Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2020, 16:10

Әнүзә Ғиззәтуллина. Ҡояш ҡыҙы

Әнүзә ҒиззәтуллинаҠояш ҡыҙы Таң яктыһы... Күҙҙәремде асам.Серле hиллек тирә - ягымда... Иң бәхетле иртәм бөгөн минең - Әсәй булдым әле тағын да... Әсәй булдым йәнә...Ҡыҙым тыузы! Ҡотлай мине, гүйә, бар ғаләм!!! Әйтерhең дә, хәҙер бар ер шары Ҡыҙым тирәhендә әйләнә... Ҡыҙым тиеп алһыу таңым атты Ҡыҙым тиеп ҡояш сығалыр. Уның өсөн янды бар йондоҙҙар, Байрам итте барлыҡ йыһаным. Һыҙланыуҙарымды онотоп, Татлы уйзарыма сумамын... Ҡасан ғына алып килерҙәр ҙә, Сабыйымды наҙға сорнармын... Дежур табиптарға өндәшәмен, (Оҙаҡ кеүек булды түҙергә) "Асыҡҡандыр инде ҡолонсағым, Мөмкинме әле уны курергә?" Әй, ашҡына йөрәк. Бына хәзер Ҡулдарыма уны алырмын... Әсә hөтөн тәугә тәмләтергә Күкрәгемә ипләп hалырмын. Ҡараштары менән иркәләнеп, Мыш-мыш килеп имер сабыйым. Эй, сихри мәл...Уны аңлатырга Ниндәй генә hүззәр табайым. Тукта, ана, ишек асылды... Сабыйымды алып киләләр! Әй, юк, куренмәйсе...Өлкән табип, Шәфҡәт туташтары керәләр... Сәйер тынлыҡ...Шул тынлыҡты боҙоп, Өндәшәмен өлкән табипҡа: “Балам асыҡҡандыр, мөмкинме Биш минутҡа уның яныма?» Йәнә тынлыҡ...Унан ауыр һулыш... Өлкән табип күҙгә ҡарамай, Һүҙен башлай: - Ханым, беләгеҙме, Уны күрергә әле ярамай... Төрлө хәлдәр була был тормошта.. Тик һеҙ быға тыныс ҡарағыҙ... Яман диагноз әле асыҡланды - Ҡояш ҡыҙы – һеҙҙең балағыҙ... "Яман диагноз әле асыҡланды - Ҡояш ҡыҙы – һеҙҙең балағыҙ..." Мең ярсыҡҡа йөрәк теленде... Бер минутҡа телһеҙ ҡаламын... Нисек инде...Ышанмайым һис тә, Асырғанып һөрән һаламын: "Ышанмайым, был өнөмдә түгел! Килтерегеҙ миңә баламды!!!" Табиптарҙы этеп, карауаттан Төшмәк булдым үҙем, бисара... "Ханым, баш тартығыҙ, бәлки, сабыйҙан? Диагноз яман...башҡа юҡ сара.” Үкһеп илап, кире йығылдым.. Ишетмәйем башҡа бер кемде. Эй, Хоҙайым, нишләп беҙҙең менән? Ни ғәйебем өсөн бирелде? Шомлоҡ һөргән ҡара бүлмәне Шул саҡ кинәт яҡты нур баҫты. Ҡараштарым күсә тәҙрәгә - Ана, офоҡта яңы ҡояш ҡалҡты... Ә бер нуры, тәҙрә аша үтеп Тура миңә табан үрелде: "Әй, ҡатынҡай, был сабыйың һиңә Күктән бүләк итеп бирелде. Ҡояш ҡыҙы бит ул...Табиптарҙың, Кешеләрҙең һүҙен тыңлама. Изгелек һәм һөйөү илсеһе тип, Яратылды бит ул доньяға. Тик көслө бул, зинһар, илама... Беләм, ҡыйын булыр...Тик һәр ваҡыт Яратып баҡ уның күҙенә. Һәм шул саҡта ғына төшөнөрһөң Йәшәү мәғәнәһе серенә...” Ишеттегеҙме, ҡояш ҡыҙы – балам! Уны миңә күктәр ебәргән! Минең ҡаным, минең йәнем бит ул, Яндарымдан уны ебәрмәм! Мең ғазаптар булыр. Булһын әйҙә! Уны ҡояш үҙе ебәргән!.. Шулайыраҡ булды ул иртә... Йылдар үтте инде ул хәлдән... Йәшәүебеҙ йәме булып, ана, Ҡояш ҡыҙым йөрөй эргәмдә... Киң күктәрҙә ҡояш биҙәгәндә, Беҙҙең өйҙөң йәме - һин, балам. Кескәй йөрәгеңдә күпме нур бар, Наҙ бар, моң бар – уйлап, таң ҡалам. Ниндәй генә ауыр минутта ла Һөйөү менән бағам үҙеңә. Тик кешеләр...Бына тик кешеләр... Теклә-әп ҡарай нурлы йөҙөңә... Бәғзеләре ҡыҙыҡһынып ҡарай!!! Кемеһелер ҡарай ҡыҙғанып!!! Килештереп, хатта, ҡайһылары Ситкә китә, әллә, сирҡанып?!.. Балаларын яҡын ебәрмәйҙәр. Йоғоп ҡуйыр, әллә, тиһеңме?! Һин бит шул уҡ әсә, минең кеүек?! Шартлай яҙам! Йөрәк, түҙ инде.. Ул да шул уҡ бала...һис кәм түгел. Ник айырып уға ҡарарға... Айырым мөхит, имеш, кәрәк тигән Тоҙһоҙ уйҙар килә ҡайҙарҙан? Эй, кешеләр...Аңлаһағыҙ ине, Бер ғәйепһеҙ бала күңелен... Саф күңелле ҡояш балалары Яңылыштан ерҙә түгелен. Улар килгән беҙҙең арабыҙға Аңлатырға тормош асылын... Иман, һөйөү һәм ышаныс булһа Бәхет ҡапҡалары асылыр... Бысранып та бөткән күңелдәрҙе Яҡтырталар улар, йылмайып. Йылмай, балам, шаяр, уйна, көл, Күпме шаярһаң да, тыймайым! Мин бит иңдә ауыр сирҙе түгел, Ҡояштың үҙен йөкмәп барамын. Йылмай, ҡыҙым, ҡояш ҡыҙым минең! Йәшәү йәмен һиндә табамын! Ишетегеҙ, ҡояш ҡыҙы – балам! Уны миңә күктәр ебәргән! Минең ҡаным, минең йәнем бит ул, Яндарымдан уны ебәрмәм! Мең ғазаптар булыр. Булһын әйҙә! Ҡояш уны үҙе ебәргән...

Әнүзә Ғиззәтуллина
Ҡояш ҡыҙы
Таң яктыһы... Күҙҙәремде асам.
Серле hиллек тирә - ягымда...
Иң бәхетле иртәм бөгөн минең -
Әсәй булдым әле тағын да...

Әсәй булдым йәнә...Ҡыҙым тыузы!
Ҡотлай мине, гүйә, бар ғаләм!!!
Әйтерhең дә, хәҙер бар ер шары
Ҡыҙым тирәhендә әйләнә...

Ҡыҙым тиеп алһыу таңым атты
Ҡыҙым тиеп ҡояш сығалыр.
Уның өсөн янды бар йондоҙҙар,
Байрам итте барлыҡ йыһаным.

Һыҙланыуҙарымды онотоп,
Татлы уйзарыма сумамын...
Ҡасан ғына алып килерҙәр ҙә,
Сабыйымды наҙға сорнармын...

Дежур табиптарға өндәшәмен,
(Оҙаҡ кеүек булды түҙергә)
"Асыҡҡандыр инде ҡолонсағым,
Мөмкинме әле уны курергә?"

Әй, ашҡына йөрәк. Бына хәзер
Ҡулдарыма уны алырмын...
Әсә hөтөн тәугә тәмләтергә
Күкрәгемә ипләп hалырмын.

Ҡараштары менән иркәләнеп,
Мыш-мыш килеп имер сабыйым.
Эй, сихри мәл...Уны аңлатырга
Ниндәй генә hүззәр табайым.

Тукта, ана, ишек асылды...
Сабыйымды алып киләләр!
Әй, юк, куренмәйсе...Өлкән табип,
Шәфҡәт туташтары керәләр...

Сәйер тынлыҡ...Шул тынлыҡты боҙоп,
Өндәшәмен өлкән табипҡа:
“Балам асыҡҡандыр, мөмкинме
Биш минутҡа уның яныма?»


Йәнә тынлыҡ...Унан ауыр һулыш...
Өлкән табип күҙгә ҡарамай,
Һүҙен башлай: - Ханым, беләгеҙме,
Уны күрергә әле ярамай...


Төрлө хәлдәр була был тормошта..
Тик һеҙ быға тыныс ҡарағыҙ...
Яман диагноз әле асыҡланды -
Ҡояш ҡыҙы – һеҙҙең балағыҙ...


"Яман диагноз әле асыҡланды -
Ҡояш ҡыҙы – һеҙҙең балағыҙ..."
Мең ярсыҡҡа йөрәк теленде...
Бер минутҡа телһеҙ ҡаламын...


Нисек инде...Ышанмайым һис тә,
Асырғанып һөрән һаламын:
"Ышанмайым, был өнөмдә түгел!
Килтерегеҙ миңә баламды!!!"


Табиптарҙы этеп, карауаттан
Төшмәк булдым үҙем, бисара...
"Ханым, баш тартығыҙ, бәлки, сабыйҙан?
Диагноз яман...башҡа юҡ сара.”

Үкһеп илап, кире йығылдым..
Ишетмәйем башҡа бер кемде.
Эй, Хоҙайым, нишләп беҙҙең менән?
Ни ғәйебем өсөн бирелде?

Шомлоҡ һөргән ҡара бүлмәне
Шул саҡ кинәт яҡты нур баҫты.
Ҡараштарым күсә тәҙрәгә -
Ана, офоҡта яңы ҡояш ҡалҡты...

Ә бер нуры, тәҙрә аша үтеп
Тура миңә табан үрелде:
"Әй, ҡатынҡай, был сабыйың һиңә
Күктән бүләк итеп бирелде.

Ҡояш ҡыҙы бит ул...Табиптарҙың,
Кешеләрҙең һүҙен тыңлама.
Изгелек һәм һөйөү илсеһе тип,
Яратылды бит ул доньяға.
Тик көслө бул, зинһар, илама...

Беләм, ҡыйын булыр...Тик һәр ваҡыт
Яратып баҡ уның күҙенә.
Һәм шул саҡта ғына төшөнөрһөң
Йәшәү мәғәнәһе серенә...”

Ишеттегеҙме, ҡояш ҡыҙы – балам!
Уны миңә күктәр ебәргән!
Минең ҡаным, минең йәнем бит ул,
Яндарымдан уны ебәрмәм!
Мең ғазаптар булыр. Булһын әйҙә!
Уны ҡояш үҙе ебәргән!..

Шулайыраҡ булды ул иртә...
Йылдар үтте инде ул хәлдән...
Йәшәүебеҙ йәме булып, ана,
Ҡояш ҡыҙым йөрөй эргәмдә...

Киң күктәрҙә ҡояш биҙәгәндә,
Беҙҙең өйҙөң йәме - һин, балам.
Кескәй йөрәгеңдә күпме нур бар,
Наҙ бар, моң бар – уйлап, таң ҡалам.

Ниндәй генә ауыр минутта ла
Һөйөү менән бағам үҙеңә.
Тик кешеләр...Бына тик кешеләр...
Теклә-әп ҡарай нурлы йөҙөңә...


Бәғзеләре ҡыҙыҡһынып ҡарай!!!
Кемеһелер ҡарай ҡыҙғанып!!!
Килештереп, хатта, ҡайһылары
Ситкә китә, әллә, сирҡанып?!..

Балаларын яҡын ебәрмәйҙәр.
Йоғоп ҡуйыр, әллә, тиһеңме?!
Һин бит шул уҡ әсә, минең кеүек?!
Шартлай яҙам! Йөрәк, түҙ инде..

Ул да шул уҡ бала...һис кәм түгел.
Ник айырып уға ҡарарға...
Айырым мөхит, имеш, кәрәк тигән
Тоҙһоҙ уйҙар килә ҡайҙарҙан?

Эй, кешеләр...Аңлаһағыҙ ине,
Бер ғәйепһеҙ бала күңелен...
Саф күңелле ҡояш балалары
Яңылыштан ерҙә түгелен.

Улар килгән беҙҙең арабыҙға
Аңлатырға тормош асылын...
Иман, һөйөү һәм ышаныс булһа
Бәхет ҡапҡалары асылыр...

Бысранып та бөткән күңелдәрҙе
Яҡтырталар улар, йылмайып.
Йылмай, балам, шаяр, уйна, көл,
Күпме шаярһаң да, тыймайым!

Мин бит иңдә ауыр сирҙе түгел,
Ҡояштың үҙен йөкмәп барамын.
Йылмай, ҡыҙым, ҡояш ҡыҙым минең!
Йәшәү йәмен һиндә табамын!

Ишетегеҙ, ҡояш ҡыҙы – балам!
Уны миңә күктәр ебәргән!
Минең ҡаным, минең йәнем бит ул,
Яндарымдан уны ебәрмәм!
Мең ғазаптар булыр. Булһын әйҙә!
Ҡояш уны үҙе ебәргән...
Читайте нас: