Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июнь 2020, 21:05

Алтынсы һунарсыны айыу ашаған...

Берҙән бер көндө Бәйтулланың көтөүенән тоннаға яҡын ауырлыҡтағы бик ҡиммәтле нәҫел үгеҙе юҡ булды. Уны эҙләй торған бер аҡлан уртаһындағы ҡыуаҡлыҡта сүп-сар араһынан таптылар. Үгеҙҙе айыу йыҡҡан һәм әҙерәк еҫләнһен өсөн сүп-сар аҫтына күмеп киткән.Ғәлим киске тансыға Төркмәнгә килгәнсе, Бәйтулла, серле йылмайып:– Һин иртәнән һуң кис беҙгә айыу ите ашарға кил! Онотма, мәгәрис - һинән, ит - беҙҙән! Ни тиклем мәгәрис күп була, ит шул тиклем күп буласаҡ! – тине.Ике көндән, Ғәлим юртаҡ атына атланды ла Бәйтулла янына ашыҡты. Юлда, магазинға туҡтап, бер нисә “мәгәрис” алды.Бәйтулла киске усаҡ янындағы йәштәрҙән ситкәрәк китеп ултырған. Кәйефе юҡ икәне әллә ҡайҙан билдәле.– Бәйтулла, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бына “ялтырбаштар”. Ә айыу ите ҡайҙа? – тине шиккә төшкән Ғәлим.–Мәгәрисең кәрәкмәй, айыу ите юҡ!Шул саҡ айыу ите ашарға тип аттарын сабыштырып Фаяз һәм уның тағы бер иптәше лә килде. Яр башындағы усаҡ буш, биҙрә лә, сәйнүк тә эленмәгән. Аптыраған егеттәргә Бәйтулла һунар тураһында бәйән әйтте.Кисә кисен Төркмәндең алты һунарсыһы йыйылышып төшөрөп алалар ҙа, мылтыҡтарын күтәреп, һаҫый башлаған үгеҙ түшкәһе янына киләләр. Килеп еткәс, ҡыуаҡты уратып алалар. Тағы ла түңәрәк буйлап шешә йөрөтөп эсәләр ҙә бер ни белмәй йоҡлап китәләр.Иртән Бәйтулла беренсе уянып китә лә ҡараһа - бер тонналыҡ үгеҙ түшкәһенән елдәр иҫкән. “Әгәр айыу беҙҙекеләрҙе алып китһә?!” тигән уйҙан башына һуҡҡан кеүек булған һунарсы йүгереп йөрөп иптәштәрен һанарға керешә. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү... Алтынсы һунарсы юҡ! Тимәк, уны ла һөйрәтеп алып киткән.Йән асыһына ҡысҡырып ебәргән Бәйтулланың тауышына бөтәһе лә һикереп тора. Улар ҙа һанап ҡарай икән. Тәки, берәү юҡ. Китә ғауға, китә тауыш. Тора торғас артыҡ эсеп бармаған Фәниз:– Егеттәр, һеҙ үҙегеҙҙе лә һанағыҙ, – тип әйткәс кенә, иҫтәренә килеп шым ҡала “һунарсылар”.Бәйтулла һөйләгән һайын, усаҡ янында көлкө ҡыҙа барҙы. Егеттәр, Байтулланан аҙаҡҡы һунарсылар башын иҫәпләүҙе ҡабат-ҡабат һөйләтеп, тәгәрәшеп ятып көләләр.Егеттәр, айыу ите ашамаһалар ҙа, кисте бик күңелле үткәреп, һуң ғына таралыштылар. Берҙән бер көндө Бәйтулланың көтөүенән тоннаға яҡын ауырлыҡтағы бик ҡиммәтле нәҫел үгеҙе юҡ булды. Уны эҙләй торған бер аҡлан уртаһындағы ҡыуаҡлыҡта сүп-сар араһынан таптылар. Үгеҙҙе айыу йыҡҡан һәм әҙерәк еҫләнһен өсөн сүп-сар аҫтына күмеп киткән.Ғәлим киске тансыға Төркмәнгә килгәнсе, Бәйтулла, серле йылмайып:– Һин иртәнән һуң кис беҙгә айыу ите ашарға кил! Онотма, мәгәрис - һинән, ит - беҙҙән! Ни тиклем мәгәрис күп була, ит шул тиклем күп буласаҡ! – тине.Ике көндән, Ғәлим юртаҡ атына атланды ла Бәйтулла янына ашыҡты. Юлда, магазинға туҡтап, бер нисә “мәгәрис” алды.Бәйтулла киске усаҡ янындағы йәштәрҙән ситкәрәк китеп ултырған. Кәйефе юҡ икәне әллә ҡайҙан билдәле.– Бәйтулла, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бына “ялтырбаштар”. Ә айыу ите ҡайҙа? – тине шиккә төшкән Ғәлим.–Мәгәрисең кәрәкмәй, айыу ите юҡ!Шул саҡ айыу ите ашарға тип аттарын сабыштырып Фаяз һәм уның тағы бер иптәше лә килде. Яр башындағы усаҡ буш, биҙрә лә, сәйнүк тә эленмәгән. Аптыраған егеттәргә Бәйтулла һунар тураһында бәйән әйтте.Кисә кисен Төркмәндең алты һунарсыһы йыйылышып төшөрөп алалар ҙа, мылтыҡтарын күтәреп, һаҫый башлаған үгеҙ түшкәһе янына киләләр. Килеп еткәс, ҡыуаҡты уратып алалар. Тағы ла түңәрәк буйлап шешә йөрөтөп эсәләр ҙә бер ни белмәй йоҡлап китәләр.Иртән Бәйтулла беренсе уянып китә лә ҡараһа - бер тонналыҡ үгеҙ түшкәһенән елдәр иҫкән. “Әгәр айыу беҙҙекеләрҙе алып китһә?!” тигән уйҙан башына һуҡҡан кеүек булған һунарсы йүгереп йөрөп иптәштәрен һанарға керешә. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү... Алтынсы һунарсы юҡ! Тимәк, уны ла һөйрәтеп алып киткән.Йән асыһына ҡысҡырып ебәргән Бәйтулланың тауышына бөтәһе лә һикереп тора. Улар ҙа һанап ҡарай икән. Тәки, берәү юҡ. Китә ғауға, китә тауыш. Тора торғас артыҡ эсеп бармаған Фәниз:– Егеттәр, һеҙ үҙегеҙҙе лә һанағыҙ, – тип әйткәс кенә, иҫтәренә килеп шым ҡала “һунарсылар”.Бәйтулла һөйләгән һайын, усаҡ янында көлкө ҡыҙа барҙы. Егеттәр, Байтулланан аҙаҡҡы һунарсылар башын иҫәпләүҙе ҡабат-ҡабат һөйләтеп, тәгәрәшеп ятып көләләр.Егеттәр, айыу ите ашамаһалар ҙа, кисте бик күңелле үткәреп, һуң ғына таралыштылар.Иртән Бәйтулла беренсе уянып китә лә ҡараһа - бер тонналыҡ үгеҙ түшкәһенән елдәр иҫкән.

Ғарифулла Япаров
Берҙән бер көндө Бәйтулланың көтөүенән тоннаға яҡын ауырлыҡтағы бик ҡиммәтле нәҫел үгеҙе юҡ булды. Уны эҙләй торған бер аҡлан уртаһындағы ҡыуаҡлыҡта сүп-сар араһынан таптылар. Үгеҙҙе айыу йыҡҡан һәм әҙерәк еҫләнһен өсөн сүп-сар аҫтына күмеп киткән.
Ғәлим киске тансыға Төркмәнгә килгәнсе, Бәйтулла, серле йылмайып:
– Һин иртәнән һуң кис беҙгә айыу ите ашарға кил! Онотма, мәгәрис - һинән, ит - беҙҙән! Ни тиклем мәгәрис күп була, ит шул тиклем күп буласаҡ! – тине.
Ике көндән, Ғәлим юртаҡ атына атланды ла Бәйтулла янына ашыҡты. Юлда, магазинға туҡтап, бер нисә “мәгәрис” алды.
Бәйтулла киске усаҡ янындағы йәштәрҙән ситкәрәк китеп ултырған. Кәйефе юҡ икәне әллә ҡайҙан билдәле.
– Бәйтулла, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бына “ялтырбаштар”. Ә айыу ите ҡайҙа? – тине шиккә төшкән Ғәлим.
–Мәгәрисең кәрәкмәй, айыу ите юҡ!
Шул саҡ айыу ите ашарға тип аттарын сабыштырып Фаяз һәм уның тағы бер иптәше лә килде. Яр башындағы усаҡ буш, биҙрә лә, сәйнүк тә эленмәгән. Аптыраған егеттәргә Бәйтулла һунар тураһында бәйән әйтте.
Кисә кисен Төркмәндең алты һунарсыһы йыйылышып төшөрөп алалар ҙа, мылтыҡтарын күтәреп, һаҫый башлаған үгеҙ түшкәһе янына киләләр. Килеп еткәс, ҡыуаҡты уратып алалар. Тағы ла түңәрәк буйлап шешә йөрөтөп эсәләр ҙә бер ни белмәй йоҡлап китәләр.
Иртән Бәйтулла беренсе уянып китә лә ҡараһа - бер тонналыҡ үгеҙ түшкәһенән елдәр иҫкән. “Әгәр айыу беҙҙекеләрҙе алып китһә?!” тигән уйҙан башына һуҡҡан кеүек булған һунарсы йүгереп йөрөп иптәштәрен һанарға керешә. Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү... Алтынсы һунарсы юҡ! Тимәк, уны ла һөйрәтеп алып киткән.
Йән асыһына ҡысҡырып ебәргән Бәйтулланың тауышына бөтәһе лә һикереп тора. Улар ҙа һанап ҡарай икән. Тәки, берәү юҡ. Китә ғауға, китә тауыш. Тора торғас артыҡ эсеп бармаған Фәниз:
– Егеттәр, һеҙ үҙегеҙҙе лә һанағыҙ, – тип әйткәс кенә, иҫтәренә килеп шым ҡала “һунарсылар”.
Бәйтулла һөйләгән һайын, усаҡ янында көлкө ҡыҙа барҙы. Егеттәр, Байтулланан аҙаҡҡы һунарсылар башын иҫәпләүҙе ҡабат-ҡабат һөйләтеп, тәгәрәшеп ятып көләләр.
Егеттәр, айыу ите ашамаһалар ҙа, кисте бик күңелле үткәреп, һуң ғына таралыштылар.
Читайте нас: