Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2020, 10:05

Мэрилин Монро синдромы

Мэрилин Монро синдромыТап ошо исем менән аталған синдром йәки мөхәббәткә бәйлелек – психик ауырыуҙың бер төрө. Йыш осраҡта был сиргә дусар булғандар, тормошта ҙур-ҙур уңыштарға өлгәшһәләр ҙә, үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерә, бәхетһеҙ һәм яңғыҙ булыуҙарына зарлана. Әлеге психик комплекс ни өсөн уҙған быуаттың билдәле киноактирсаһы һәм моделе Мэрилин Монро исеме менән аталған тиһегеҙме? Сөнки ул да ошо ауырыу менән яфаланған.Мэрилин Монро донъяның иң матур ҡатын-ҡыҙы тип иҫәпләнгән. Әммә күңелендә ул бик бәхетһеҙ булған, был хаҡта ул көндәлектәренә теркәп ҡалдырған, матбуғатҡа биргән әңгәмәләрендә лә йыш телгә алған. Сирҙең сәбәбе иһә уның бала сағына ҡайтып ҡала. Мэрилин донъяға килгәс, атаһы уларҙы ҡалдырып китә. Психик ауырыуҙан яфаланған әсәһе ике аҙналыҡ сабыйын сит ғаиләгә тәрбиәгә бирә. Шул саҡтарҙан алып ҡыҙ бала прииюттар буйлап йөрөй. Көндәлектәрендә Мэрилин: “Мине бер кем дә бер ҡасан да “ҡыҙым” тип атаманы”, – тип йыш әсенеп яҙған. Сабый сағында ул, ысынлап та, һөйөүҙән мәхрүм булған. Атай-әсәй мөхәббәте ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелмәү сәбәпле ҡыҙҙа бик күп комплекстар барлыҡҡа килгән. Һәм улар уны ғүмере буйы оҙатып йөрөгән. Бәлки, тулы ғаиләлә үҫһә, ул билдәле актриса булмаҫ та ине. Әйтеп аңлатҡыһыҙ йөрәк ғазабы унда билдәлелеккә, дан-шөһрәткә ынтылыу, бәхеткә лайыҡлы булыуын күрһәтергә теләү тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Әммә ошо теләгенә ирешеп тә Мэрилин бәхетһеҙ килеш ҡала. Ул һәр ваҡыт мөхәббәт көҫәй, әммә тормош юлында үҙенә тап килмәгән ир-атты һайлай. Улар менән мөнәсәбәт уны шәхес булараҡ юҡҡа сығара. Тик йондоҙ һәр ваҡыт ҡаты бәғерле, тупаҫ, һалҡын партнерҙарға өҫтөнлөк бирә. Уның аҡсаһына, билдәләлегенә генә ҡыҙығыусылар ҙа табыла. Ихтирамлы һәм яуаплы мөнәсәбәткә ҡоролған бәйләнештәр иһә киноактрисаны бөтөнләй ҡәнәғәтләндермәй. Ул ундайҙарға тиҙ генә алмаш таба, йәғни сираттағы эскесегә йәки йөрөмтәл иргә юлыға. Мэрилин тормошона башлыса тап шундай әҙәмдәрҙе генә ылыҡтыра. Сөнки улар уға бала саҡтан таныш күңел ғазабы килтерә. Әммә һәр бер һайлаған кешеһен Мэрилин ихлас ярата. Ахыр сиктә Монро спиртлы эсемлектәрҙә һәм наркотиктарҙа, тиҙ үтеүсән мөхәббәт бәйләнешендә йыуаныс таба. Бала саҡтан уҡ яралған сиргә юлығыуын аңлап та бөтмәй, үҙендә уны еңерлек көс тә тапмай. Үҙ-үҙенә ете тапҡыр ҡул һалып ҡарай ул. Һәм 36 йәшендә көслө йоҡо дарыуы йоғонтоһонда һәләк була.Синдромдың барлыҡҡа килеү тарихы Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, тулы булмаған, эскән, психик һәм физик көсләү ҡулланылған ғаиләләрҙә үҫкән балалар ғүмерлек күңел яраһына дусар ителә. Ғәҙәттә, ғаиләлә атай-әсәй мөхәббәтен татымаған сабыйҙар үҫкәс, уны ситтән эҙләй – барыһына ла оҡшарға, һәммәһендә лә һоҡланыу тойғоһо тыуҙырырға тырыша. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың уға ҡарата күрһәткән иғтибары менән ҡәнәғәтһеҙ ҡала. Һәм ахыр сиктә үҙен бөтөнләй мөхәббәткә, әҙәмсә мөнәсәбәткә лайыҡһыҙ тип ҡабул итә башлай. Был ауырыу менән йыш осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар яфалана. Бындай синдромға дусар булғандар, ғәҙәттә, уға үҙенең яҡшы кеше һәм уны нимә өсөндөр яратырға мөмкин икәнлеген иҫбатлар өсөн атай-әсәһенә оҡшаған тупаҫ, уға ҡарата һалҡын мөнәсәбәт күрһәткән партнерҙар һайлай. Ысынлап та, яҡындарынан тейешенсә мөхәббәт алмаған бала үҫкәс башҡаларға ҡарата саманан артыҡ наҙ һәм хәстәрлек бүләк итә. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар бындай иғтибарҙы башлыса ирҙәргә күрһәтә. Ундайҙар үҙҙәрен ҡорбан итеп тойоп өйрәнгән. Шәхси тормошондағы һәр уңышһыҙ осраҡ уның бер нәмәгә лә яраҡлы түгел икәнлеге хаҡындағы уйҙарын дәлилләй. Был сиргә дусар булғандар үҙен хаҡлы рәүештә рәнйетәләр, тип уйлай. Үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоя, матур түгелмен тип иҫәпләй, тышҡы ҡиәфәтендә етешһеҙлектәр таба. Косметикаға, кейем-һалымға күп сығымдар сарыф итә, пластик оперциялар яһата. Әммә барыбер үҙе менән ҡәнәғәтһеҙ ҡала. Ауырыуҙың төп билдәләреМэрилин Монро синдромын характерлаусы симптомдар ярайһы сәйер. Үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, яҡындары һәм дуҫтары күп булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен яңғыҙ һәм бәхетһеҙ тоя. Был синдорм менән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙ үҙе лә аңғармаҫтан төпкөл аңы менән бала саҡтан уҡ таныш булған кәмһетелеүҙә, эмоциональ ауыртыныуға ынтыла. Һәм әлеге тойғолар хаталы рәүештә мөхәббәт тип ҡабул ителә. Үҙ-үҙеңде яратмау – ауырыуҙың төп сәбәптәренең береһе. Синдромдың симптомдары шулар: үҙ-үҙеңде башҡаларҙан кәм, йәмһеҙ тип тойоу, артыҡ көнсөллөк, кәйефтең йыш үҙгәреп тороуы, үҙ-үҙеңә йомолоу, һәләттәреңә ышанмау, түбән үҙбаһа, һис кемгә лә кәрәкмәгәнлектән, яңғыҙлыҡтан ҡурҡыу, ҡорбан булыу, һәр ваҡыт ҡаты күңелле ир-атты һайлау, ысын мөхәббәт эҙләп, йыш партнерҙар алмаштырыу йәки бөтөнләй енси мөнәсәбәттән баш тартыу, артыҡ хәүеф тойғоһо, депрессия, суицидҡа ынтылыу, алкоголгә һәм наркотиктарға ылығыу, невроздар, баш ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ.Синдромды дауалауПсихологтар был синдромды дауалау бик оҙайлы һәм ҡатмарлы тип билдәләй. Әммә теләк бар икән, унан, һис шикһеҙ, ҡотолоп була. Иң мөһиме – проблеманы аңлау һәм үҙ мәлендә белгестәргә мөрәжәғәт итеү. Ауырыуға антидепрессанттар биреүҙәре ихтимал. Аутотренингтар ҙа ярҙам итә. Был ауырыуҙан үҙ аллы дауаланыусылар ҙа бик күп. Уларға психологик әҙәбиәт уҡыу, үҙ-үҙеңде өйрәнеү, медитациялар ярҙамға килеүе ихтимал. Иң мөһиме, үҙеңде яратыу һәм ихтирам итеү, тулы шәхес итеп тойоу, күңел бөтөнлөгөн тергеҙеү, тормоштан ҡәнәғәлек кисерергә тырышыу, үҙенсәлектәреңде таныу, негатив хис-тойғоларҙы еңергә өйрәнеү. Төп маҡсат – һауығыу булырға тейеш. Мөхәббәт бәйлелеге бөгөн, ысынлап та, иң йыш осраған психологик сирҙәрҙең береһе. Һәм был ауыр халәттән үҙ-үҙеңә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғоһон үҫтереп, тулы ҡанлы шәхес икәнеңде аңлап ҡына ҡотолоп була. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе генә яуаплы. Беҙҙе бер кем дә бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә итә алмай. Бары шуға төшөнөү фарыз...ВрезБер нисә һорау:Кейәүгә сығырға теләп тә, тормош юлығыҙҙа һеҙҙе бөтә яҡлап та ҡәнәғәтләндергән кеше тап булмаймы?Үҙегеҙҙе бәхетһеҙ тип тойорға мәжбүр иткән мөнәсәбәттәр оҙаҡҡа тотҡарланып китмәнеме? Йәнегеҙҙе биҙҙергән шул берәүҙе ташлай алмайһығыҙмы?Тормошоғоҙҙа алама партнерҙар ғына осрай, яҡшы кешеләр һеҙгә оҡшамай тигән фекерҙә түгелһегеҙме? Алдығыҙҙа шундай ҙур мөмкинлектәр булыуы, ә һеҙҙең уларҙы ҡулдан ысҡындырыуың хаҡында йыш әйтмәйҙәрме?Башҡалар һеҙҙең матурлығығыҙ хаҡында телгә алһа ла, үҙ ҡиәфәтегеҙгә тәнҡит күҙлегегән бағып, көҙгөгә ҡараған һайын кәйефегеҙ төшмәйме?Алкоголле эсемлектәр, наркотиктар, йәки ризыҡ менән саманан тыш мауыҡмайһығыҙмы? Кәрәккән-кәрәкмәгәнгә күпләп аҡса сарыф итмәйһегеҙме?Әгәр әҙ ошо һорауҙарҙың күбеһенә “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, тимәк, был синдромдың һеҙҙә лә булыуы ихтимал.

Мэрилин Монро синдромы
Тап ошо исем менән аталған синдром йәки мөхәббәткә бәйлелек – психик ауырыуҙың бер төрө. Йыш осраҡта был сиргә дусар булғандар, тормошта ҙур-ҙур уңыштарға өлгәшһәләр ҙә, үҙ-үҙҙәре менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерә, бәхетһеҙ һәм яңғыҙ булыуҙарына зарлана. Әлеге психик комплекс ни өсөн уҙған быуаттың билдәле киноактирсаһы һәм моделе Мэрилин Монро исеме менән аталған тиһегеҙме? Сөнки ул да ошо ауырыу менән яфаланған.
Мэрилин Монро донъяның иң матур ҡатын-ҡыҙы тип иҫәпләнгән. Әммә күңелендә ул бик бәхетһеҙ булған, был хаҡта ул көндәлектәренә теркәп ҡалдырған, матбуғатҡа биргән әңгәмәләрендә лә йыш телгә алған. Сирҙең сәбәбе иһә уның бала сағына ҡайтып ҡала. Мэрилин донъяға килгәс, атаһы уларҙы ҡалдырып китә. Психик ауырыуҙан яфаланған әсәһе ике аҙналыҡ сабыйын сит ғаиләгә тәрбиәгә бирә. Шул саҡтарҙан алып ҡыҙ бала прииюттар буйлап йөрөй. Көндәлектәрендә Мэрилин: “Мине бер кем дә бер ҡасан да “ҡыҙым” тип атаманы”, – тип йыш әсенеп яҙған. Сабый сағында ул, ысынлап та, һөйөүҙән мәхрүм булған. Атай-әсәй мөхәббәте ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелмәү сәбәпле ҡыҙҙа бик күп комплекстар барлыҡҡа килгән. Һәм улар уны ғүмере буйы оҙатып йөрөгән. Бәлки, тулы ғаиләлә үҫһә, ул билдәле актриса булмаҫ та ине. Әйтеп аңлатҡыһыҙ йөрәк ғазабы унда билдәлелеккә, дан-шөһрәткә ынтылыу, бәхеткә лайыҡлы булыуын күрһәтергә теләү тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Әммә ошо теләгенә ирешеп тә Мэрилин бәхетһеҙ килеш ҡала. Ул һәр ваҡыт мөхәббәт көҫәй, әммә тормош юлында үҙенә тап килмәгән ир-атты һайлай. Улар менән мөнәсәбәт уны шәхес булараҡ юҡҡа сығара. Тик йондоҙ һәр ваҡыт ҡаты бәғерле, тупаҫ, һалҡын партнерҙарға өҫтөнлөк бирә. Уның аҡсаһына, билдәләлегенә генә ҡыҙығыусылар ҙа табыла. Ихтирамлы һәм яуаплы мөнәсәбәткә ҡоролған бәйләнештәр иһә киноактрисаны бөтөнләй ҡәнәғәтләндермәй. Ул ундайҙарға тиҙ генә алмаш таба, йәғни сираттағы эскесегә йәки йөрөмтәл иргә юлыға. Мэрилин тормошона башлыса тап шундай әҙәмдәрҙе генә ылыҡтыра. Сөнки улар уға бала саҡтан таныш күңел ғазабы килтерә. Әммә һәр бер һайлаған кешеһен Мэрилин ихлас ярата. Ахыр сиктә Монро спиртлы эсемлектәрҙә һәм наркотиктарҙа, тиҙ үтеүсән мөхәббәт бәйләнешендә йыуаныс таба. Бала саҡтан уҡ яралған сиргә юлығыуын аңлап та бөтмәй, үҙендә уны еңерлек көс тә тапмай. Үҙ-үҙенә ете тапҡыр ҡул һалып ҡарай ул. Һәм 36 йәшендә көслө йоҡо дарыуы йоғонтоһонда һәләк була.
Синдромдың барлыҡҡа килеү тарихы
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә, тулы булмаған, эскән, психик һәм физик көсләү ҡулланылған ғаиләләрҙә үҫкән балалар ғүмерлек күңел яраһына дусар ителә. Ғәҙәттә, ғаиләлә атай-әсәй мөхәббәтен татымаған сабыйҙар үҫкәс, уны ситтән эҙләй – барыһына ла оҡшарға, һәммәһендә лә һоҡланыу тойғоһо тыуҙырырға тырыша. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың уға ҡарата күрһәткән иғтибары менән ҡәнәғәтһеҙ ҡала. Һәм ахыр сиктә үҙен бөтөнләй мөхәббәткә, әҙәмсә мөнәсәбәткә лайыҡһыҙ тип ҡабул итә башлай. Был ауырыу менән йыш осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар яфалана. Бындай синдромға дусар булғандар, ғәҙәттә, уға үҙенең яҡшы кеше һәм уны нимә өсөндөр яратырға мөмкин икәнлеген иҫбатлар өсөн атай-әсәһенә оҡшаған тупаҫ, уға ҡарата һалҡын мөнәсәбәт күрһәткән партнерҙар һайлай. Ысынлап та, яҡындарынан тейешенсә мөхәббәт алмаған бала үҫкәс башҡаларға ҡарата саманан артыҡ наҙ һәм хәстәрлек бүләк итә. Ҡағиҙә булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар бындай иғтибарҙы башлыса ирҙәргә күрһәтә. Ундайҙар үҙҙәрен ҡорбан итеп тойоп өйрәнгән. Шәхси тормошондағы һәр уңышһыҙ осраҡ уның бер нәмәгә лә яраҡлы түгел икәнлеге хаҡындағы уйҙарын дәлилләй. Был сиргә дусар булғандар үҙен хаҡлы рәүештә рәнйетәләр, тип уйлай. Үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоя, матур түгелмен тип иҫәпләй, тышҡы ҡиәфәтендә етешһеҙлектәр таба. Косметикаға, кейем-һалымға күп сығымдар сарыф итә, пластик оперциялар яһата. Әммә барыбер үҙе менән ҡәнәғәтһеҙ ҡала.
Ауырыуҙың төп билдәләре
Мэрилин Монро синдромын характерлаусы симптомдар ярайһы сәйер. Үрҙә билдәләп үтеүебеҙсә, яҡындары һәм дуҫтары күп булыуға ҡарамаҫтан, улар үҙҙәрен яңғыҙ һәм бәхетһеҙ тоя. Был синдорм менән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙ үҙе лә аңғармаҫтан төпкөл аңы менән бала саҡтан уҡ таныш булған кәмһетелеүҙә, эмоциональ ауыртыныуға ынтыла. Һәм әлеге тойғолар хаталы рәүештә мөхәббәт тип ҡабул ителә. Үҙ-үҙеңде яратмау – ауырыуҙың төп сәбәптәренең береһе. Синдромдың симптомдары шулар: үҙ-үҙеңде башҡаларҙан кәм, йәмһеҙ тип тойоу, артыҡ көнсөллөк, кәйефтең йыш үҙгәреп тороуы, үҙ-үҙеңә йомолоу, һәләттәреңә ышанмау, түбән үҙбаһа, һис кемгә лә кәрәкмәгәнлектән, яңғыҙлыҡтан ҡурҡыу, ҡорбан булыу, һәр ваҡыт ҡаты күңелле ир-атты һайлау, ысын мөхәббәт эҙләп, йыш партнерҙар алмаштырыу йәки бөтөнләй енси мөнәсәбәттән баш тартыу, артыҡ хәүеф тойғоһо, депрессия, суицидҡа ынтылыу, алкоголгә һәм наркотиктарға ылығыу, невроздар, баш ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ.
Синдромды дауалау
Психологтар был синдромды дауалау бик оҙайлы һәм ҡатмарлы тип билдәләй. Әммә теләк бар икән, унан, һис шикһеҙ, ҡотолоп була. Иң мөһиме – проблеманы аңлау һәм үҙ мәлендә белгестәргә мөрәжәғәт итеү. Ауырыуға антидепрессанттар биреүҙәре ихтимал. Аутотренингтар ҙа ярҙам итә. Был ауырыуҙан үҙ аллы дауаланыусылар ҙа бик күп. Уларға психологик әҙәбиәт уҡыу, үҙ-үҙеңде өйрәнеү, медитациялар ярҙамға килеүе ихтимал. Иң мөһиме, үҙеңде яратыу һәм ихтирам итеү, тулы шәхес итеп тойоу, күңел бөтөнлөгөн тергеҙеү, тормоштан ҡәнәғәлек кисерергә тырышыу, үҙенсәлектәреңде таныу, негатив хис-тойғоларҙы еңергә өйрәнеү. Төп маҡсат – һауығыу булырға тейеш.
Мөхәббәт бәйлелеге бөгөн, ысынлап та, иң йыш осраған психологик сирҙәрҙең береһе. Һәм был ауыр халәттән үҙ-үҙеңә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғоһон үҫтереп, тулы ҡанлы шәхес икәнеңде аңлап ҡына ҡотолоп була. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе генә яуаплы. Беҙҙе бер кем дә бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә итә алмай. Бары шуға төшөнөү фарыз...
Врез
Бер нисә һорау:
Кейәүгә сығырға теләп тә, тормош юлығыҙҙа һеҙҙе бөтә яҡлап та ҡәнәғәтләндергән кеше тап булмаймы?
Үҙегеҙҙе бәхетһеҙ тип тойорға мәжбүр иткән мөнәсәбәттәр оҙаҡҡа тотҡарланып китмәнеме? Йәнегеҙҙе биҙҙергән шул берәүҙе ташлай алмайһығыҙмы?
Тормошоғоҙҙа алама партнерҙар ғына осрай, яҡшы кешеләр һеҙгә оҡшамай тигән фекерҙә түгелһегеҙме?
Алдығыҙҙа шундай ҙур мөмкинлектәр булыуы, ә һеҙҙең уларҙы ҡулдан ысҡындырыуың хаҡында йыш әйтмәйҙәрме?
Башҡалар һеҙҙең матурлығығыҙ хаҡында телгә алһа ла, үҙ ҡиәфәтегеҙгә тәнҡит күҙлегегән бағып, көҙгөгә ҡараған һайын кәйефегеҙ төшмәйме?
Алкоголле эсемлектәр, наркотиктар, йәки ризыҡ менән саманан тыш мауыҡмайһығыҙмы? Кәрәккән-кәрәкмәгәнгә күпләп аҡса сарыф итмәйһегеҙме?
Әгәр әҙ ошо һорауҙарҙың күбеһенә “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, тимәк, был синдромдың һеҙҙә лә булыуы ихтимал.
Читайте нас: