– Африка тағуны был яҡтарға яҡынлай!
Ай, ҡәһәрең, был тағун ауырыуын күптән оноттоҡ тип күкрәк һуғып йөрөһәк, юҡ икән шул. Әүәле миллионлаған әҙәмдең ғүмерен ҡыйған сир хәҙер мырҡылдаҡтарҙы боғаҙынан алмаҡсы, ти. Ошо зәхмәт бөтә ерҙе айҡап-байҡап беҙҙең яҡтарға яҫҡына, имеш. МВД, прокуратура, силсәүит, ветхеҙмәт, ветнадзор, роспотребнадзор кеүек бик талапсан органдар бөтә көстө ошо ләғнәткә ҡаршы тоҫҡаған.
Ауылдарҙа, район үҙәктәрендә, баш ҡалаларҙа ҙур-ҙур залдарға халыҡты тыңҡыслап тултыралар ҙа башлана кәңәшмәләр, йыйылыштар. Бәй, шулай булмайса! Чума яҡынлаша! Тағун! Уяу булырға, ойоп йөрөмәҫкә кәрәк.
Төп ҡалала эреле-ваҡлы етәкселәрҙең йәнен алып баралар.
– Ҡарағыҙ уны, берәй ЧП остоғо ғына булһа ла, урынығыҙҙан осасаҡһығыҙ!
Районда силсәүиттәргә көн юҡ.
– Эшләмәйһегеҙ! Бушҡа аҡса алып ятаһығыҙ!
Эшһеҙ ҡалыуҙан йөрәге табанына төшкән силсәүиттәргә был әмер аяҙ көндә йәшен атҡандан да нығыраҡ тәьҫир итте. Улары хәҙер өй беренсә халыҡтың үҙен тотоп ашарҙай булып һажлап йөрөй.
– Урам буйында бер ҡаты морон да донъя һаҫытып, сир таратып йөрөргә тейеш түгел. Ишетһен ҡолағығыҙ! Сусҡаларығыҙҙы тота ҡалһаҡ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Һыйлы саҡта мырҡылдаҡтарығыҙҙы теге донъяға оҙатып ҡалығыҙ!
Бындай ҡурҡыныс мәлдә хәбәрсе һынлы хәбәрсе нисек инде ситтә ҡалһын. Беҙ ҙә яңылыҡты ваҡытында түкмәй-сайпылтмай еткерергә, халыҡты хәүеф-хәтәрҙән алдан ҡурсаларға бурыслы. Ошо ниәттән яуаплы ойошманың телефон һандарын йыям.
– Хужабыҙ әле генә “пятиминутка”ға китте, – тине сымдың теге башынан бик ихлас тауышлы ҡыҙыҡай.
– Улайһа, зинһар өсөн, Фәлән Фәләнов менән тоташтырығыҙ. Ул да ошо уҡ өлкә буйынса тир түгә. Теге мәл дә бер ултырышта сығыш яһағайны.
– Юҡ. Беҙҙә был һорау буйынса бары директор ғына яуап бирә ала. Бер сәғәттән була ул. – Секретарь ҡыҙ хушлашмай ҙа трубкаһын һалды.
Бер сәғәт үтте. Тағы сабырһыҙланып телефонға үреләм. Был юлы:
– Әле генә икенсе йыйылышҡа китте, – тигән яуап менән хушһындым.
Был көндө директорҙы бер нисек тә тота алманым. Күрәһең, чума тигәндәре бөтә ерҙе ялмап киләлер, шуға ҡаршы көрәшеп йөрөп бер минутҡа ла бушай алмайҙыр. Ярай, бөгөн өлгөрмәһәм, иртәгә лә көн бөтмәгән тип үҙемде тынысландырҙым.
Иртән ғәҙәттәгенән алдараҡ килдем. Өлгөрәйем. Хужалар иртә йөрөй торған. Ҡабаланып телефон һандарын йыям.
– Әле килеп етмәгән, берәй мөһим эш менән йөрөй торғандыр. Ярты сәғәттән шылтыратығыҙ. Ул саҡта мотлаҡ буласаҡ, – тине секретарь.
Эш менән мәж килеп ярты сәғәт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Уй, һуңлап ҡуймайым. Тағы телефон төймәләренә баҫам.
– Әле генә икенсе кәңәшмәгә китте, – тигән яуабын ишетәм. – Сәғәт икенән һуң булыр, ахырыһы.
Төштән һуң да телефонға тынғылыҡ бирмәнем. Һуңғыһында:
– Ул сығыуын сыҡты ла, поликлиникаға китте бит әле, – тинеләр. – Булһа ла иртәгә генә була инде.
Эй, Хоҙайым! Был чума тигән зәхмәт теге ауырыуға ҡаршы көрәш башлаған кешеләрҙең үҙҙәренә йоға башланымы икән?!