Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июнь 2020, 14:35

Снаряд шартланы

Малайҙарҙы, һыйыр ялаған кеүек, снарядтың һауа тулҡыны траншея төбөнә һеңдерҙе.

Ғарифулла ЯПАРОВ
Ғәлимдең тыуған ауылы Әйтмәмбәтте Бейе йылғаһы хәҙер икегә бүлә. Элекке ауыл ултырышын Иҫке ауыл тип кенә йөрөтәләр. Инйәр совхозы бар саҡта, Иҫке ауыл яланын һөрһәләр, малайҙар өсөн бер байрам була ине, сөнки бында граждандар һуғышы заманынан ҡалған буш патрондар ҙа, пуля, шрапнель, винтовка штыгы ла, хатта снаряд ярсыҡтары ла табыла.
Май айында, сәсеү бөткәс, Ғәлим һәм уның класташтары Ғәли менән Фәнүз ҙур уҡ булмаған снаряд таптылар ҙа, Ғәлимдәрҙең лапаҫына индереп, ҡыйыҡ аҫтына йәшерҙеләр. Өс көндән һуң, Бейе ашаһында силос траншеяһы ситендәге тирәккә аҫып, аҫтына ут төртөп шартлатырға килештеләр.
Өс көндөң үтеп киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Малайҙар снарядты ҙур тоҡҡа һалып күтәреп алдылар ҙа, иҫке күперҙең кисеүен яланаяҡ кисеп сығып, силос траншеяһы янына килеп еттеләр.
– Малайҙар, – тине Ғәлим, – ана ҙур тирәктең аҫҡы йыуан ботағы бик яйлы, шуға ҡорос сымды эләйек тә снарядты шуға тағайыҡ. Аҫтына ут яҡһаҡ, ул донъяны аҡтарасаҡ!
Өс малай тиҙ арала ун килолай снарядты, тимер сым менән сырмап, ағасҡа аҫҡан инеләр. Биш минуттан ҡайын туҙы менән тоҡандырылған усаҡ гөрләп янып китте, ә малайҙар кинолағыса силос траншеяһының ярына, окопта йәшеренгән кеүек, теҙелешеп яттылар.
Усаҡ яна, снаряд эленеп тора. Тимер сым да ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙҙы, шартлау юҡ. Ниһайәт, усаҡ янып бөттө. Малайҙар, окоптан баштарын сығарып, һүнеп бөткән усаҡҡа ҡарап торҙолар ҙа, берҙәм генә һикереп, траншея ситенә баҫтылар. Шул саҡ, ер ярып, снаряд шартланы. Малайҙарҙы, һыйыр ялаған кеүек, снарядтың һауа тулҡыны траншея төбөнә һеңдерҙе. Ә унда - үткән йылғы силостан ҡалған ҡыҙыл-көңгөрт кеҫәлгә оҡшаған лайлалы һыу. Бер ни ишетмәгән, ҡоттары осҡан малайҙар өҫтәренә ауған ҡарт тирәктең ботаҡтары араһынан шүрәле балаларына оҡшап килеп сыҡтылар. Ғәлимдең яурынында шартлауҙан шаңҡыған ике тәлмәрйен ултыра, ә Ғәлиҙең итек ҡунысынан ҙур булмаған туҙбаш йыланы сыға алмай интегә. Фәнүз ҡурҡыуҙан дерелдәп торған ҡулынан бер ус силосты ысҡындыра алмай интегә.
Күҙҙәре аларған өс малай, ҡайҙа һәм ни булғанын аңламай, бик оҙаҡ торҙолар ҙа, һаҫып бөткән күлдәк-ыштандарын сисә башланылар, ә үҙҙәре ҡурҡа-ҡурҡа тәндәрен ҡарайҙар. Ғәлимдең кейерлеге ҡалмаған яһалма күн кепкаһы, Ғәлиҙең эт талаған кеүек курткаһынан башҡа юғалтыуҙар булмағас, малайҙар кейемдәрен ҡосаҡлап, кесерткәндән сағыла-сағыла, Бейе йылғаһына йүнәлделәр. Снаряд эленгән мөһабәт тирәк урынында ҙур, тәрән һәм һыулы соҡор барлыҡҡа килгән. Эргә-тирәләге унлап ҡарт ҡара ерек сайралып бөткән. Ә малайҙарҙы ҡотҡарған силос траншеяһы шартлауҙан шаңҡып әйгәҙәгән тәлмәрйендәр менән тулған.
Был мәхшәрҙән айнып етә алмаған өс малай, Бейе йылғаһының йылы һыуында йыуынып алып, өйҙәренә сапты. Иртәгәһен ауған тирәк янында булмаған ауыл малайы ҡалманы. Береһе ерҙә ятҡан тирәктең осонан снарядтың “1916 йылда Петроградта сыҡҡан” тигән келәймәле ҙур ярсығын, кеҫә бысағы менән ике сәғәт буйы соҡоп ултырғандан һуң, ҙур ҡәнәғәтлек менән ялан сумкаһының төбөнә һалып та ҡуйҙы.
Ике көндән Аҙау урта мәктәбендә, Әйтмәмбәт ауылының унлап малайы, өс снарядты бергә бәйләп шартлатып, силос траншеяһында табан балығын шаңҡытып тоҡлап өйҙәренә ташыған икән тигән хәбәр таралды. “Хәрби һынау” үткән өс малай Иҫке ауыл яланынан башҡаса снаряд эҙләп йонсоманы. Уларға бер шартлау етте. Һаман, ер соҡоп, снаряд эҙләгән кеше күрһәләр, бармаҡтары менән сикә тапҡырында борғолап ҡуялар ине.
Читайте нас: