Шоңҡар
+28 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Май 2020, 21:25

Ҡиәмәтлек ҡәйнә

Ошо көндән һуң тынғы­лыҡ юғалды – байып китке килә бит!

Харис ШӘРИПОВ
Ҡиәмәтлек ҡәйнәм бар минең, дөрөҫөрәге, бар ине. Хәҙер инде араларыбыҙ өҙөлдө. Беҙҙең яҡ кешеләре әйтмешләй, “һаҫыштыҡ”.
Бер нисә йыл элек минең ҡатын үҙебеҙ йәшәгән ерҙән алыҫ түгел ҙур аҙыҡ-түлек кибетендә эшләне. Һәр көн һөт-икмәк һатып алған бер апай менән танышҡан. Ауылдан ҡасандыр баш ҡалаға килеп, төрлө ойошмаларҙа хисапсы вазифаһын башҡарып, күптән инде хаҡлы ялға сыҡҡан үткер телле “городской” әбей булып сыҡты. Бабайы баҡыйлыҡҡа күскән. Улы ҡайҙалыр йәшәй, ҡыҙы һәм кейәүе менән тора.
Аралаша башланыҡ. “Сәлимәне үҙемдең ҡыҙым кеүек яҡын күрәм, әйҙә, миңә ҡиәмәтлек кейәү бул да ҡуй. Үҙемдең кейәүемдән рәт юҡ, ней башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй, ней йүнле эшләгән урыны юҡ. Ҡыҙым ир менән торһон тип, фатирымда йәшәтәм. Бергәләшеп, гөрләшеп йәшәйек әле”, — тигәс, һис һүҙһеҙ риза булдым. Йола буйынса, бер-беребеҙгә бүләктәр бирештек.

Файза Фәйзулловна, йәғни яңы ҡәйнәм, бик эшмәкәр ҡатын булып сыҡты. “Кейәүкәйем! Әгәр мине тыңлаһаң, һиңә нисек аҡса эшләргә өйрәтәм әле” тигәс, ул әйткән адрес буйынса тейешле ваҡытҡа барып еттем. Үҙҙәре “офис” тип йөрөткән урынға, минең ҡәйнәм кеүек, күберәк өлкән йәштәге кешеләр йыйылғай­ны. Араларында бер нисә йәш кеше лә бар. “Кейәүкәйем, бында аҡсаны көрәп алып була, нимә һөйләгән­дәрен иғтибар менән тыңла”, – тип иҫкәртте ҡәйнәм. Үҙен Мәскәүҙән килгән профессор тип танытҡан ҡатындың телмәрен тыңланыҡ.
“Бына ошо хикмәтле әйберҙе һатып алған кеше – донъяла иң бәхетлеһе!” – тип башланы һүҙен был телдәр ханым. Уның һөйләүенсә, алты мең тәңкәлек һабын һауытына оҡшаған нәмәне үҙе менән йөрөткән кешене бер ниндәй сир ҙә ала алмай икән, киреһенсә, көндән-көн йәшәрә генә бараһың! Улай ғына ла түгел, шәхси тормошоңда ла гел уңыштар ғына булып тора, ти. Шундай ымһын­дырғыс рекламанан һуң мин дә һатып алырға булдым, һуңғы аҡсам китһә китте инде. Кемдең генә уңышлы булғыһы килмәһен?! Мине саҡырған өсөн ҡәйнәмә аҡса ла бирҙеләр әле.
— Шулай, кейәүкәйем. Тиҙ арала байып киткең килһә, кешеләреңде килтер. Улар шул тауарҙы һатып ала, һиңә аҡса килә. Ҡул менән түгел, тел менән аҡса эшләп өйрән, — тине ул.
Ошо көндән һуң тынғы­лыҡ юғалды – байып китке килә бит! Барлыҡ булған таныш-белешемде саҡыра башланым. Ҡайһы берҙәре был приборҙы һатып алды, нимәгә кәрәклеген төшөнөп етмәһә­ләр ҙә, миңә әҙерәк аҡса төштө. “Юҡ менән булма, әгәр иҫән ҡалғың килһә, был “пирамидаға” йөрөмә”, — тине дуҫтарым. Ҡәйнәм менән ошоға оҡшаған тағы ла әллә күпме урында булып, һис кәрәкмәгән әйберҙәр алып бөттөм. Береһен дә үҙем һата алманым – өйҙә туҙан йыйып яталар шунда.
Аҡсаһын йәлләмәй түләрмен тигәс, ҡәйнәмдең өс бүлмәле фатирында ремонт та яһаным. Обой йәбештерҙем, иҙән-түбәне буяным, аш бүлмәһе һәм бәҙрәфте сынъяһау итеп ҡуйҙым. Үҙенең кейәүе ҡайҙалыр өс-дүрт сәғәт эшләп ҡайта ла, тамағын туйҙырып, диванға ауа. Йәш булһа ла, ҡорһағы ауырлы бисәнеке кеүек бүлтәйеп сыҡҡан. Ҡәйнәмдең әйтеүенсә, уға сире буйынса ауыр эш килешмәй икән. Аҙна буйы аҙапландым ремонт менән. Эш бөткәс: “Рәхмәт, кейәүкәйем, ҡулың алтын икән”, – тип кеҫәмә йөҙ тәңкә тыҡты ҡәйнәм.
Өфөнөң иң кәттә ресторанында юбилейын да уҙғарыштым хөрмәтле Файҙа Фәйзулла ҡыҙының. “Тамадалар күп һорай, үҙең генә алып бар инде”, — тигәс, ризалаштым. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла кәрәкле кешеләр икән. Береһе — ҡыҙының начальнигы, баҙар директоры һәм башҡалар… Хатта Ғәлиә Солтанова атлы йыр солтаны ла саҡырыл­ғайны. Кисә буйы ҡунаҡтарға һүҙ бирҙем, йырланым, уйындар үткәр­ҙем. Арманһыҙ булып, күстәнәскә ҡәйнәм биргән бер яртыға риза булып ҡайтып киттем.
Ҡыш үтеп, йәмле яҙ еткәс, тағы ла ҡәйнәм шылтырата: “Кейәүкәйем, алтынҡайым! Минең баҡсаға барып, бәрәңге ултыртайыҡ әле, көҙөнә үҙеңә күпме теләһәң, шунса алырһың”. Ун һигеҙ сутыйлыҡ баҡсаһында бәрәңге ултыртыштым, иҫкергән алмағас, сейә ағастарын киҫеп, турап, ҡышҡылыҡҡа мунсаға етерлек утын әҙерләнем, түтәлдәр яһаным, йәшелсә сәстем. Ҡайтҡан саҡта сәйгә ҡушырға тип ҡарағат япрағы һорағайным: “Ни в коем случае, а то уңыш бирмәй”, — тип ҡаршы төштө. Үҙе шунда уҡ ҡарағат ҡыуаҡтарына көл һибеп сыҡты. Минең күңелем төштө, шулай ҙа һыр бирмәнем. Көҙ еткәс, бәрәңге бирмәҫме тип шылтыраттым. “Бөтмәҫ һинең кеүек һораусылар, былай ҙа биш симйә ашайбыҙ”, — тип кенә ҡуйҙы. Минең тамам түҙемлегем бөттө. Асыуымдан шартлар сиккә етеп, әйтмәгән һүҙемде ҡалдырманым. Ҡатыным иһә уға ҡарата әллә ҡасан үҙ һығымтаһын яһағайны инде. Эше буйынса ла башҡа урынға күскәйне.

Яңыраҡ туҡталышта ҡәйнәмде күреп ҡалдым. Янына кешеләр йыйылған. Мин дә, ҡыҙыҡһынып, яҡыныраҡ барҙым. Баҡһаң, хәҙер модала булған “спиннер” тип аталған ялтырауыҡ өйөрөлмәк менән сауҙа итә икән. Үҙе тауарын маҡтай, әйләндереп тә күрһәтә. Спиннерҙың ҙурырағы ҡәйнәмдең аяғының баш бармағында өйөрөлһә, икенсеһе ҡул бармағында.
“Тормоштан бер ҙә артта ҡалғыһы килмәй әбейҙең” тип уйланым да тиҙерәк тайыу яғын ҡараным. Күреп ҡала күрмәһен!
Читайте нас: