Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА,
ЙӘШЛЕК ХӘТИРӘҺЕ БҮЛӘГЕ
Ишектәге ҡыңғырау һандуғас булып һайраны. Ҡыҙының Һуңғы ҡыңғырау байрамынан әле генә ҡайтып, бер ҡосаҡ сәскәләрен урынлаштырып йөрөгән Миңлегөл бөгөн ҡунаҡ көтмәй ине. - Бындай да мәшәҡәтле көндә кем йөрөйҙөр инде...
Шулай ҙа үҙен ҡулға алып, йылмайып, бейек үксәле туфлийында тыҡ-тыҡ баҫып ишекте асты. - Һаумыһығыҙ, Миңлегөл апа! - Э-э-э, кем был?! Былай тип уға тик бер ауыл кешеләре генә өндәшә ине бит, - тигән уй йүгереп уҙҙы. Ишек төбөндә зауыҡ менән кейенгән оҙон буйлы, ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡыҫыҡ күҙле, ауыҙы ҡолағына еткән, ҡайһылыр ере хәрбигә тартым күркәм ир менән ҡулында ҙур сәскә гөлләмәһе тотҡан сибәр йәш ҡатын һәм 5 - 6 йәштәрҙәге ике һөйкөмлө ҡыҙ йылмайып тора ине. - Һаумыһығыҙ! Үтегеҙ әйҙә! Тупһала тормайыҡ. Рәхим итегеҙ, үтегеҙ-үтегеҙ! Ә үҙе: " Кем әле был егет, йөҙө бик таныш", - тип иҫенә төшөрөргә тырышты. Үттеләр... Ир һаман, Миңлегөлдән күҙен дә алмай, йылмайып баҫып тора. - Йөҙөң бик таныш, туғаным, кем тип тә әйтеп булмайсы, иҫкә төшмәй... Сәй ҡуя һалды ла, ҡунаҡтар янына залға уҙҙы... саҡ артына йығылып китмәне... Ирҙең ҡулында ҙур картина: мәктәп ишеге алдында ут һымаҡ ҡып - ҡыҙыл янып торған саған ағасына һоҡланып бер һылыу ҡыҙ ҡарап тора. Йөрәген тотоп: - Салауат... Салауат!? - тип ҡосаҡлап алды, дөрөҫөрәге, ир уны ипләп кенә ҡосаҡланы. Икеһенең дә күҙҙәре дымланды... - Ә Һеҙ, апа, бер ҙә үҙгәрмәгәнһегеҙ,һаман да йәп- йәшһегеҙ, шул уҡ нурлы күҙҙәр, хатта миңегеҙ ҙә урынында, - тип күңелле көлөп ебәрҙе. - Бына, апа, ғаиләмде Һеҙҙең менән таныштырырға булдым әле... - Үҙҙәренең аталарына ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған, ғүмерлек маяҡ булып ҡалған апаларын улар ҙа белһен... Әгәр тормошомда Һеҙҙе осратмаһам, белмәйем, минең менән ни булырын... булыр инем микән... Әле иҫемә төшөрәм дә: Һеҙ миңә шәхес тип, кеше тип ҡараусы берҙән - бер кеше булғанһығыҙ бит...Ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә йәш кенә бер ҡыҙ бала... Аптырайым хатта: ниңә миңә шул тиклем ваҡыт сарыф иттегеҙ икән дә, шул тиклем шөгөлләндегеҙ икән... Миңлегөл йылмайып ҡына ҡуйҙы. - Бөгөн минең бәхетле, шатлыҡлы көнөм: ҡыҙымдың байрамы һәм һинең килеүең... Ҙур рәхмәт, шулай ҙурлап килгәнегеҙгә, ә был картина минең өсөн ҡәҙерле бүләк - йәшлегем хәтирәһе, тип ипләп кенә стенканың бер бүлегенә һөйәп ҡуйҙы. Бик тә үкенгәйнем, теге ваҡыт һүрәтеңде алмағанға, ҡулым күтәрелмәгәйне... - Әле лә төшөрәһеңме, Хоҙай биргән һәләтең бар ине... - Эйе, яҙғылайым һирәкләп, илһам килгәндә... Сәй янында Салауат ябай ғына, тыныс итеп армиянан һуң институт бөтөрөп Сургут ҡалаһында йәшәүен, ҡаланың хәкимиәтендә эшләүен, әле Янғантау санаторийына китеп барыуҙары, ауылда өләсәһе нигеҙендә яңы өй күтәреүе тураһында бәйән итте. - Бына Һеҙҙе бөтә ғаиләгеҙ менән 22 июнгә ауыл байрамына саҡырабыҙ, - тип Саҡырыу хаты тапшырҙы. - Машина менән үҙем килеп алам, беҙгә тура барабыҙ, ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булырһығыҙ, бер үк ризалашағыҙ, унда Һеҙҙе бик көтәләр. - Ә хәҙер юлдағылар - юлда булһын, апа, - тине Салауат. -Ай күрҙе - ҡояш алды, - тигән һымаҡ булды бит әле былай, әҙерәк ултырһағыҙсы... Миңлегөл стенканан бер бәйле папканы алып Салауаттың ҡулына тотторҙо. Аптыраулы ҡарашҡа "ас" тип кенә ымланы: бына бишенсе кластағы Яңы йыл фотоһы, Салауаттың рәсем дәресе альбомы, алтынсыла уҡығанда "Пионер" журналында баҫылған конкурста еңгән һүрәте, етенселә районда уҙған саңғы ярышында төшкән фото, һигеҙенселәге Һуңғы ҡыңғырауҙан бер нисә күренештәр... Аҙаҡ малайҙы әсәһе үҙенә алғайны... Ҡыҙҙары ла бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. - Улар һиндә һаҡланһын, туғаным. Тәү уҡытҡан балаларҙың уңыштарын шулай йыйғылап барам... Салауат апаһына рәхмәт тулы ҡараш ташлап, бик йылы хушлаштылар. Ә Миңлегөл диванға барып ултырҙы ла уйға сумды... Ул бик йыраҡҡа, йәшлеккә, бынан 22 йыл элек булған хәлдәргә ҡайтты... Институтты ҡыҙыл дипломға бөткән башланғыс кластар уҡытыусы ҡыҙҙы ялан яғындағы урта мәктәпле бер ҙур ауылға эшкә ебәрҙеләр. Үҙе лә ошо райондан, тау яғынан, ә был яҡты бөтөнләй белмәй булып сыҡты: һөйләшеүҙәре лә икенсе төрлө, ашаған ризыҡтары ла, хатта үҙҙәренең торош - ҡиәфәттәре лә. Улар нисектер үтә һынсыл, шиксел: сит - ятты үҙ араларына керетеп - индерә һалып бармайҙар икән, бик һағайып ҡына ҡаршыланылар. Һөйкөмлө, йылмайып торған төйөрөм генә ҡыҙҙы иң беренсе ауыл әбейҙәре энәһенән ебенә тиклем тикшереп, нәҫел - нәсәбен белеште... Әлегә бер насар яғын тапманы. Миңлегөлгә өсөнсө класты билдәләнеләр: пенсияға киткән хөрмәтле Рима апаларын алыштыра, балаларҙы тыңлата алырмы? Математика уҡытыусыһын директор итеп үрләткәс, уның 5 кластағы дәрестәрен дә йәш ҡыҙға бирҙеләр. - Дипломыңда гел " 5"-леләр генә тора, һинән дә ҡулайлы кеше тапманым, тырышырһың инде, һеңлем, - тине директор, ҡаршы дәлил килтергән ҡыҙҙы ишетергә лә теләмәй. Ҡыҙыҡ: был ауылда уҡытыусылар - "апа," "абый" икән. Башкөллө эшкә сумды үҙенә талапсан йәш ҡыҙ: балаларға еңел, аңлайышлы итеп еткерергә тырышты, институтта өйрәткән төрлө яңы методик алымдар ҡулланды, үҙе лә ныҡ эҙләнде. Уның һәр дәресен контролдә тотҡан күптән эшләгән завуч "яңыса" һәм "тормошсан", тип үҙенең иң юғары баһаһын ҡуйҙы. Класта 15 уҡыусының да уҡыу сифаты күҙгә күренеп яҡшырҙы, балалар гел, тауыҡ себештәре һымаҡ, Миңлегөл апалары янында булды. Ата - әсәләре шатланып бөтә алмай: өй эштәрен мыжымай ғына үҙ аллы эшләйҙәр, мәктәпкә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. "Апа улай тимәй, былай кәрәк" - тип өйҙә лә уҡытыусының хәбәрен генә һөйләрҙәр ине. Хатта коллегалары көнләшеп, төрттөрәләр ине: "Йәш, һылыу булғас, яраталар инде". Халыҡ та: "Матурҙан төңөлмә", - тип әйткән бит.Ҡыҙ ирен өҫтөндәге ҡап - ҡара миңен нурландырып көлә лә: " Ярар, һөйләһендәр әйҙә, гонаһтарым юйылыр", - тип китә лә бара. Уҡытыусылар көнөнә класы менән бәләкәй генә концерт та ҡуйып ташланы: ҡасан йырларға ла, бейергә лә өйрәткән үҙе... Ҡыҙҙың үҙенең дә тасуири итеп шиғыр һөйләүен, мандолинала уйнап шаян йырҙар йырлауын, "хәс әртист кеүек", тип ауыл халҡы йылы ҡабул итте. Шулай, уйламағанда, абруй ҡаҙанды ла ҡуйҙы. Ноябрь айында үткән район кәңәшмәһенә мәктәп администрацияһы уға асыҡ дәрес ҡуйҙы. - Минең әле тәжрибәм аҙ, яуаплы дәрескә икенсе уҡытыусыны күрһәтегеҙ, мәктәп коллективының ышанысын да аҡларға кәрәк бит, - тип оҙаҡ ризалашманы ҡыҙ. Оло йәштәге рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: "Минең һәр дәресем - асыҡ дәрес", - тиһә лә, һәр яңылыҡҡа теше - тырнағы менән йәбешкән директор ҡолағына ла элмәне. - Мин Миңлегөлгә ышанам, - тине лә ҡуйҙы, бәхәскә урын ҡалдырмайса. Ҡыҙ бик оҙаҡ уйланғандан һуң башҡорт теле дәресен күрһәтергә булды: бик күп төрлө күргәҙмәләр әҙерләне. "Үлемдән оят көслө", - ти ине әсәһе гелән. Тырыш Миңлегөл дә төнөн йоҡламайса төрлөсә пландар төҙөп, уйында ғына үткәреп тә ҡараны... Дәрескә райондан бик күп уҡытыусылар килгәйне. Бер аҙ ҡаушап ҡалған балалар, апаларының һәр ваҡыттағыса нур бөркөп торған йөҙөн күреп, бик әүҙем ҡатнашты: төрлө уйындар, ребустар, күнегеүҙәр аша теманы асыҡлауға, аңлауға ирештеләр, үҙ фекерҙәрен иҫбатланылар, тасуири уҡынылар, бер - береһен баһаланылар. Уҡытыусы балаларға күберәк һөйләргә мөмкинселек биреп, бик йәнле итеп алып барҙы.Уның бөткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Дәрес юғары баһаланды, уҡытыусыларға балаларҙың бер - береһенә "билдә" ҡуйыуы оҡшаны: фекерләргә, ғәҙеллеккә өйрәнәләр, тинеләр. Шулай итеп, тиҙ арала ауылдың үҙ кешеһенә әйләнде йәш ҡыҙ. Бергәләп көҙгө алтын урманда усаҡ яғып бәрәңге бешереүҙәр, ҡышын сана, саңғы шыуыуҙар, яҙын ташҡын йылға ҡарау, йырғанаҡтан " кәмә" ағыҙыуҙар, бер - береһен мәрәкәләүҙәр, эс ҡатҡансы көлөүҙәр...Үҙ өсөнсөләре менән эшләү шул тиклем оҡшай Миңлегөлгә, күңелгә йылылыҡ, рәхәтлек килтерә... Тик бына 5 класта математика дәресендә бер малай уны ныҡ хафаға һалды: ҡырыҫ, өндәшмәҫ, битараф ҡиәфәттә тик ултыра... Өй эшен дә эшләмәй килә, таҡтаға ла сығарып булмай, аҫтан һөҙөп ҡарап ҡына ҡуя. Ул иптәштәре менән дә аралашмай, улар ҙа малайҙан ситләшәләр. Класс етәксеһе менән һөйләшкәйне: - "Уны әсәһе өләсәһенә ҡалдырған, элек ҡайҙалыр Себер тарафтарында йәшәгәндәр, беҙгә 3 класҡа килгән. Ул шулайыраҡ шул", - тине бик иҫе китмәй генә. Түбәнге кластар уҡытыусыһы: "Мин уны аңламаным да, яратманым да, класымды артҡа һөйрәне, томһорайып ултырҙы инде шунда", - тине лә ҡуйҙы. Пединститутта уҡығанда бөйөк педагогтар Макаренко, Сухомлинскийҙарҙың хеҙмәттәрен уҡып сыҡҡан Миңлегөл Салауат тураһында оҙаҡ уйланды. Бер көндө, дәрестәр бөткәс, һөйләшеп ҡарарға булды. Миңлегөл класҡа килеп ингәндә, малай ҡәләм менән нимәлер һыҙғылап ултыра ине. Уҡытыусыны күргәс тә, дәфтәр араһына тығып ҡуйҙы. - Мөмкинме ҡарарға, нимә төшөрә инең ул? Салауат ауыр ҡараштары менән һынап ҡарап торҙо ла, ҡапыл һүрәтен һуҙҙы. - Ох! Ҡәләм менән генә бик һылыу ҡатын эшләнгәйне. - Кем был матур апай! - Мама. - Хатта һәйбәт килеп сыҡҡан, былай матур итеп төшөрөргә ҡайҙан өйрәндең? - Я раньше ходил в Дом пионеров на кружок рисования... Ауыҙынан һүҙ тартып алып булмаған малай русса һөйләне лә һөйләне... Баҡһаң, улар элек Сургут ҡалаһында йәшәгән, әсәһе икенсе ағай менән йәшәй башлағас, өс йыл элек малайҙы ауылға өләсәһе янына ҡалдырған, шунан бирле әсә һе ҡайтҡаны ла юҡ... хат яҙа ла, посылка һала... Ғазап тулы күҙҙәренән бите буйлап эре - эре йәш тамсылары тәгәрәй ине... Ул һикереп торҙо ла йүгереп сығып китте... Миңлегөл дә йөрәге әрнеп, бер нәмә лә өндәшә алмай тороп ҡалды. Белә ул етемлектең нимә икәнен... "Етем илаһа - ер- һыу илар", - ти ине өләсәһе, әсәйҙән иртә ҡалған ейәнсәрен йыуатып. Ә бында "әсәйле йәтим"... Миңлегөл почтальондан Салауаттың әсәһенең адресын һорап алды ла, хат яҙҙы ла ебәрҙе... Иртәгәһенә дәрестә Салауат апаһына һағайып ҡараны, Миңлегөл элеккесә йылмайып уҡытыуын белде. Ҡыҙ һәр фән уҡытыусыһы менән айырым һөйләшергә булды. Иң беренсе итеп рәсем уҡытыусыһы менән һөйләшеп аптыратты: - Һеҙ Салауаттың "рәссам" икәнен белә инегеҙме ул? Унда талант бар бит. - Ошо класс өсөн генә "Көҙ" темаһына конкурс иғлан итегеҙ әле, тик бер үк Салауатҡа бер нәмә лә өндәшмәгеҙ, - тип инәлде. Конкурс тигәс Салауат та ҡатышырға булып китте. Ысынлап та, уның һүрәте иң яҡшыһы ине: мәктәп ишеге алдындағы ут һымаҡ янған саған ағасы янында бер һылыу ҡыҙ ағасҡа һоҡланып ҡарап тора. Шул тиклем килештереп, ысынбарлыҡ итеп төшөргәйне: бөтәһе лә " аһ" итте... Миңлегөл апаларын да танынылар. Ғәбит ағай кластың бөтә һүрәттәрен коридорға матур итеп элеп ҡуйҙы... Ошо көндә Салауат һуңғы ике йылда беренсе тапҡыр йылмайҙы, йөҙө бер аҙ асылды. Оло класс малайҙары ла килеп, малайҙың ҡулын ҡыҫып-ҡыҫып киттеләр, үҙ класы ла, тәү күргәндәй, ихтибарлай башланы. Миңлегөл икенсе булып рус теле укытыусыһы менән кәңәшләшеп: "Үҙ аллы эш биреп ҡарағыҙ әле, бәлки, рус әҙәбиәтендә күберәк һорарға, һөйләштерергә кәрәктер, русса бик һәйбәт аралаша бит ул малай... Тик, зинһар өсөн, һаҡ булығыҙ - күңеле ҡатҡан ул баланың - боҙ булған"... Тәжрибәле уҡытыусы был сәйер малайға икенсе күҙлектән ҡарарға булды. Теге һөйләшеүҙән ун көндәр уҙғас, Салауат беренсе тапҡыр, күҙлеген кейеп алып, ниҙер яҙып ултырҙы. Иптәштәре ҡарап - ҡарап алдылар, бер - береһенә төртөп -төртөп күрһәттеләр, ләкин береһе лә көлмәне. Был - Салауаттың тағы бер еңеүе ине. Шул көндән ул башҡаларға эйәреп дәрестәрҙә нәмәлер яҙып, уҡып ултыра
башланы. Яйлап ҡына күҙ ҡарашы үҙгәрҙе, башын күтәрҙе... Бер көн Миңлегөл дәрестән һуң дәфтәр тикшереп ултырһа, Салауат килеп керҙе. Ишек төбөндә тапанып торҙо. - Йә, Салауат, кер әйҙә. Ҡалай һәйбәт булды әле: бынау дәфтәрҙәр буталып бөткәнсе, шуларҙы айырып ҡуйырға ярҙам итһәңсе... Малай яй ғына шыбырҙап уҡый - уҡый ике өлөшкә бүлә башланы. - Тимәк, уҡыу техникаһы ла түбән... Салауат башҡортса ҡыйынлыҡ менән генә: "Миңә математиканан дәресте яңынан аңлатығыҙ әле", - тип үтенде. Ошо көндән улар көн дә тигәндәй шөғөлләнә башланылар. Ҡыҙ төрлө миҫалдар, мәсьәләләр биреп эшләтеп ҡараны ла, өсөнсө кластан алып темаларҙы ике телдә аңлата башланы, ҡабатлау таблицаһын нығытты. Арып китһәләр, ҡысҡырып русса шиғыр уҡыйҙар, хикәйәләр уҡып, йөкмәткеһен һөйләшәләр. Салауатҡа кластарында иптәштәре лә ул - был һүҙ, һөйләмде русса нисек булыуын тәржемә итергә мөрәжәғәт итә башланылар, класс гәзитенең рәссамы итеп билдәләнеләр. Беренсе сиректә ныҡ ҡына йонсоған уҡытыусылар Яңы йылға ныҡлы ғына "3" - лө ҡуя алдылар. Шыршы байрамында әсәһе алып ҡайтҡан клоун кейемендә бик ғорур баҫып, сөнки береһендә лә ундай костюм юҡ, ихлас йылмайып тора ине. Уҡыу йылы бөткәнсе Миңлегөл апаһы Салауатҡа төрлө фәндәрҙән ярҙам итте. Йыл аҙағында уның "4" билдәләре лә күренгеләне. Эй, икәүләп һөйөнөүҙәре! Бер генә йыл эшләп ҡалды: тәүәккәл, булдыҡлы ҡыҙҙы районға, шунан Өфөгә үҡ үрләттеләр. Ләкин ошо бер йыл эсендә ул әллә күпме балаға күңел йылыһы биреп, белемгә ынтылыш тәрбиәләп өлгөрҙө. Уның уҡыусылары Салауат педучилищеһына, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға кереп, уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр, хәбәрләшеп торалар. Әлеге көндә Миңлегөл ғаиләһе менән баш ҡалала йәшәй: республика күләмендә бик билдәле шәхес, бик күп хеҙмәттәр авторы, фән докторы ул. Хәҙер файҙалы эштәр башҡарырға уның даирәһе киң: күпме балаға ярҙам ҡулы һуҙа ала. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәне, ҡаршылыҡтар үткәрмәне: ауыл мәктәбендә уңышлы үткән бер йыллыҡ тормош һынауы ысын уҡытыусыға дөрөҫ юл күрһәтеүсе этәргес көс булып ҡалды.
-5 °С
Ҡар