Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь 2020, 15:40

СӘҒӘТ КӨНДӨҘГӨ УН БЕРҘӘН ӨСКӘ ТИКЛЕМГЕ ҠОЯШ НУРҘАРЫ КЕШЕ ӨСӨН АЙЫРЫУСА ЗАРАРЛЫ

СӘҒӘТ КӨНДӨҘГӨ УН БЕРҘӘН ӨСКӘ ТИКЛЕМГЕ ҠОЯШ НУРҘАРЫ КЕШЕ ӨСӨН АЙЫРЫУСА ҠУРҠЫНЫС ЭҪЕНӘН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА? Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырғанда, тирләтә, һыу эске килә, хәл бөтә. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә, сәләмәтлектәре самалы кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, көнө буйы ҡояш аҫтында эшләүселәргә, балаларға ҡыйын. Түбәндәге ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, бәлки, хәлегеҙ бер аҙ еңеләйеп китер. - Урамға асыҡ төҫтәге иркен кейем кейеп сығығыҙ. Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарға - һылашып торған костюм, ир-егеттәргә пинжәк һәм галстук тураһында онотоп торорға кәрәк. - Ҡояштан һаҡланыу өсөн ҡулсатыр һәм кепка алығыҙ. - Ҡайнатылған йәки фильтрланған һыу, тәбиғи һуттарҙы мөмкин тиклем күберәк эсегеҙ. Сәй, кофе, иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра эсеүҙән тыйылығыҙ. - Майлы ризыҡтарҙы ашамаҫҡа тырышығыҙ. Был осорҙа иң яҡшыһы - йәшелсә һәм еләк-емеш менән туҡланыу. - Йоҡлар алдынан карауат өҫтөнә еүеш йәймә ҡороғоҙ, ә бүлмә уртаһына һыу һалынған ҙур һауыт ҡуйығыҙ. Был да ярҙам итмәһә, аяҡтарығыҙҙы еүеш таҫтамал менән урағыҙ. ЗАРАРЛЫ ҠОЯШ НУРҘАРЫНАН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! Баҡсала, йорт тирәһендә эшләгәндә, күптәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн сисенеп йөрөргә ярата. Былай эшләү баш мейеһе өсөн зыянлы. Был ваҡытта инфаркт һәм инсульттар һаны артыуы бер ҙә юҡҡа түгел. Әгәр физик көс талап итеүсе эш башҡарып ҡыҙынғанда, минераль һыу йәки йәшел сәй эсһәң, бик яҡшы. Сөнки ҡояшта организмдағы шыйыҡлыҡ күләме бик тиҙ кәмей. Шыйыҡлыҡ етмәү ҡан ҡуйырыуға һәм тромбалар барлыҡҡа килеүгә сәбәп була. Көндөҙгө сәғәт ун берҙән өскә тиклем ҡояш нурҙары айырыуса ҡурҡыныс, сөнки улар ергә туп-тура тиерлек төшә. Ә иртән һәм кисен ультрафиолет нурҙар әллә ни зыянлы түгел. Шунлыҡтан баҡса, йорт эштәрен көндөң нәҡ бына ошо ваҡытына ҡалдырырға кәрәк. Көндөҙ еңел кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейемдәр, ә башҡа күҙҙәрҙе һәм битте ҡояштан һаҡлау өсөн киң эшләпә кейһәгеҙ, яҡшыраҡ буласаҡ. Зарарлы ҡояш нурҙарынан һаҡ булығыҙ!

СӘҒӘТ КӨНДӨҘГӨ УН БЕРҘӘН ӨСКӘ ТИКЛЕМГЕ ҠОЯШ НУРҘАРЫ КЕШЕ ӨСӨН АЙЫРЫУСА ҠУРҠЫНЫС

ЭҪЕНӘН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?
Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырғанда, тирләтә, һыу эске килә, хәл бөтә. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә, сәләмәтлектәре самалы кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, көнө буйы ҡояш аҫтында эшләүселәргә, балаларға ҡыйын. Түбәндәге ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, бәлки, хәлегеҙ бер аҙ еңеләйеп китер.

- Урамға асыҡ төҫтәге иркен кейем кейеп сығығыҙ. Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарға - һылашып торған костюм, ир-егеттәргә пинжәк һәм галстук тураһында онотоп торорға кәрәк.
- Ҡояштан һаҡланыу өсөн ҡулсатыр һәм кепка алығыҙ.
- Ҡайнатылған йәки фильтрланған һыу, тәбиғи һуттарҙы мөмкин тиклем күберәк эсегеҙ. Сәй, кофе, иҫерткес эсемлектәр, шул иҫәптән һыра эсеүҙән тыйылығыҙ.
- Майлы ризыҡтарҙы ашамаҫҡа тырышығыҙ. Был осорҙа иң яҡшыһы - йәшелсә һәм еләк-емеш менән туҡланыу.
- Йоҡлар алдынан карауат өҫтөнә еүеш йәймә ҡороғоҙ, ә бүлмә уртаһына һыу һалынған ҙур һауыт ҡуйығыҙ. Был да ярҙам итмәһә, аяҡтарығыҙҙы еүеш таҫтамал менән урағыҙ.

ЗАРАРЛЫ ҠОЯШ НУРҘАРЫНАН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
Баҡсала, йорт тирәһендә эшләгәндә, күптәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн сисенеп йөрөргә ярата. Былай эшләү баш мейеһе өсөн зыянлы. Был ваҡытта инфаркт һәм инсульттар һаны артыуы бер ҙә юҡҡа түгел.
Әгәр физик көс талап итеүсе эш башҡарып ҡыҙынғанда, минераль һыу йәки йәшел сәй эсһәң, бик яҡшы. Сөнки ҡояшта организмдағы шыйыҡлыҡ күләме бик тиҙ кәмей. Шыйыҡлыҡ етмәү ҡан ҡуйырыуға һәм тромбалар барлыҡҡа килеүгә сәбәп була.

Көндөҙгө сәғәт ун берҙән өскә тиклем ҡояш нурҙары айырыуса ҡурҡыныс, сөнки улар ергә туп-тура тиерлек төшә. Ә иртән һәм кисен ультрафиолет нурҙар әллә ни зыянлы түгел. Шунлыҡтан баҡса, йорт эштәрен көндөң нәҡ бына ошо ваҡытына ҡалдырырға кәрәк. Көндөҙ еңел кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән кейемдәр, ә башҡа күҙҙәрҙе һәм битте ҡояштан һаҡлау өсөн киң эшләпә кейһәгеҙ, яҡшыраҡ буласаҡ. Зарарлы ҡояш нурҙарынан һаҡ булығыҙ!
Читайте нас: