Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2020, 17:57

Күңелдәге таштар ҙа сиргә әйләнә, йәки бер спортсы яҙмышы

“Дауахана палатаһында яңғыҙым ғына, арҡамдан билемә тиклем төшөп торған тимер ҡоршаулы корсет эсендә ятам. Шылт иткән тауыш та юҡ. Ҡолаҡ ярғыс тынлыҡта ҡара болоттай ябырылған уйҙар өйөрмәһендә оҙаҡ ваҡыт икәүҙән-икәү ҡалып ятһаң аҡылдан яҙырға ла, барыһына ла ҡул һелтәргә күп ҡалмаҫын да һиҙәм. Ҡапыл ошо әсе хаҡиҡәтте аңлап тертләп киткәндәй булдым. Тәҙрәнән электр бағаналарынан төшкән һүрән генә яҡтылыҡта ҡулдарымды тегеләй-былай болғап ятҡан килеш күнегеүҙәр эшләй башланым. Ярамай тиһәләр ҙә, туҡта, аяғымды ла күтәреп ҡарайым әле тим. Беренсеһе, икенсеһе. Хәл алып икенсе тапҡыр ҡабатлағанда тиҙерәк, өҫкәрәк күтәрә башланым. Шунда, әйтерһең дә, үҙемә-үҙем яңылыҡ асҡандай булдым. Кешенең һәр бер күҙәнәге бер-береһе менән бәйле икән дә баһа! Хатта уйҙарҙың да кеше һаулығына тәьҫир итеү һәләте бар! Мин дә ауырый башлағанда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер өсөн үҙ-үҙемде аяманым, пьедестал өсөн үҙ-ара, хатта бер команда эсендә тәү ҡарашҡа, ябай күҙгә күренмәҫ тартҡылашыуҙарҙан да апаруҡ нервы сарыфланғандыр. Һуңынан Краснодарҙа уҡый башлағас, сит яҡҡа өйрәнә алмай, яҡындарымды һағынып йонсоном. Тимәк, ауырыуым алған травмаларҙан ғына булмаған. Иң беренсе уйымда яралған да, күңелемә таш булып ятҡан. Аҙаҡ инде көсһөҙләнгән, хәлһеҙләнгән ағзаларыма сир булып яйлап ҡына өйөлгән дә өйөлгән... Шунда үҙемә үҙем генә ярҙам итә аласағымды аңланым...”.

Күп ваҡыт, төп геройы башта төрлө һынауҙарға дусар булып, һуңынан ошо кәртәләрҙе емереп сығырға көс табып, маҡсатына ирешеп тамамланған әҫәрҙәҙе, киноларҙы ҡарап бөткәс: “Тормошта ла барыһы шулай еңел генә хәл ителһен”, - ине тип уфтанып ҡуябыҙ. Идеялар, сюжет өлөштәренең юҡтан ғына килеп сыҡмауы хаҡында белһәк тә, бирешергә теләмәйбеҙ әле. Шулай уҡ яныбыҙҙа ғына йөрөгән уңышлы, маҡсатлы шәхестәрҙең яҙмышы ла күпкә бәхетлерәк, йәшәү рәүеше лә яҡшыраҡ тойола. “Берәүҙәр яҡты донъяға килгәнсе үк бәхетен усына йомарлап тыуған. Ә мин...”, – тип зарланырға ла күп һорап тормайбыҙ.
Таныштырасаҡ геройым, спорт акробатикаһы буйынса спорт мастеры, спорт аэробикаһынан спорт мастеры кандидаты, педагогика фәндәре кандидаты, БДМУ-ның доценты Өфө ҡыҙы Айһылыу ҒАЙСИНАға ла күптәр һоҡланып, өлгәшкән уңыштарына күҙҙәре ҡыҙып ҡарай. Әммә, кем әйтмешләй, кешене белгең килһә, уның итектәрен кейеп, ул йөрөгән юлдан барып ҡара...
Оло еңеүҙәргә табан...
Өс бала араһында үҫкән кинйә ҡыҙҙарын ата-әсәһе бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып үҫтерә. Хәйер, тиктормаҫ, үтә шуҡ ҡыҙҙы бүтәнсә тыйып тотоу мөмкин дә булмай! Туҡтауһыҙ төрлө хәрәкәттәр яһап, орсоҡ кеүек өйөрөлөп йөрөгән балала ике-өс кешенең энергияһы тупланғандыр тип, өлкәндәр йыш аптырай. Биш йәшенән йөҙөүгә йөрөй, һуңғараҡ спорт гимнастикаһын да үҙ итә. Өҫтәүенә белемгә ынтылышы ла иртә йәштән барлыҡҡа килә. Шуға ла алтыһы
тулыр-тулмаҫтан парта артына ултыра. Уҡыу, тренировкалар менән бергә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә ваҡыты ҡала.
Шулай төрлө өлкәлә үҙен һынап ҡарай торғас, ун бер йәшендә спортта үҙ урынын, ниһайәт, таба. Берәүгә лә әйтмәйенсә спорт акробатикаһына барып яҙыла. Һығылмалы кәүҙәле, иң мөһиме һынмаҫ-бөгөлмәҫ рухлы үҫмер спорт гимнастикаһын да ярата, ниндәйҙер кимәлдә уңыштарға ла өлгәшеп өлгөргән була. Әммә Айһылыу тап ошо мәлдә буйға тартылып үҫеп китә. Ә унда бәләкәйерәк кәүҙәле ҡыҙҙар кәрәк, был иһә төп шарттарҙың береһе була.
Тәбиғәттән бирелгән һәләт менән бергә көнөнә ике тапҡыр икешәр-өсәр сәғәт шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәһе бында ла оҙаҡ көттөрмәй. 14 йәшендә спорт мастерына кандидатлыҡ нормативын үтәй, республиканың йыйылма командаһына эләгә. Ситтән ҡарағанда артабан барыһы ла майланған тәгәрмәс тигеҙ юлдан елдергән кеүек кенә бара. Ә был еңеүҙәрҙең хаҡын ул үҙе генә белә, сөнки арҡаһы, биле ауыртыу үҙен яйлап ҡына һиҙҙерә башлай. Тик: “Спортта бындай мәлдәр ваҡытлыса ғына, теште ҡыҫып түҙергә, бирешмәҫкә кәрәк”, – тип уйлап Айһылыу һыҙланыуҙарын берәүгә лә белдертмәй. Етмәһә, мәктәптә яҡшы уҡыған, һәр ваҡыт алға ынтылған ҡыҙға яҡындары ла, уҡытыусылары ла ҙур өмөттәр бағлай, уның менән ғорурланалар. Ошо яуаплылыҡ тойғолары ла һәр ваҡыт алға әйҙәгәндер.
Спортта ҡанундар аяуһыҙ
Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алған кисәге уҡыусының алдында, уҡырға ҡайҙа барырға тигән, һорау булмай. Бер ҡаршылыҡһыҙ үҙенең йүнәлеше буйынса Краснодар Дәүләт физкультура университетына уҡырға инә.
“Краснодар мине ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманы, – ти ул юғары уҡыу йортонда уҡый башлаған осор тураһында хәтер йомғаҡтарын һүтеп. – Иҫкә төшөрһәң әле лә арҡа буйҙарынан һалҡын ток
йүгергәндәй. Түҙеп торғоһоҙ эҫелегенән, ҡоро һауаһынан ул климатҡа өйрәнмәгән кешенең былай ҙа хәле бөтә. Ә көнөнә әллә нисәмә тапҡыр, ҡайһы ваҡытта бер тәнәфесһеҙ-ялһыҙ үткәрелгән тренеровкаларҙа йөрәк тибешенең шәбәйеп, күҙ алдары ҡараңғыланып йығылыр сиккә етеүеңдә берәүҙең дә эше юҡ. Түҙһәң - түҙәһең, юҡ икән һинең урыныңда булырға теләүселәр күп. Тренерҙарға иһә эштәренең һөҙөмтәһен күрһәтеү беренсе урында. Шулай селләлә көндәр буйы бер йотом һыуға зар-интизар булып шөғөлләнәһең. Кистәрен иһә сарсауҙы ҡандырыр өсөн лиртлап һыу эсеп, көнө буйы сабып йөрөгән эт хәлендә телеңде арҡыры тешләп башың мендәргә тейер-теймәҫтән әүен баҙарына ла китәһең. Әммә үҫкән йәш организмға дүрт-биш сәғәт йоҡо йоҡо түгел. Шул мәлдә генә олимпия уйындарында еңгән спортсыларҙың ни өсөн миҙал таҡҡанда илауҙарын аңлайһың да, көйәрмән булараҡ урыны-урыны менән эшкинмәгәнлектә төкөрөк сәсеп әрләп, йоҙроҡ төйөп ултырыуы ғына еңел икәнлегенә төшөнәһең”.
Оло спорт тураһында уйлағандарынан, күҙаллағандарынан да ауырыраҡ икәнлегенә Айһылыу шулай сит мөхиткә барып эләккәс тә төшөнә. Әммә тормошондағы киҫкен боролоштар алда була әле. Арҡа мейеһенең, биленең ауыртыуҙары йышайғандан-йышая. Оҙаҡламай аяҡ быуындарына төшә. Ер йөҙөнә шаулап-гөрләп яҙ килгәндә тренерҙар ҡуйған талаптарҙағы күнегеүҙәрҙе үтәү түгел, атларлыҡ та хәле ҡалмаған киләсәге өмөтлө спортсыға яратҡан шөғөлөн, уҡыуын ҡалдырып Өфөгә ҡайтырға тура килә.
Тыуған йорттоң стеналары ла дауалай, тиҙәр. Яҡындарының тәрбиәһе, йылы һүҙҙәре, төрлө урындарға им-томсыларға йөрөп ҡарауҙары, мануаль терапияла алған дауалар ауырыуҙы саҡ ҡына булһа ла артҡа сигендерә. Айһылыу яңынан уҡырға инергә әҙерләнә, сөнки элекке урынынан үҙенә әйтеп тә тормай автоматик рәүештә икенсе курсҡа килеүсе уҡыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдыралар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кисә генә алһыҙ-ялһыҙ юғары күрһәткестәр өсөн көрәшкән спортсының бөгөн килеп исемен иҫкә алыусы ла
булмай. Был спорттың аяуһыҙ ҡанундарының береһе менән ун ете йәшендә үк шулай күҙгә-күҙ ҡарашып танышырға мәжбүр була ул.
Өҫтәүенә юғары уҡыу йортон ғына түгел, спортты ла алмаштырырға тура килә. Һаулығы өсөн хәүефһеҙерәк күренгән спорт аэробикаһы йүнәлешендә киләсәктә белгес булыу маҡсатында БДПУ-ның ишектәрен асып инә. Студент тормошо ҡайҙа ла бер инде. Шау-гөр килеп параларға йөрөүҙәр, тренеровкалар, яңы өлкәлә яңы уңыштарға өлгәшеүҙәр. Әммә бәлә йәш спортсыны, әйтерһең дә, һағалап, ҡаршыһына сығып көтөп кенә тора. Тағы ла тәбиғәт йоҡоһонан уянып, йәшеллеккә сумған мәлдә аяуһыҙ сир уны аяҡтан йыға. Был юлы ныҡлап. Параларҙа физик күнегеүҙәр башҡарғанда аяҡтан яҙған еренән тура дауаханаға оҙаталар. “Ошо мәлдә ярышта бер туҡтауһыҙ сабып үҙен-үҙе яндырған бәйге аты хәлендә икәнлегемде, ниһайәт, төшөндөм”, – ти ул. Ә табиптарҙың ҡарары аяуһыҙ. “Кисекмәҫтән операция кәрәк, – тиҙәр улар. – Унан һуң да аяҡҡа баҫа алыуы икеле, ә спорт тураһында бөтөнләй оноторға тура киләсәк”.
Читайте нас: