Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь 2020, 12:20

Беҙ менәсәк фәндәр тауы бик бейек һәм бик текә

Заһит ҒҮМӘРОВ, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 1 курс магистранты

  • Мин әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты... Ысынлап та, 5 йыл ваҡыт бер аҙна кеүек үтеп тә китеп бара... Бәләкәй кластан уҡ үҙемде тап филолог буласаҡмын, ти торғайным. Һәм шул хыялға ынтылып, маҡсатыма ирештем, Аллаға шөкөр! Өлкән кластарҙа уҡығанда, хатта университетҡа уҡырға ингәс тә: “Үҙең теләп килдеңме? Ни өсөн һин бында килдең? Әллә ҡайҙа барырға белмәнеңме?.. Барма унда, эш таба алмаҫһың..., Филолог та булдымы бер һөнәр..., Хәҙерге ваҡытта был һөнәр кәрәкмәй бит ул..., Әйҙә беҙгә уҡырға кил..., Унда барып нимә ҡалды инде?..” тигән һорауҙар, өгөтләүҙәр шул тиклем күп булды.

    Эш буйынса... Ниндәй урынға булһа ла эшкә төшөргә була, тик ТЕЛӘК кенә булһын. Аллаға шөкөр, уҡыуҙы тамамлап та өлгөрмәнем, күп урындарға эшкә саҡырыу ҙа алдым. Ҡайҙа, кем генә булып эшләһәң дә, һин эште яратып башҡарырға тейешһең.

    Башҡорт филологияһы йүнәлешенә уҡырға инеүе еңел бит ул, тигән фекерҙәр ишетелде. Бар ерҙә лә тырышлыҡ кәрәк. Һәр кем БДУ-ға уҡырға инә алмай шул...

    Һәр ваҡыт: − Эйе, үҙем теләп килдем, тиһәм, аптырайҙар ине. Ә ни өсөн килмәҫкә?! Әгәр ҙә ул минең бәләкәй сағымдағы хыял икән? Ниңә шуға ирешмәҫкә?

    Сикһеҙ шатмын тап ошо факультетта белем алыуыма! Бында мин һөнәрҙең ниндәй ҡәҙерле икәнен аңланым. Оло тормошҡа аяҡ баҫып, ҙур бер этабын үтеп барам. Дөрөҫөн генә әйтәм, уҡыуы минең өсөн шул тиклем еңел, сөнки мин үҙем һайлаған һөнәргә уҡыйым һәм иң мөһиме – яратҡан һөнәр. Беҙҙең факультетта уҡыу, үҙеңде һәр яҡлап үҫтереү өсөн бар уңайлыҡтар һәм шарттар тыуҙырылған. Шуға күрә 1 курста уҡ “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенә йөрөй башланым һәм күп тә үтмәй староста вазифаһын башҡарҙым. Әлбиттә, был берекмә миңә ныҡ ярҙам итте, ҡанатландырҙы, үҫтерҙе, рухи яҡтан байытты. Тап студент йылдарында үҙемдең шәхсән 2 китабым донъя күрҙе.

    Факультетыбыҙҙа уҙғарылған төрлө әҙәби-мәҙәни саралар, конференцияларҙа ҡатнашыу, алып барыусы булыу, докладтар һөйләү, лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү, тормошта үҙ урыныңды табыу, дөрөҫ һөйләү ҡағиҙәләре – былар барыһы ла минең алтынға тиң уҡытыусыларымдың тырыш хеҙмәте. Ә минең студент йылдарындағы уңыштарым – беҙҙең бергә яуланған үрҙәр. Эйе, юҡҡа ғына ла әйтелмәгән:

    Беҙ менәсәк фәндәр тауы

    Бик бейек һәм бик текә.

    Ошо бейек, текә үрҙәрҙе яуларға ярҙам итеүсе уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Мин улар алдында баш эйәм. Уҡытыусыларым ябай кешенән ысын мәғәнәһендә яҡшы белгес, хатта шәхес әҙерләй. Был еңелдән түгел. Факультетыбыҙ университетта һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, беҙ 3 курста уҡығанда Таулы Алтай Республикаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй төрки телдәр һәм әҙәбиәттәр олимпиадаһында ҡатнашып, Башҡортостаныбыҙҙы лайыҡлы рәүештә яҡлап, еңеү яуланыҡ. Тап беҙҙә Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү үҙәге – Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтахана эшләп килә. Ә түңәрәктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Уҡытыусылар менән студенттар тығыҙ бәйләнештә эшләп, юғары еңеүҙәргә өлгәшә. Факультетта башҡорт рухы, мөхите. Шул йәһәттән дә бик шатмын. 11 класта уҡығанда мәктәптән китке килмәһә, хәҙер университеттан бер ҡайҙа ла китке килмәй. Студент булып тик йөрөгө килә. Студент йылдары иң ҡыҙыҡлыһы, мауыҡтырғысы... Ошо йылдарҙың ҡәҙерен белеп, күңелле итеп үткәрергә кәрәк.

    Әлеге көнөм өсөн тыуған факультетыма сикһеҙ рәхмәтлемен! Тормош китабы этабының иң төплө, ныҡлы белемдәрен алып, оло баҫҡыстарға өлгәшеүемдә башҡорт филологияһы, шәрҡиәте һәм журналистика факультетының роле баһалап бөткөһөҙ.
  • Читайте нас: