәшкә тиклем бер килонан ауыр әйбер күтәрергә рөхсәт итмәйҙәр. Ә беҙҙә, имеш, ҡатындар ирҙәр менән бер ҡатарҙан эшләһә, шәп була. Тапҡандар маҡтаныр нәмә! Әле кисә генә дауахананан ҡайтып килһәм, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ урам таҙалап йөрөй. Өс-дүрт бисә, Хоҙайым, ҙур бүрәнәне күтәреп бара, береһе көс еткеһеҙ лом менән боҙ аҡтара. Ҡыҙҙарҙы ла әйтер инем, киләсәген уйламайҙар. Ҡышҡы һалҡында ла йоҡа ғына ойоҡ кейеп йөрөп, һыуыҡ тейҙереп бөтәләр. Имеш, ҡупшы була. Ә мәле еткәс, ауырға ҡала алмай бер булалар...

Ошонан һуң Сәриә ҡанатланып, ниндәйҙер үҙгәреш көтөп йәшәй башланы, яҡшыға өмөтләнде. Уны оҙатҡанда әбейҙең, хәҙер ауырға ҡалһаң, балаңды еңел генә йөрөтәсәкһең, тиеүе кәйефен күтәрҙе. Тимәк, сабыйы буласаҡ. Хәҙер Сәриә төшкө аш ваҡытында балалар магазиндарын ҡыҙырырға әүәҫләнеп алды. Кәштәләрҙә нимә генә юҡ! Балалар карауатының ғына тиҫтәләгән төрө тора. Йәнең теләгәнде һайларға мөмкин. Ҡыҙым булһа, бынау күлдәкте алыр инем, малай булһа, һис икеләнеүһеҙ анау велосипедты һайлар инем, тип хыялланды.

Тик комиссия ваҡытында табиптың әйткән һүҙҙәре бар өмөтөн селпәрәмә килтерҙе...

* * *

Ял көнө. Сәриә, йорттағы эшен бөтөргәс, ихатаға сыҡты. Баҡса эшен ғәжәп ярата ул. Шуға ла ҡала ситендә шәхси йорт һатып алдылар. Тәрбиә еттеме, ҡулдары килештеме, өс-дүрт йылдан баҡсалары емеш бирә башланы. Әммә былтыр әллә ни эшләп бер груша ағасы япраҡ ярманы ла ҡуйҙы. Емеше бигерәк тәмле ине. Ире йәй буйы:

– Кит, бынау ҡыу ағасты нимә тип ултыртабыҙ, киҫәйек, – тип тызыҡлаһа ла, Сәриә ҡаты торҙо:

– Йәл бит әле, әҙерәк ултырһын. Ҡайһы бер ағастар һуңғараҡ япраҡ ебәрә торған.

– Әллә инде, әлегә ҡыу ағастың ҡабаттан үҫеп киткәнен күргән юҡ ине.

Шулай ҙа Сәриә уны йәй буйы тәрбиәләне, төбөнә күп итеп тиреҫ һалды, һыу һибеп торҙо.

Көн шундай матур! Бөтә тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән, ҡоштар сутылдаша. Ҡатындың кәйефе күтәрелде. Бына ул ҡыу ағастың янына килде лә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо: олон тирәһенән йәм-йәшел булып бөрөләр бүртә башлаған! Ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына етеп, иренә:

– Сәлим, әйҙә бер нәмә күрһәтәм, – тине лә уны ағас янына алып килде. – Күрәһеңме, ҡыу тигән ағасыбыҙ бөрө ебәргән бит!

– Кит, булмаҫтыр…

– Ана, ныҡлап ҡара!

– Шулай шул! Ҡара, былтыр әлдә киҫмәгәнбеҙ. Бына һиңә ҡороған ағас!

* * *

Күпме былай ут эсендә янып йөрөргә мөмкин? Ҡасан да булһа хәлде аныҡларға кәрәк бит. Шуға бөгөн Сәриә Мөнирә Сәғитовнанан рөхсәт һораны ла УЗИ-ға барып ҡайтмаҡсы булды. Түләүле поликлиникаға тиклем дүрт-биш туҡталыш ҡына ара булғанлыҡтан, йәйәү атланы. Ә башында һаман мең төрлө уй ҡайнаша.

Хәҙер ул киләсәген күҙалларға ла ҡурҡа. Бынан һуң нисек йәшәр, ниҙән йәм табыр, донъяның матурлығы булырмы? Иренә нимә тип әйтер? Ә бит бығаса ниндәйҙер өмөт сатҡыһы бар ине...

Поликлиникала халыҡ байтаҡ. Сиратта ултырыусылар телевизор ҡарай, унда күңелле концерт бара. Сәриә бер аҙ тынысланғандай булды. Хәҙер аҡсаһы булған кеше түләүлегә йөрөргә тырыша шул. Бында мөнәсәбәт бөтөнләй башҡа. Талаш-тартыш юҡ. Табиптар шундай ихлас, күптән осрашмаған туғанын күргәндәй ҡаршы алалар.

Сәриәнең дә сираты етте. Ул ҡалтырана-ҡалтырана креслоға менеп ятты. Табип уның эсенә ниндәйҙер шыйыҡса һөрттө лә компьютер экранына баҡты.

Ҡатындың йөрәге күкрәк ситлеген бүҫеп сығырҙай булып дөпөлдәне. Түҙемһеҙләнеп табиптың һүҙен көттө. Ә уныһы бер нәмә өндәшмәй. Әллә хәле шул тиклем мөшкөл булып, әйтергә ҡурҡамы? Сәриәгә бер нисә минут көндәй оҙон тойолдо. Башында әллә ниндәй уйҙар ҡайнашты, аңын юғалтыр дәрәжәгә етте. Шул саҡ табип Сәриәгә боролдо ла:

– Һеҙҙең дүрт аҙналыҡ ауырығыҙ бар, – тип йылмайҙы.

– Нимә, нимә? – Бөтөнләй икенсе төрлө һүҙҙәр көткән Сәриәнең һикереп тороуына табип та һиҫкәнеп китте. Унан:

– Һеҙҙең дүрт аҙналыҡ ауырығыҙ бар, – тип ҡабатланы.

– Ысынмы, яңылышмайһығыҙмы? – Сәриә үҙ ҡолағына үҙе ышанманы.

Табип иһә ҡатынға сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы, унан тағы бер мониторға бағып:

– Ниңә хаталанайым, ти. Сабыйығыҙ тейешенсә үҫешә. Инде һеҙгә үҙегеҙҙе һаҡлап ҡына йөрөргә кәрәк, – тип өҫтәне.

Сәриә атылып урамға сыҡты. Ишеткән яңылығына һаман ышанып етә алмай, туҡтап ҡалды. Бите буйлап ҡайнар йәштәр тәгәрәне. Оҙаҡ көтөлгән шатлыҡ йәштәре. Был минутта Ер йөҙөндә унан да бәхетлерәк кеше юҡ ине...
Читайте нас: