Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июнь 2020, 12:15

Яңы инфекция үҙәген кем етәкләр?

Зубовола инфекцион үҙәк төҙөлөшө тамамланды. Унда бөгөндән ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар. Был дауахана Республика инфекция дауаханаһының филиалы булып тора. Шуға ла ике дауахананың да баш табибы булып Радик Ғәлимов ҡала. Уның урынбаҫары Илдус Зәйетов Зубоволағы филиал эшен алып барасаҡ.Илдус Миңнуллла улы Зәйетов ‒ юғары категориялы табип-нейрохирург. 1993 йылда Башҡорт дәүләт медицина универститетын тамамлаған. Эш сажы – 27 йыл. Быға тиклем Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы дауаханаһының нейрохирургия бүлеген етәкләгән, Башҡортостандың Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында хирургия өлкәһе буйынса баш табип урынбаҫары булған.

Зубовола инфекцион үҙәк төҙөлөшө тамамланды. Унда бөгөндән ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар. Был дауахана Республика инфекция дауаханаһының филиалы булып тора. Шуға ла ике дауахананың да баш табибы булып Радик Ғәлимов ҡала. Уның урынбаҫары Илдус Зәйетов Зубоволағы филиал эшен алып барасаҡ.
Илдус Миңнуллла улы Зәйетов ‒ юғары категориялы табип-нейрохирург. 1993 йылда Башҡорт дәүләт медицина универститетын тамамлаған. Эш сажы – 27 йыл. Быға тиклем Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһы дауаханаһының нейрохирургия бүлеген етәкләгән, Башҡортостандың Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында хирургия өлкәһе буйынса баш табип урынбаҫары булған.
Читайте нас: