Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Июнь 2020, 11:30

Йәшендән нисек һаҡланырға?

Йәшендән нисек һаҡланырға? 1. Ағас төбөндә тормағыҙ - йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай. Ағас оҙонлоғонан ике тапҡырҙан да ашыуыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк. Ергә эләккәндән һуң йәшен тарала башлай. Һуғылған ерҙән арыраҡ киткән һайын, уның көсөргәнеше кәмей бара, ә ток импульсы аҙымлау көсөргәнешен килтереп тыуҙыра. Аяҡтарҙы киңерәк айырып баҫҡанда, уның тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ була. Тап ошо аҙымлау көсөргәнеше арҡаһында кешегә ҡарағанда мал-тыуар йышыраҡ ҡазалана, сөнки һыйыр йә аттың алғы һәм артҡы тояҡтары аралығы ҙурыраҡ була. Йыш ҡына йәшен һыбайлыны һуға. Ҡағиҙә булараҡ, кеше иҫән ҡала, ә ат үлә.Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар - бергә. Йәки (көлмәгеҙ!) һыңар аяҡҡа ғына баҫып тороғоҙ (аҙымлау көсөргәнеше хәүефен иҫләгеҙ). Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрҙе бер-нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ. Йәшен һуға ҡалһа, тимер әйберҙәр тәндең яныуына өҫтәмә сәбәп кенә буласағын онотмағыҙ. 3. Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ. Бөтә был әйберҙәр асыҡ ерҙә торған үҙ эйәһен үҙенә күрә бер йәшен ҡайтарғысҡа әүерелдерә һәм йәшен һөйрәйәсәк. 4. Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдырып, ғалимдар әйтмешләй, "Фарадей ситлеге"булдыра. Уның эсенә йәшен үтеп инмәй, ә ергә "ағып" төшә. 5. Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ - йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Шунлыҡтан, тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә әйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. 6. Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй. 7. Кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшен хасил булыуға сәбәп итеүе бар. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта атмосфера электрланыуының ҡеүәте артыуы, тармаҡланыуы һәм разрядтар йышлығына мобиль телефон станцияларының күбәйеүе лә тәьҫир итә.

Йәшендән нисек һаҡланырға?
1. Ағас төбөндә тормағыҙ - йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай. Ағас оҙонлоғонан ике тапҡырҙан да ашыуыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк. Ергә эләккәндән һуң йәшен тарала башлай. Һуғылған ерҙән арыраҡ киткән һайын, уның көсөргәнеше кәмей бара, ә ток импульсы аҙымлау көсөргәнешен килтереп тыуҙыра. Аяҡтарҙы киңерәк айырып баҫҡанда, уның тәьҫир көсө тағы ла нығыраҡ була. Тап ошо аҙымлау көсөргәнеше арҡаһында кешегә ҡарағанда мал-тыуар йышыраҡ ҡазалана, сөнки һыйыр йә аттың алғы һәм артҡы тояҡтары аралығы ҙурыраҡ була. Йыш ҡына йәшен һыбайлыны һуға. Ҡағиҙә булараҡ, кеше иҫән ҡала, ә ат үлә.
  1. Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион позаһы алығыҙ, аяҡтар - бергә. Йәки (көлмәгеҙ!) һыңар аяҡҡа ғына баҫып тороғоҙ (аҙымлау көсөргәнеше хәүефен иҫләгеҙ). Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрҙе бер-нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ. Йәшен һуға ҡалһа, тимер әйберҙәр тәндең яныуына өҫтәмә сәбәп кенә буласағын онотмағыҙ.
    3. Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡтар, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ алмағыҙ. Бөтә был әйберҙәр асыҡ ерҙә торған үҙ эйәһен үҙенә күрә бер йәшен ҡайтарғысҡа әүерелдерә һәм йәшен һөйрәйәсәк.
    4. Йәшенле ямғыр үтеүен машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин, сөнки уларҙың тимер корпусы һаҡлағыс экран булдырып, ғалимдар әйтмешләй, "Фарадей ситлеге"булдыра. Уның эсенә йәшен үтеп инмәй, ә ергә "ағып" төшә.
    5. Өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә лә, каминға ла ут яҡмағыҙ - йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә. Шунлыҡтан, тәбиғәттә шашлыҡ ҡыҙҙырыусыларға мангал янында булырға ярамай. Юғиһә, ризығын ямғырҙан ҡотҡармаҡсы булып, үҙҙәре күмергә әйләнгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.
    6. Лазер указка менән шаярып, йәшенле болотто яҡтырта күрмәгеҙ, уның нуры ла йәшен һөйрәй.
    7. Кеҫә телефонығыҙҙы һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшен хасил булыуға сәбәп итеүе бар. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта атмосфера электрланыуының ҡеүәте артыуы, тармаҡланыуы һәм разрядтар йышлығына мобиль телефон станцияларының күбәйеүе лә тәьҫир итә.
  2. Читайте нас: