Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь 2020, 13:20

5 июндән алып 5 июлгә тиклем ай һәм ҡояш тотолған арауыҡ. Был осрҙо нисек үткәрергә?

Проектная декларация на рекламируемом сайте. Застройщик: ООО «Цветы БашкириБелеүебеҙсә, 5июндә ай тотолдо, ул ике аҙна дауам итеп, 21 июндә иһә ҡояш тотолоп, был арауыҡ йәнә ике аҙнаға һуҙыласаҡ. Йәғни ай һәм ҡояш тотолған арауыҡ бер айға буйы дауам итәсәк. Һәм беҙ бик көслө энергиялар йоғонтоһо аҫтында буласаҡбыҙ. Был арауыҡ хаҡында астролгтар төрлөсә фекер йөрөтә. Кемдәрҙер уны кешегә алама йоғонто яһай ала тип иҫкәртә, кемдәрҙер уның иҫ киткес мөмкинлектәр осоро булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

5июндән 5 июлгә тиклем ай һәм ҡояш тотоған арауыҡ көтөлә.
Белеүебеҙсә, 5июндә ай тотолдо, ул ике аҙна дауам итеп, 21 июндә иһә ҡояш тотолоп, был арауыҡ йәнә ике аҙнаға һуҙыласаҡ. Йәғни ай һәм ҡояш тотолған арауыҡ бер ай буйы дауам итәсәк. Һәм беҙ бик көслө энергиялар йоғонтоһо аҫтында буласаҡбыҙ. Был арауыҡ хаҡында астролгтар төрлөсә фекер йөрөтә. Кемдәрҙер уны кешегә алама йоғонто яһай ала тип иҫкәртә, кемдәрҙер уның иҫ киткес мөмкинлектәр осоро булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Һәр хәлдә лә был арауыҡта беҙгә юғарынан бик күп энергия биреләсәк. Һәм уны дөрөҫ файҙаланыу мөһим. Был арауыҡта аңлы рәүештә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк. Әгрә ҙә нимәләлер шикләнәһегеҙ икән, барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшырығыҙ, уның ҡөҙрәтенә таянығыҙ.
Был арауыҡта нимәләр эшләргә:
Һауығыу, йәшәреү, алама ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн сәбәп ҡылабыҙ. Үҙебеҙҙе яҡшы киләсәккә көйләйбеҙ. Ял итәбеҙ, һауығыу өсөн процедуралар башҡарабыҙ, ғаилә менән бәйле мәсьәләрҙе хәл итәбеҙ. Үҙ уйҙарыңды ыңғай яҡҡа көйләү мөһим, доғалар ҡылыу, медитациялар һәм башҡа күңел торошона файҙа килтерерҙәй ғәмәлдәр башҡарыу, тирә-йүндәгелдәргә, яҡындарығыҙға рәхмәтле булыу кәрәк. Теләктәргеҙ уйланылған булһын.
Нимәләр эшләргә ярамай:
Ваҡиғаларҙы ашыҡтырырға, операцияалар яһарға, ҙур әйбер һатып алырға, яҙмшты хәл иткес һөйләшеүҙәр алып барырға, әрләшергә ярамай.
Читайте нас: