Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь 2020, 13:50

Нисек үҙ-үҙеңде ярата башларға?

Психолог Гөлнәзирә Йәнүрина яуап бирә:– Үҙ-үҙеңде ярытыуҙы нимәнән башларға? – Бының өсөн иң тәүҙә үҙ-үҙеңде яратмауҙың нимә икәнлеген аңлау зарур. Ул да булһа, үҙүҙеңде ҡабул итмәү. Ә үҙ-үҙен ҡабул итмәгән кеше башҡаларҙы ла ҡабул итә алмай. Һәр саҡ ризаһыҙлыҡ, хәүеф, яңылышыуҙан ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәй. Эске ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ниндәйҙер ауырыуға килтереүе лә бар. Сөнки хәрәкәт тә, үҫеш тә юҡ. Кеше үҙен бәйҙә торған һымаҡ хис итә. Үҙеңде йәлләүҙән туҡтап, тормошоң өсөн яуаплылыҡ алып, булмышыңды үҙгәртеү өҫтөндә ныҡлап эш башлаһаң, бындай ауыр халәттән ҡотолорға мөмкин. Бының төп шарты – үҙеңдә мөхәббәт тойғһон үҫтереү. Һәм ул мөхәббәт иң тәүге сиратта үҙегеҙгә тәғәйенләнгән булырға тейеш. Яратҡан кешегеҙгә мөнәсәбәтегеҙ нисек, үҙегеҙгә лә шундай мөнәсәбәттә булығыҙ. Сабый баланың сәсен нисек тарайһығыҙ, үҙегеҙҙең сәсегеҙҙе лә шулай тарағыҙ. Һөйгәнегеҙгә сәйҙе нисек яһайһығыҙ, үҙегеҙгә лә шулай яһағыҙ. Үҙеңә мөхәббәт бына ошондай бәләкәй генә төшөнсәләрҙән башлана. Һәм үҙ өҫтөңдә эшләүҙе туҡтатмаҫҡа! Үҙеңде яратыу буйынса план төҙөргә, хатта үҙеңә мөхәббәт тигән кодекс яҙып ҡуйырға була. Һәм шуларҙы мотлаҡ тормошҡа ашырырға тотонорға.

Психолог Гөлнәзирә Йәнүрина яуап бирә:
– Үҙ-үҙеңде ярытыуҙы нимәнән башларға? – Бының өсөн иң тәүҙә үҙ-үҙеңде яратмауҙың нимә икәнлеген аңлау зарур. Ул да булһа, үҙүҙеңде ҡабул итмәү. Ә үҙ-үҙен ҡабул итмәгән кеше башҡаларҙы ла ҡабул итә алмай. Һәр саҡ ризаһыҙлыҡ, хәүеф, яңылышыуҙан ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәй. Эске ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ниндәйҙер ауырыуға килтереүе лә бар. Сөнки хәрәкәт тә, үҫеш тә юҡ. Кеше үҙен бәйҙә торған һымаҡ хис итә. Үҙеңде йәлләүҙән туҡтап, тормошоң өсөн яуаплылыҡ алып, булмышыңды үҙгәртеү өҫтөндә ныҡлап эш башлаһаң, бындай ауыр халәттән ҡотолорға мөмкин. Бының төп шарты – үҙеңдә мөхәббәт тойғһон үҫтереү. Һәм ул мөхәббәт иң тәүге сиратта үҙегеҙгә тәғәйенләнгән булырға тейеш. Яратҡан кешегеҙгә мөнәсәбәтегеҙ нисек, үҙегеҙгә лә шундай мөнәсәбәттә булығыҙ. Сабый баланың сәсен нисек тарайһығыҙ, үҙегеҙҙең сәсегеҙҙе лә шулай тарағыҙ. Һөйгәнегеҙгә сәйҙе нисек яһайһығыҙ, үҙегеҙгә лә шулай яһағыҙ. Үҙеңә мөхәббәт бына ошондай бәләкәй генә төшөнсәләрҙән башлана. Һәм үҙ өҫтөңдә эшләүҙе туҡтатмаҫҡа! Үҙеңде яратыу буйынса план төҙөргә, хатта үҙеңә мөхәббәт тигән кодекс яҙып ҡуйырға була. Һәм шуларҙы мотлаҡ тормошҡа ашырырға тотонорға.
Читайте нас: