Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Май 2020, 11:55

"Йәш ваҡытта ҙур хата эшләнем"

Өйҙә рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйләшеп тә булмай.

Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрендә үҙҙәрен "Без - Ғәйнә башҡортлары" тигән бихисап милләттәштәребеҙ менән танышырға тура килде. Солтан ағай (исеме үҙгәртелде) - шуларҙың береһе. Ғүмере буйы конструктор булып эшләгән ағай бөгөн йәмәғәт тормошонда янып йөрөй. Милләттәштәребеҙҙең милли аңын уятыу буйынса ҙур эш алып бара, тарихты өйрәнә.
- Үҙегеҙҙең балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме? - тип ҡыҙыҡһындым Солтан ағайҙан.
- Юҡ шул, - яуапланы ағай, ауыр һулап.
- Өйҙә һөйләшмәйһегеҙме ни?
- Ҡатыным - мәрйә. Шулай булғас, үҙегеҙ аңлайһығыҙ инде. Балаларым да урыҫҡа әйләнеп бөттө. Шуға шул тиклем йөрәгем яна. Йәш ваҡытта ҙур хилафлыҡ эшләгәнмен. Хәҙер аңлайым да, һуң инде. Өйҙә рәхәтләнеп үҙебеҙсә һөйләшеп тә булмай. Шуға ла йәштәр минең хатаны ҡабатламаһын ине. Йәш саҡта әллә ни иғтибар бирмәһәң дә, өлкәнәйгәс барыбер тойола. Бүтәндәрҙең парланышып концерттарға, театрҙарға йөрөүенә һоҡланып ҡарайым.
Бер милләт тә кәм түгел, шулай ҙа үҙеңдеке менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүгә етмәй.
Читайте нас: