Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2020, 16:50

Яман шеште киҫәтә

Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауаларға булышлыҡ итә

Һуңғы йылдарҙа халыҡ емеш ағастарының япрағын күпләп йыйып, ҡыш буйы хуш еҫле сәй эсеп кинәнә. Мәҫәлән, ҡарағат япрағы ла бик файҙалы.
Уны белгестәр "тәбиғәт бүләк иткән дауа сығанағы" тип йөрөтә. Бигерәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Бының өсөн ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә кәрәк.
Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште киҫәтә, ҡандағы шәкәр дәрәжәһен көйләй, күҙ күремен яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауаларға булышлыҡ итә.
Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй менән бергә ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡтарҙы сәй кеүек бешерәләр. Сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15 – 20 минут төнәтәләр.
Әлбиттә, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ҡарағат япрағы сәйе аллергия тыуҙырырға ла мөмкин. Ул хроник бөйөр сирҙәренән, гастрит, ашҡаҙан һәм ун ике эсәк йәрәхәте, тромбофлебиттан яфаланғандар өсөн зыянлы.
Читайте нас: