Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2020, 15:40

Татуировкалар ни һөйләй?

Татуировкалар нимә тураһында һөйләй? Мәҫәлән, түңәрәк эсендәге тәре хужаһы дәртле, төрлө башланғыстарҙы хуплаусылар иҫәбенә керһә; үрелгән сәскәләрҙе нәфислеккә, матурлыҡҡа ынтылыусы гүзәл заттар ярата. Ир-заттары араһында сәскә менән татуировка эшләтеүселәр бар. Был уларҙың һығылмалы холоҡло булыуы хаҡында һөйләй. Дини символдарҙы Юғары көстәрҙең барлығына ышанғандар эшләтә. Күҙ һүрәтен эшләткәндәр һәр саҡ кеше араһында йөрөргә, иғтибар үҙәгендә булыуҙы хуп күрә. Төрлө геометрик фигуралар ҙа төрлө мәғәнә аңлата икән. Өсмөйөштө маҡсаттарына һәр саҡ ирешеүсе, көслө характерлылар эшләтһә, квадратты үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусылар үҙ итә; ромб хисле күңелле булыуҙы белдерә; пентаграмманы лидерлыҡ һәләттәре ныҡ булыусылар оҡшата; гескаграмма эске һәм тышҡы донъяның гармонияла булыуын дәллиләй.

  • Татуировкалар нимә тураһында һөйләй? Мәҫәлән, түңәрәк эсендәге тәре хужаһы дәртле, төрлө башланғыстарҙы хуплаусылар иҫәбенә керһә; үрелгән сәскәләрҙе нәфислеккә, матурлыҡҡа ынтылыусы гүзәл заттар ярата. Ир-заттары араһында сәскә менән татуировка эшләтеүселәр бар. Был уларҙың һығылмалы холоҡло булыуы хаҡында һөйләй. Дини символдарҙы Юғары көстәрҙең барлығына ышанғандар эшләтә. Күҙ һүрәтен эшләткәндәр һәр саҡ кеше араһында йөрөргә, иғтибар үҙәгендә булыуҙы хуп күрә.
    Төрлө геометрик фигуралар ҙа төрлө мәғәнә аңлата икән. Өсмөйөштө маҡсаттарына һәр саҡ ирешеүсе, көслө характерлылар эшләтһә, квадратты үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусылар үҙ итә; ромб хисле күңелле булыуҙы белдерә; пентаграмманы лидерлыҡ һәләттәре ныҡ булыусылар оҡшата; гескаграмма эске һәм тышҡы донъяның гармонияла булыуын дәллиләй.
  • Читайте нас: