Шоңҡар
+16 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь 2020, 00:24

Йоҡлар алдынан йылы һөт эсегеҙ!

Өҫтәүенә һөт психикаға ла ыңғай йоғонто яһай

Йоҡлар алдынан ашарға яраймы? Күптәрҙе ошо һорау борсой. Ғалимдар быға: “Ярай, тик ҡайһы бер ризыҡтарҙы ғына” тип яуап бирә.
Физиологтар йоҡо дарыуҙарын йоҡоға китергә ярҙам итеүсе аҙыҡтар менән алмаштырырға тәҡдим итә. Әлеге аҙыҡтар мускулдар тартылыуын йомшарта, нервы системаһын тынысландыра, йоҡоно килтерә торған серотонин һәм мелатонин гормондарын эшләп сығарырға ярҙам итә һәм ашҡаҙанға ауырлыҡ килтермәй.
Йоҡларға ятыр алдынан банан ашау ҙа файҙалы. Серотонин һәм мелатониндан тыш, уның составында магний – мускулдарҙы йомшартыусы матдә бар. Элек-электән килгән сара – ромашка сәйе эсеү. Ул тынысландырыусы сәйҙәр араһында юҡҡа ғына беренсе урынды алып тормай: еңелсә йоҡоно килтерә, тән һәм йән өсөн тәбиғи релаксант булып хеҙмәт итә. Англия һәм АҠШ -та йоҡларға ятыр алдынан йылы һөт эсәләр. Һөт составында триптофан – тынысландырыу үҙенсәлектәренә эйә булған аминокислота һәм баш мейеһенә триптофанды үҙләштерергә ярҙам итеүсе кальций бар. Өҫтәүенә һөт психикаға ла ыңғай йоғонто яһай. Һөткә йәки үлән сәйенә аҙ ғына бал өҫтәргә лә мөмкин. Күп күләмдәге шәкәр нервы эшмәкәрлеген көйләй, тик аҙ ғына глюкоза баш мейеһенә орексинды – нервы күҙәнәктәрен ярһытыу өсөн яуап­лы гормонды “ябырға” мәжбүр итә.
Билдәле булыуынса, йоҡларға ятыр алдынан ашарға ҡушылмай, тик йыш ҡына бик тә ашағы килә. Аҙ күләмдә бешкән бәрәңге ашҡаҙанды ауырайтмай – ул триптофан эшләүгә ҡамасаулыҡ иткән кислоталарҙы үҙенә һеңдерә. Тынысландырыу һәләтен көсәйтеү өсөн, бәрәңгене бер ҡалаҡ йылы һөттә иҙергә була. Аҙ ғына һоло бутҡаһы ашау ҙа организмды тынысландырырға һәм нәфсене баҫырға ярҙам итә.
Һоло бутҡаһы – йоҡоно килтерә торған мелатонин сығанағы. Уға аҙ ғына бал өҫтәргә була. Әгәр ҙә йоҡоға төрлө күңелһеҙлектәр, депрессия ҡамасаулай икән, кис ашала торған һоло бутҡаһына ике сәй ҡалағы етен орлоғо майы өҫтәргә була. Ул омега-3 май кислоталарына бай, кәйефте күтәрә. Бал һалынған ромашка сәйенә бөртөклө икмәк киҫәктәре өҫтәргә була. Бындай ашлыҡтан бешерелгән икмәк триптофанға баш мейеһенә барып етергә ярҙам итеүсе (ул унда серотонинға әүерелә) инсулин эшләп сығарыуҙы яйға һала.

Читайте нас: