– Шул һүҙҙәрегеҙ, киң күңеллелек күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт, Гөлшат. Айрат Сабиров исемле дуҫым да миңә, һеҙ ‒ башҡорт Бенджамин Баттоны, шикелле, тип шаярта. Уның ыңғайына көләм дә, элекке фотоларыма ҡарап, аптырап та ҡуям. Әйтерлеге лә бар шул, ун алты йәшемдә утыҙ алты йәшлек булып күренгәнмен. Урыҫтар юҡҡа ғына мине, әле үҫмер баланы, өлкән итеп ҡабул итеп, “тётка” тимәгән икән. Йәшәреүем иремдән, уның һөйөүенән башланды, буғай. Ул мине нисек бармын – шулай яратты, кәмселектәремде күрмәне, гел дә һоҡланып ҡараны. Уға тиклем үҙемде бөтөнләй яратмағайным. Мәҫәлән, тешләнешем дөрөҫ булмау сәбәпле, аҫҡы иренем алға сығыбыраҡ торҙо, һәм яҡын кешеләремдең береһе миңә бәләкәйҙән, иренең биш бешеремдәй, тип төрттөрҙө. Шунлыҡтан ирендәремде күрә алмай инем. Ҡырҡып бәрергә, ептәй генә итеп ҡалдырырға ине шуларҙы, тип уйлай торғас, бер заман ҡурҡыныс хәлгә тарыным: үҙемә ҡарата булған кире уйҙарымдан иренемдә оло шеш барлыҡҡа килде. Табиптарға рәхмәт – иренемде һаҡлап алып ҡалдылар. Шул саҡта уйҙар менән һаҡ булырға кәрәклеген, уларҙың тормошҡа ашҡанын тәүге тапҡыр тойоп, аңланым. Өйләнешкәндән һуң ирем бер туҡтауһыҙ, тулы ирендәрең үбелер өсөн генә яратылған, тиһә, уға шикләнеп ҡарап китә торғайным, йәнәһе лә, мине мәсхәрәләп көләме әллә?!. Ҡаты итеп яуапларға ла әҙер инем. Ләкин уның эскерһеҙ, һөйөү тулы ҡарашын күрәм дә, ҡойолоп төшәм: “Нисек ул минең бала саҡтан күрә алмаған ирендәремде шулай ярата? Ғөмүмән, нисек мине яратырға мөмкин?!” Үҙемә ҡалһа, биле лә булмаған тулы кәүҙәле, түңәрәк ҡара тут йөҙлө, йыуан тупыс бармаҡлы, ҡыҫҡа муйынлы ҡыҙға йәлләп кенә өйләнергә мөмкин ине (көлә). Ни, исмаһам, керпектәрем дә оҙонораҡ, ҡуйыраҡ түгел, бөгөлөбөрәк тә тормайҙар, йән көйгөстәр. Бәләкәй саҡта күҙемә арпа йыш сыҡҡас, керпегем үҫкән ерҙә үҫә, үҫмәгән ерҙә үҫмәй ул минең. Һәм ошо “гүзәллек” гөлләмәһен ниндәйҙер сәбәп менән яратыусылар, үҙ күреүселәр, дуҫлашырға теләүселәр һәр саҡ табылһа ла, уларға ышанмай, гел хөсөтлөк көттөм. Ниндәйҙер мөғжизә менән кейәүгә сыҡҡанға тиклем (көлә). Иремдән һөйөү “эстафета”һын улдарыбыҙ ҡабул итте: әйләнгән-тулғанған һайын, әсәй, һин шундай матур, һин донъялағы иң гүзәл кеше, тинеләр. Улар менән бала сағымды оҙонайттым: утыҙ биш йәшкәсә хәрәмләшә-хәрәмләшә футбол да уйнаным, ағастарға ла үрмәләнем, сана ла шыуҙым – нисек йәшәрмәйһең шунан һуң? Өлкән улыбыҙ ете йәшендә бик ҡаты сирләп, дауаханаға эләккәйне. Беләгенә тамыҙғыс ҡуйған арала шәфҡәт туташтары күҙен дә аса алмай, саҡ тын алып ятҡан улымдан, әсәйеңә нисә йәш, тип һорайҙар, үҙҙәренә ҡалһа уны әүрәтәләр, ауыртыуҙан илап ҡуймаһын, тиҙәрҙер. Балам, тыуғандан тиерлек бар нәмәгә етди ҡараған кеше, шыбырлаған була: “Былай утыҙ, әммә беҙ бөтәһенә лә, егерме биш, тибеҙ”. Шәфҡәт туташтары: “Әсәйегеҙҙе шулай йәшәрткәс, һеҙ – маладис”, – тип көлөшөп палатанан сығып киткәс, улым хәлһеҙ генә усымды ҡыҫты: “Әсәй, беҙ һиңә биш йыл инде “егерме биш”, тибеҙ, әйҙә инде киләһе биш йылда “егерме алты” тип әйтәйек”. Ризалаштым. Һәр биш йыл һайын берәр йыл өҫтәргә һөйләшеп килештек. Шунан алып иҫәпләгеҙ инде, нисә йәш икәнен миңә. Эйе, паспорт буйынса ҡырҡ дүрт, әммә улдарымдың иҫәбе менән егерме һигеҙ генә ни бары.
Мине һөйгән кешеләр арҡылы йылдан-йыл үҙемде нығыраҡ яратам – көҙгөгә ҡараған һайын танауымдың ҡупшылығына, ирендәремдең тулылығына, ҡаштарымдың ҡыйғаслығына ҡыуанам (көлә). Ләкин үҙемдән бигерәк донъяға иҫем китеп ғашиҡмын: матур күңелле кешеләргә ҡарата мөхәббәтем сикһеҙ, тәбиғәттең һәр күренеше, бар тереклеге, йәнһеҙ ташына ҡәҙәр, һоҡландыра, камиллығы менән һушымды ала. Ошо гүзәллекте бар иткән Хоҙайға аҙым һайын рәхмәттәр уҡыйым. Күңелем тулы һөйөү. Унда яуызлыҡҡа, яман уйҙарға, көнсөллөккә, кергә урын юҡ. Кеше артынан булышмайым, ғәйбәт таратмайым, кеше йөҙөн йыртмайым, бер кемде рәнйетмәйем, кемделер яманлап “анонимка” яҙмайым. Мине эстән ашаған нәфрәтте лә еңергә үҙемдә көс таптым – барыһын да Хоҙайға тапшырҙым. Шулай дөрөҫөрәктер, тим. Сөнки мин үҙ-үҙемә – дошман, күңелем сүплек түгел – ул тик матурлыҡ баҡсаһы.