Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2020, 15:25

Беҙҙең өйҙөң Аллаһы һәйбәт

Мостай КәримБеҙҙең өйҙөң Аллаһы һәйбәт Беҙҙең ғаиләлә, дингә мөкиббән китмәһәләр ҙә, ҡанундарын һаҡланылар. Ураҙа тоттолар. Ялғап-йолғап мин дә тотҡоланым. Нисек ялғайҙармы? Сәхәрҙә өлкәндәр менән бергәләп ашайһың да, көндөҙ Оло инәйем бер арала ҡатыҡ менән икмәк йәки ҡалған талҡанды бирә. «Мә, балам, ураҙаңды ялғап ал. Нығыраҡ булыр», — ти. Шунда көнлөк ураҙаның яртыһын төйнәп ҡуяһың. Икенсе осонда ауыҙ асаһың... Ураҙа вазифаһынан тыш мулла-монтағай, ҡарт-ҡороно йыйып, йылына бер тапҡыр Ҡөрьән ашы уҙғаралар. Йола атҡаралар. Оло инәйем намаҙ уҡыштырғылай, миңә лә доғалар өйрәтә. Кесе инәйемдең намаҙлыҡ йәйгәнен күргәнем юҡ. Иҫләмәйем. Ул һис кенә лә эштән бушамай. Атайым үҙебеҙҙең ауыл мәҙрәсәһендә дүрт-биш ҡыш ятып уҡыған, Ҡөрьәнде һыу урынына эсә, тик яҙырға ғына өйрәтмәгәндәр. Хәҙер уйлауымса, Хоҙай ғилеме шулай ҙа уға ныҡ һеңмәгән булыр. Бер йомала мәсеткә барһа, икенсеһендә ҡалаға китеп, кәсебен уңышлы башҡарһа, ныҡ ҡына төшөрөп ҡайта торғайны. Бер саҡ артыҡ «ныҡ булған», буранлы төндә Келәште танымай, Ар ауылына уҙып киткән. Берәүҙең тәҙрәһен шаҡып һорай икән: — Торна Сафаның йорто ҡайһы була? — Беҙҙең ауылда Сафа исемле кеше юҡ. Келәштә Торна Сафа бар, — тигәндәр. Шундай «сәфәрҙең» иртәгеһенә ике инәйем, ике ағайым уны битәрләй башлағас: — Аҡланыр сарам юҡ. Иблис-шайтан ҡотортто. Хоҙай ярлыҡар әле, — тине. Ул осорҙа миңә туғыҙ тирәһе булғандыр. Шул көндәрҙән алып әлегә тиклем бер уйымдың осона сыға алмайым. Ни өсөн ғаләм хужаһы, йыһан шаһы, бөтә тереклекте бар итеүсе ҡөҙрәтле Тәңребеҙ, әҙәм балаларын аҙҙырыусы харам ризыҡтар татытып, гонаһтар ҡылдыртып, уларҙы юлдан яҙҙырыусы яуыз шайтанға юл ҡуя, шуға сыҙап тора икән? Бының, моғайын, бер-бер хикмәте барҙыр. Әлбиттә, барҙыр. Шайтан ҡотортоуы арҡаһында бәндәләр яҙыҡҡа сумалар ҙа, ярлыҡау ялбарып, ҡурсалау өмөт итеп, Хоҙайға килеп һыйыналар. Уға табыналар. Ана бит, атайым да теге саҡ: «Хоҙай ярлыҡар әле», — тип, мәсеткә өйлә намаҙына ыңғайланы. Имештер, шайтан Алланың юлына ҡаршы төшә, уның мөнбәрен, власын ҡаҡшата. Ә мин, киреһенсәлер, тип фараз ҡылам. Әгәр шайтан, донъя бутап, имандарҙы болғатып, әҙәмдәрзе гонаһҡа батырмаһа, кем Хоҙайға һыйыныр ҙа, кем уға табыныр ине? Шайтан боҙғанды төҙәтеү хәстәре булмағас, эшһеҙ, вазифаһыҙ япа-яңғыҙы тороп ҡалыр ине. Әҙәми заттар өсөн өр-яңыны бар итеүҙән былай, төҙөлгәнде боҙоу, боҙғанды ҡайтанан төҙәтеү мөһимерәк, йәтешерәк. Шуға күрә Иблистең баһаһын белә Тәңребеҙ. Хәйләкәр, аҡыллы хаким шулай оппозицияны баһаларға, уның ҡәҙерен белергә тейеш. Атайымды Хоҙай, ҡаҡмай-һуҡмай, һирәк-мирәк шулай ярлыҡай торҙо. Рәхмәт уға. Ярлыҡамай, әйтәйек, имгәтеп ташлаһа, оҙайлы сиргә һабыштырһа, йорт-ергә ҡаза килтерһә, бөтәбеҙгә лә үтә ауыр булыр ине. Шөкөр, уға яза ла, иртә әжәл дә килтермәне, ғәйептәрен йолоп, яҙыҡтарын кисереп, һикһәндән уҙҙырып, оҙатып ебәрҙе. Донъя менән бәхилләшеүе лә сәйер булды уның. Ҡара көҙҙә, ер шаҡрайып туңғас, ат егеп, урманға барған. Утынын тейәгәс, йөгөн арҡан менән тартып бәйләгәндә, арҡаны өҙөлөп киткән. Атайым, ҡолап, елкәһе менән әллә ҡаҡ түңгәккә, әллә төпкә килеп һуғылған. Ай самаһы иңке-тиңке йөрөгәндән һуң, түшәккә йығылды. Оҙаҡ ятманы. Аҙна-ун көндән ашмағандыр. Декабрь урталарында өс өй аша торған күршеләрҙә туй бара икән. Төп ҡоҙағый булған Һылыу еңгә кесе инәйемде үтә ҡыҫтап, «са-а-ҡ ҡынаға» тип, мәжлескә алып киткән. Атайым яңғыҙы тыныс ҡына йоҡлап ҡалған. Күп тә үтмәй ул бер ҡат күлдәк-ыштандан, ойоҡсан көйө ыҙғыр буранда туйлы йортҡа килеп ингән. Аҙаҡтан беленеүенсә, ул урам уртаһынан бармаған, ҡарға бата-бата ҡойма буйлап һәрмәнеп килгән. Аҙашмаҫ өсөн. Кешеләр ғәжәпләнгәндәр ҙә, ҡыуанғандар ҙа. Тимәк, ауырыу сирен еңгән. «Яңы ҡунаҡҡа» туҫтаҡ тултырып әсе бал биргәндәр. Ике тынала уны түңкәреп ҡуйған. Атайымды, толопҡа урап, өйгә илтеп ҡуйғандар. Ул ятҡас та иҙерәп йоҡлап киткән. Таң алдынан йән биргән... Әгәр ҙә беҙҙең өйҙөң Аллаһы үсегеүсән булһа, атайымды былай еңел генә ҡотҡармаҫ ине. Ғөмүмән, беҙҙең өйҙөң Аллаһы йыуаш, йомшаҡ бәғерле, игелекле булды. Ана, Сания еңгәләрҙеке ниндәй уҫал. Торғаны һуғыш суҡмары. Урам аша гел ишетеп торабыҙ: «Әй тим, Хәмиҙулла! Алла һуҡҡыры мөртәт!.. Шаһит тим, Хоҙай орғоро сусҡа!.. Миләүшә! Хоҙай ҡәһәре төшкөрө нәмәкәй!..» Бүтәндәр Алланан былай имен ҡотолдо, тик Шаһит ағайҙың ғына, урман бысҡанда ағас баҫып, аяғын имгәтте. Хоҙай орҙо. Беҙҙеке ундай түгел. Берәүгә лә янамай ул. Оло инәйем йыш ҡына: «Хоҙай һаҡлай күрһен... Хоҙай ярҙам бирһен... Хоҙай иман бирһен... Хоҙай рәхмәте төшһөн...» — ти. Хоҙай менән өркөтөп үҫтермәнеләр мине. Унан алыҫлашҡас та, үс алыр, кенә ҡыуыр, тип шикләнмәнем. Сөнки, ҡабатлайым, беҙҙең йорттоң тәңреһе изге ниәтле ине. Мин ауылдан киткәндә ул, мәрхәмәтле, хәстәрле йорт эйәһе шикелле, өйҙә тороп ҡалды. Татыу хушлаштыҡ һәм шунан һуң уның менән яҡындан тап булышманыҡ. Хатта һуғыш ғәрәсәте эсендә, хатта әжәл мине түшәккә йыҡҡан мәлдәрҙә лә, ул минең эргәмә килмәне. Бүтәндәргә эйәреп, мин теге алыҫ йылдарҙа үтә ҡыҙыл дәһри ҙә булманым, хәҙерге заманда, кеше ҡылана тип, доғаһыҙ башымды ҡаҡ иҙәнгә лә ормайым. Шулай ҙа рухымдың ике арала — Тәңре менән Иблис араһында ҡаушап ҡалған саҡтары булғыланы. Йәбер күргәндә, үпкәләрем, дәғүәләрем, әлбиттә, беренсеһенә төбәлә ине. Икенсеһе менән дәғүәләшеүҙән барыбер фәтүә юҡ. Ул бер нәмә лә төҙөмәй, тик емерә генә, шайтан алғыры... Ғосман исемле мөғжизә бер ҡустыбыҙ бар ине. Шуның матурлығына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Күҙ теймәһен тип, маңлайына гел ҡором яғып йөрөттөләр. Ете айҙан тәпәй баҫып, йүгереп китте. Шундай теремек ине. Алтмыш алты йылдан һуң да шул сабыйҙың ап-аҡ йөҙө, ололарса мәғәнәле ҡарашы, арбаусан йылмайыуы күҙ алдымда тора. Кистәрен ишле ғаиләбеҙ Ғосмандың ҡыланыштарына, бер ирмәк итеп ҡарап, ҡыуана ине. Бөтәбеҙҙе үҙенә ҡаратып тота. Әйтерһең, иҙәндә бала түгел, нур йомғағы тәгәрәп уйнай. Көйһөҙләнеүҙе белмәй. Иртәнсәк гел көлөп уяна. «Бәләкәс сихырсы» тип атаныҡ үҙен. Йәше тулғанда ошо йән эйәһе донъя менән бәхилләште. Ҡайынлы күл тигән төбәктә үҙебеҙҙең арышты ура инек. Көндәр бик эҫе. Иген ҡойола башлаған. Шуға күрә атайым ашыҡтыра. Өлкәндәр ура, мин көлтә йыя барам. Төшлөктән һуң Кесе инәйем бәләкәсте шаршау ҡоролған бишеккә йоҡларға һалды. Ул тиҙ үк мышнап йоҡлап китте. Оҙаҡ эшләнек. Баланың тауышы-тыны сыҡмай. Кесе инәйем, нимәлер һиҙенеп, барып ҡарамаҡсы була. Ҡараһа, бәпес юҡ. Ни әмәл менәндер бишектән төшөп, һул күршеләр яғындағы асыҡ ыҙанға барып, салҡан ятҡан. Ыҙанда ятып йоҡлаған баланы йә пәрей алмаштыра, йә уға зәхмәт ҡағыла. Ул саҡта мин ер ыҙанының пәрей һуҡмағы икәнен белә инем инде. Кесе инәйем: «Зәхмәт кенә ҡағылмаһа ярар ине», — тигәс, ҡойолдом да төштөм. Ахырыһы, ҡағылғандыр ҙа инде. Ҡустымдың ике бите, маңлайы, шәрә боттары, асыҡ күкрәге ҡып-ҡыҙыл — уттай яна, төтөнө генә сыҡмай. «Ҡайһы ерең ауырта, балам?» — тигәнгә Ғосман баш ҡына сайҡаны. Төндә Ғосман бошаланып сыҡты. Иртә таңда йән бирҙе. Көндөҙ ерләнек. — Бөтәһе лә Хоҙай иркендә, Вазифа, тип йыуатты көндәшен Оло инәйем. —Үҙе бирҙе, үҙе алды. Өҙгөләнмә былай уҡ. Миңә лә ғәзиз. Уны үҙ ҡулым менән ҡабул иттем бит был донъяға. Минең йөрәгем тибеүҙән туҡтаны, тыным ҡыҫылды, асыуым ҡабарҙы: «Ниңә шулай итә ул? Кире алыр булғас, ниңә биргән ул шундай һөйкөмлө, һоҡланғыс әҙәм балаһын? Беҙҙе алдатыр, ымһындырыр өсөн генә биреп торғанмы? Минең бөтә үпкәм, асыуым Ғосманды зәхмәтләгән ен-пәрейгә түгел, һәммәһенән өҫтөн, һәммәһенән ҡөҙрәтле Тәңребеҙгә. Бирмәгән булһа, һүҙ юҡ. Биргәнһең икән, һаҡла, яуыз ырымсынан ҡурсала». Ун йәшемдә ғәҙелһеҙ әжәл мине шулай тетрәтте, Алланың үҙенә тел тейҙертте. Был хаҡ. Ошо тетрәүҙе аңым хәтере лә, йәнем хәтере лә әлегәсә һаҡлап килә. Иң ҙур үпкәм уға ошо туғаным арҡаһында булғандыр ҙа... Шулай ҙа бөтә бәлә-ҡазаларҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе, уңышһыҙлыҡтарҙы бер Хоҙай өҫтөнә ауҙарыу, уға ғына япһарыу әҙәмдең ихтыярын тамам йомшартыр, рухын туғарылдырыр, аңын бөлдөрөр ине. Ҡайһы ваҡытта, Иблис яғынараҡ баҫып, бәхәскә инеү ҙә зарар итмәҫ һымаҡ. Үҙ-үҙеңде раҫлау өсөн булһа ла...

Мостай Кәрим
Беҙҙең өйҙөң Аллаһы һәйбәт

Беҙҙең ғаиләлә, дингә мөкиббән китмәһәләр ҙә, ҡанундарын һаҡланылар. Ураҙа тоттолар. Ялғап-йолғап мин дә тотҡоланым. Нисек ялғайҙармы? Сәхәрҙә өлкәндәр менән бергәләп ашайһың да, көндөҙ Оло инәйем бер арала ҡатыҡ менән икмәк йәки ҡалған талҡанды бирә. «Мә, балам, ураҙаңды ялғап ал. Нығыраҡ булыр», — ти. Шунда көнлөк ураҙаның яртыһын төйнәп ҡуяһың. Икенсе осонда ауыҙ асаһың... Ураҙа вазифаһынан тыш мулла-монтағай, ҡарт-ҡороно йыйып, йылына бер тапҡыр Ҡөрьән ашы уҙғаралар. Йола атҡаралар. Оло инәйем намаҙ уҡыштырғылай, миңә лә доғалар өйрәтә. Кесе инәйемдең намаҙлыҡ йәйгәнен күргәнем юҡ. Иҫләмәйем. Ул һис кенә лә эштән бушамай. Атайым үҙебеҙҙең ауыл мәҙрәсәһендә дүрт-биш ҡыш ятып уҡыған, Ҡөрьәнде һыу урынына эсә, тик яҙырға ғына өйрәтмәгәндәр. Хәҙер уйлауымса, Хоҙай ғилеме шулай ҙа уға ныҡ һеңмәгән булыр. Бер йомала мәсеткә барһа, икенсеһендә ҡалаға китеп, кәсебен уңышлы башҡарһа, ныҡ ҡына төшөрөп ҡайта торғайны. Бер саҡ артыҡ «ныҡ булған», буранлы төндә Келәште танымай, Ар ауылына уҙып киткән. Берәүҙең тәҙрәһен шаҡып һорай икән:

— Торна Сафаның йорто ҡайһы була?

— Беҙҙең ауылда Сафа исемле кеше юҡ. Келәштә Торна Сафа бар, — тигәндәр.

Шундай «сәфәрҙең» иртәгеһенә ике инәйем, ике ағайым уны битәрләй башлағас:

— Аҡланыр сарам юҡ. Иблис-шайтан ҡотортто. Хоҙай ярлыҡар әле, — тине. Ул осорҙа миңә туғыҙ тирәһе булғандыр. Шул көндәрҙән алып әлегә тиклем бер уйымдың осона сыға алмайым. Ни өсөн ғаләм хужаһы, йыһан шаһы, бөтә тереклекте бар итеүсе ҡөҙрәтле Тәңребеҙ, әҙәм балаларын аҙҙырыусы харам ризыҡтар татытып, гонаһтар ҡылдыртып, уларҙы юлдан яҙҙырыусы яуыз шайтанға юл ҡуя, шуға сыҙап тора икән? Бының, моғайын, бер-бер хикмәте барҙыр. Әлбиттә, барҙыр. Шайтан ҡотортоуы арҡаһында бәндәләр яҙыҡҡа сумалар ҙа, ярлыҡау ялбарып, ҡурсалау өмөт итеп, Хоҙайға килеп һыйыналар. Уға табыналар. Ана бит, атайым да теге саҡ: «Хоҙай ярлыҡар әле», — тип, мәсеткә өйлә намаҙына ыңғайланы. Имештер, шайтан Алланың юлына ҡаршы төшә, уның мөнбәрен, власын ҡаҡшата. Ә мин, киреһенсәлер, тип фараз ҡылам. Әгәр шайтан, донъя бутап, имандарҙы болғатып, әҙәмдәрзе гонаһҡа батырмаһа, кем Хоҙайға һыйыныр ҙа, кем уға табыныр ине? Шайтан боҙғанды төҙәтеү хәстәре булмағас, эшһеҙ, вазифаһыҙ япа-яңғыҙы тороп ҡалыр ине. Әҙәми заттар өсөн өр-яңыны бар итеүҙән былай, төҙөлгәнде боҙоу, боҙғанды ҡайтанан төҙәтеү мөһимерәк, йәтешерәк. Шуға күрә Иблистең баһаһын белә Тәңребеҙ. Хәйләкәр, аҡыллы хаким шулай оппозицияны баһаларға, уның ҡәҙерен белергә тейеш.

Атайымды Хоҙай, ҡаҡмай-һуҡмай, һирәк-мирәк шулай ярлыҡай торҙо. Рәхмәт уға. Ярлыҡамай, әйтәйек, имгәтеп ташлаһа, оҙайлы сиргә һабыштырһа, йорт-ергә ҡаза килтерһә, бөтәбеҙгә лә үтә ауыр булыр ине. Шөкөр, уға яза ла, иртә әжәл дә килтермәне, ғәйептәрен йолоп, яҙыҡтарын кисереп, һикһәндән уҙҙырып, оҙатып ебәрҙе.

Донъя менән бәхилләшеүе лә сәйер булды уның.

Ҡара көҙҙә, ер шаҡрайып туңғас, ат егеп, урманға барған. Утынын тейәгәс, йөгөн арҡан менән тартып бәйләгәндә, арҡаны өҙөлөп киткән. Атайым, ҡолап, елкәһе менән әллә ҡаҡ түңгәккә, әллә төпкә килеп һуғылған. Ай самаһы иңке-тиңке йөрөгәндән һуң, түшәккә йығылды. Оҙаҡ ятманы. Аҙна-ун көндән ашмағандыр. Декабрь урталарында өс өй аша торған күршеләрҙә туй бара икән. Төп ҡоҙағый булған Һылыу еңгә кесе инәйемде үтә ҡыҫтап, «са-а-ҡ ҡынаға» тип, мәжлескә алып киткән. Атайым яңғыҙы тыныс ҡына йоҡлап ҡалған. Күп тә үтмәй ул бер ҡат күлдәк-ыштандан, ойоҡсан көйө ыҙғыр буранда туйлы йортҡа килеп ингән. Аҙаҡтан беленеүенсә, ул урам уртаһынан бармаған, ҡарға бата-бата ҡойма буйлап һәрмәнеп килгән. Аҙашмаҫ өсөн. Кешеләр ғәжәпләнгәндәр ҙә, ҡыуанғандар ҙа. Тимәк, ауырыу сирен еңгән. «Яңы ҡунаҡҡа» туҫтаҡ тултырып әсе бал биргәндәр. Ике тынала уны түңкәреп ҡуйған. Атайымды, толопҡа урап, өйгә илтеп ҡуйғандар. Ул ятҡас та иҙерәп йоҡлап киткән. Таң алдынан йән биргән... Әгәр ҙә беҙҙең өйҙөң Аллаһы үсегеүсән булһа, атайымды былай еңел генә ҡотҡармаҫ ине.

Ғөмүмән, беҙҙең өйҙөң Аллаһы йыуаш, йомшаҡ бәғерле, игелекле булды. Ана, Сания еңгәләрҙеке ниндәй уҫал. Торғаны һуғыш суҡмары. Урам аша гел ишетеп торабыҙ: «Әй тим, Хәмиҙулла! Алла һуҡҡыры мөртәт!.. Шаһит тим, Хоҙай орғоро сусҡа!.. Миләүшә! Хоҙай ҡәһәре төшкөрө нәмәкәй!..» Бүтәндәр Алланан былай имен ҡотолдо, тик Шаһит ағайҙың ғына, урман бысҡанда ағас баҫып, аяғын имгәтте. Хоҙай орҙо. Беҙҙеке ундай түгел. Берәүгә лә янамай ул. Оло инәйем йыш ҡына: «Хоҙай һаҡлай күрһен... Хоҙай ярҙам бирһен... Хоҙай иман бирһен... Хоҙай рәхмәте төшһөн...» — ти.

Хоҙай менән өркөтөп үҫтермәнеләр мине. Унан алыҫлашҡас та, үс алыр, кенә ҡыуыр, тип шикләнмәнем. Сөнки, ҡабатлайым, беҙҙең йорттоң тәңреһе изге ниәтле ине. Мин ауылдан киткәндә ул, мәрхәмәтле, хәстәрле йорт эйәһе шикелле, өйҙә тороп ҡалды. Татыу хушлаштыҡ һәм шунан һуң уның менән яҡындан тап булышманыҡ. Хатта һуғыш ғәрәсәте эсендә, хатта әжәл мине түшәккә йыҡҡан мәлдәрҙә лә, ул минең эргәмә килмәне. Бүтәндәргә эйәреп, мин теге алыҫ йылдарҙа үтә ҡыҙыл дәһри ҙә булманым, хәҙерге заманда, кеше ҡылана тип, доғаһыҙ башымды ҡаҡ иҙәнгә лә ормайым.

Шулай ҙа рухымдың ике арала — Тәңре менән Иблис араһында ҡаушап ҡалған саҡтары булғыланы. Йәбер күргәндә, үпкәләрем, дәғүәләрем, әлбиттә, беренсеһенә төбәлә ине. Икенсеһе менән дәғүәләшеүҙән барыбер фәтүә юҡ. Ул бер нәмә лә төҙөмәй, тик емерә генә, шайтан алғыры...

Ғосман исемле мөғжизә бер ҡустыбыҙ бар ине. Шуның матурлығына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Күҙ теймәһен тип, маңлайына гел ҡором яғып йөрөттөләр. Ете айҙан тәпәй баҫып, йүгереп китте. Шундай теремек ине. Алтмыш алты йылдан һуң да шул сабыйҙың ап-аҡ йөҙө, ололарса мәғәнәле ҡарашы, арбаусан йылмайыуы күҙ алдымда тора. Кистәрен ишле ғаиләбеҙ Ғосмандың ҡыланыштарына, бер ирмәк итеп ҡарап, ҡыуана ине. Бөтәбеҙҙе үҙенә ҡаратып тота. Әйтерһең, иҙәндә бала түгел, нур йомғағы тәгәрәп уйнай. Көйһөҙләнеүҙе белмәй. Иртәнсәк гел көлөп уяна. «Бәләкәс сихырсы» тип атаныҡ үҙен. Йәше тулғанда ошо йән эйәһе донъя менән бәхилләште. Ҡайынлы күл тигән төбәктә үҙебеҙҙең арышты ура инек. Көндәр бик эҫе. Иген ҡойола башлаған. Шуға күрә атайым ашыҡтыра. Өлкәндәр ура, мин көлтә йыя барам. Төшлөктән һуң Кесе инәйем бәләкәсте шаршау ҡоролған бишеккә йоҡларға һалды. Ул тиҙ үк мышнап йоҡлап китте. Оҙаҡ эшләнек. Баланың тауышы-тыны сыҡмай. Кесе инәйем, нимәлер һиҙенеп, барып ҡарамаҡсы була. Ҡараһа, бәпес юҡ. Ни әмәл менәндер бишектән төшөп, һул күршеләр яғындағы асыҡ ыҙанға барып, салҡан ятҡан. Ыҙанда ятып йоҡлаған баланы йә пәрей алмаштыра, йә уға зәхмәт ҡағыла. Ул саҡта мин ер ыҙанының пәрей һуҡмағы икәнен белә инем инде. Кесе инәйем: «Зәхмәт кенә ҡағылмаһа ярар ине», — тигәс, ҡойолдом да төштөм. Ахырыһы, ҡағылғандыр ҙа инде. Ҡустымдың ике бите, маңлайы, шәрә боттары, асыҡ күкрәге ҡып-ҡыҙыл — уттай яна, төтөнө генә сыҡмай. «Ҡайһы ерең ауырта, балам?» — тигәнгә Ғосман баш ҡына сайҡаны.

Төндә Ғосман бошаланып сыҡты. Иртә таңда йән бирҙе. Көндөҙ ерләнек.

— Бөтәһе лә Хоҙай иркендә, Вазифа, тип йыуатты көндәшен Оло инәйем. —Үҙе бирҙе, үҙе алды. Өҙгөләнмә былай уҡ. Миңә лә ғәзиз. Уны үҙ ҡулым менән ҡабул иттем бит был донъяға.

Минең йөрәгем тибеүҙән туҡтаны, тыным ҡыҫылды, асыуым ҡабарҙы: «Ниңә шулай итә ул? Кире алыр булғас, ниңә биргән ул шундай һөйкөмлө, һоҡланғыс әҙәм балаһын? Беҙҙе алдатыр, ымһындырыр өсөн генә биреп торғанмы? Минең бөтә үпкәм, асыуым Ғосманды зәхмәтләгән ен-пәрейгә түгел, һәммәһенән өҫтөн, һәммәһенән ҡөҙрәтле Тәңребеҙгә. Бирмәгән булһа, һүҙ юҡ. Биргәнһең икән, һаҡла, яуыз ырымсынан ҡурсала». Ун йәшемдә ғәҙелһеҙ әжәл мине шулай тетрәтте, Алланың үҙенә тел тейҙертте. Был хаҡ. Ошо тетрәүҙе аңым хәтере лә, йәнем хәтере лә әлегәсә һаҡлап килә. Иң ҙур үпкәм уға ошо туғаным арҡаһында булғандыр ҙа... Шулай ҙа бөтә бәлә-ҡазаларҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе, уңышһыҙлыҡтарҙы бер Хоҙай өҫтөнә ауҙарыу, уға ғына япһарыу әҙәмдең ихтыярын тамам йомшартыр, рухын туғарылдырыр, аңын бөлдөрөр ине. Ҡайһы ваҡытта, Иблис яғынараҡ баҫып, бәхәскә инеү ҙә зарар итмәҫ һымаҡ. Үҙ-үҙеңде раҫлау өсөн булһа ла...
Читайте нас: