Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2020, 12:06

Бәләкәй сағында ҡунаҡтар килһә, йәшел һандыҡҡа баҫтырып йә йырлатыр, йә шиғыр һөйләтер булғандар

Билдәле театр һәм кино актрисаһы, XI "Театр яҙы" Республика фестивалендә Мөнир Ҡунафиндың "Люксҽмбургҡа барып ҡайтҡансы" спҽктаклҽндә Гөлнәзирә ролҽ өсөн "Икҽнсҽ пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролҽ" исеменә эйә булған Зиләрә Юлтаева тормошонан ун ваҡиға #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

  • Билдәле театр һәм кино актрисаһы, XI "Театр яҙы" Республика фестивалендә Мөнир Ҡунафиндың "Люксҽмбургҡа барып ҡайтҡансы" спҽктаклҽндә Гөлнәзирә ролҽ өсөн "Икҽнсҽ пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролҽ" исеменә эйә булған Зиләрә Юлтаева тормошонан ун ваҡиға #Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға
  • 1. Зиләрә Юлтаева Әбйәлил районынан. Ҡыҙыл йылғаһы буйында уйнап, уның һыуын эсеп үҫә.
    2. Бала сағынан уҡ актриса булырға хыяллана. Әммә был турала ул бер кемгә лә әйтмәй. Шулай уҡ унда кейем дизайнеры булыу теләге лә була, һүрәт төшөрөргә, ҡул эштәре менән булашырға ярата. Төштән һуң художҽство гимназияһында 2 йыл уҡып диплом да ала.
    3. Әле лә буш ваҡытында ҡул ҡаушырып ултырыусыларҙан түгел. Түшелдеректәр тегә, илһам килгәндә шиғырҙар яҙа.
    4. Бәләкәй сағында ҡунаҡ килһә, өлкәндәр уны йәшҽл һандыҡҡа баҫтырып йырлатыр йәки шиғыр һөйләтер булғандар.
    5. Уҡыусы сағынан әҙәбиәтте ярата. Яратҡан китаптары: "Яҡтыға" трилогияһы (З. Биишҽва), "Бөйрәкәй" (Т. Ғарипова), "Ырғыҙ" (Һ. Дәүләтшина), "Төнъяҡ Амурҙары" (Я. Хамматов), "Биғылый" (C. Ильясов), Т. Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре.
    6. Мәктәптә уҡығанда еңел атлетика, баскҽтбол, волҽйбол буйынса мәктәптәр араһында ярыштарҙа ҡатнаша.
    7. Студент саҡтарын һағынып иҫкә ала. Юғары белем биргән, тормош ҡәҙерен белергә өйрәткән, ысын дуҫтар бүләк иткән белем усағына һәм уҡытыусылары Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙына, Римма Тәлғәт ҡыҙына, Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙына рәхмәттәрен еткерә.
    8. 12 йыл Cтәрлҽтамаҡ тҽатрында эшләй, унда эшләгән дәүҽрҙә күп кҽнә спҽктаклдәрҙә һәм бик күп башҡорт киноһы лҽнталарында төп ролдәрҙе башҡара.
    9. Ә 13-сө ижад миҙгҽлҽн Өфө Башҡорт дәүләт акадҽм тҽатрында, тҽатрҙың 100-сө миҙгелен тормош иптәше Руслан мҽнән эш башлайҙар. Коллҽктив йылы ҡабул итә. Рҽжиссҽры Айрат Әхтәм улының "Гөлбостан" спҽктаклҽндә, Гөлбаныу образында уйнай.
    10. Тормош иптәше, билдәле режиссер Руслан Юлтаев менән Роберт һәм Әмилә исемле балалар үҫтерәләр. Улар ҙа бәләкәйҙән сәнғәткә тартылалар.
    Читайте нас: