Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2020, 11:15

Башҡорт ҡыҙы нисек кинолағыса тормошҡа барып эләгә?

Башҡорт ҡыҙы нисек кинолағыса тормошҡа Барып эләгә? Йәки көньяҡ африка килене Зәлифә Барлыбаева хаҡында...Иң популяр өлкә – ул блогерлыҡ Шундай мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ: аралашыу өсөн сиктәр юҡ хәҙер. Интернет киңлектәрендә төрлө ҡитғаларҙа ғүмер кисергән кешеләр бер-береһе менән бәйләнешкә сыға, үҙ тормошо хаҡында тотош ғаләмгә бәйән итә ала. Инстаграм селтәре был йәһәттән айырыуса уңайлы. Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы идеяларың бармы, етештергән тауарыңды рекламалайһың йә һатаһыңмы, үҙеңдең һәләттәреңде күрһәтергә теләйһеңме, түләүле оҫталыҡ дәресе ойоштораһыңмы рәхим ит, һине күҙәтеп барған тоғро яҙылыусыларың ғына булһын. Көньяҡ Африканың Претория ҡалаһынан алыҫ булмаған хозур тәбиғәтле урында йәшәп, үҙ блогын алып барған башҡорт ҡыҙы Зәлифә Барлыбаеваның тормошо ла күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра бөгөн. Ул башҡаларға экзотика булып ҡалған һоҡланғыс тәбиғәт күренештәрен, ундағы халыҡтың тормош үҙенсәлектәрен сағылдырып ҡына ҡалмай, сая холҡо, мауыҡтырғыс тормошо, күргәнкисергәндәре хаҡында бәйән итеп, үҙе әйтмешләй,“тамашасы”һының күңелен яулай. “Бала саҡтан театр, сәнғәт донъяһына ғашиҡ инем, актриса булам тип йөрөгән саҡтарым да хәтерҙә. Хәҙер бына ошо хыялым тормошҡа ашты. Сөнки ҡайһы берҙә үҙемде актриса һымаҡ тойоп та китәм. Инстаграм селтәрендәге эшмәкәрлегемде бөтөн күңелемде һалып алып барам. Ә бөгөнгө көндә иң популяр өлкә – ул блогерлыҡ. Һәм бында үҙеңде публика алдында тота, кешенең иғтибарын йәлеп итә, улар менән ихлас аралаша белеү кәрәк”, – ти ул.«Көн дә сериал ҡараған кеүек күҙәтеп барам...»Ысынлап та, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, тормош ҡуйған һынауҙарҙы мөмкинлектәргә әйләндереп, ҡыйыу аҙымдар менән киләсәгенә юл ярып, үҙе яҙған мауыҡтырғыс фильм-әкиәттең героиняһы ул Зәлифә. Һәм бөгөн уның тормошон интернет киңлектәре аша “көн дә сериал ҡараған кеүек күҙәтеп барам“ тиеүселәр һаны артҡандан-арта. Нимәләр менән шөғөлләнә һуң башҡорт ҡыҙы ер аяғы ер башында ятҡан Көньяҡ Африкала? Унда нисек барып эләккән? Башҡортостандан сығып китергә нимә мәжбүр иткән уны? Киләсәктә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Быларҙың барыһына ла саҡ ҡына һуңғараҡ туҡталып үтербеҙ. Минең иһә Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ тураһындағы тарихты уның йәнтөйәгендәге, Сибайҙағы, Өфөләге тормошонан башлап ебәргем килә.Еләк һатып юллыҡ аҡса эшләй ҙә сибайға юллана Бала сағынан уҡ хыялға бирелергә әүәҫ һәм шул уҡ ваҡытта һис тә тик тора белмәгән, үҙенә яңынан-яңы шөғөлдәр табып, барыһын да ғәжәп иткән үткер холоҡло Зәлифәнең күңеле бер мәлде ауыл тормошо менән генә йәшәүҙән йәм тапмай башлай. Атай-әсәһе туғыҙынсынан һуң мәктәпте ҡалдырып китеүенә ҡаршы булһа ла, ул еләк һатып, юллыҡ аҡса эшләй ҙә Сибай сәнғәт училищеһының театр бүлегенә имтихан тоторға китеп, студент булып ҡайта. Ғәзиздәре ҡыҙҙарының уңышы өсөн ҡыуана, әлбиттә, тик ике студент улдары ла булғас, Зәлифәне матди яҡтан тәьмин итерлек мөмкинлектәре юҡлығына хафалана. Әммә ҡыҙ бала атай-әсәһенән бөтөнләй аҡса алмаҫҡа ҡарар итә. Башҡалар 120 һум стипендияға шөкөр ҡылып йөрөгәндә дәрестән һуң үҙе уҡыған училищела иҙән йыуып, 500 һум эш хаҡы ала башлай. Тик унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй, яңы завхоз килгәс, уға был урынды ҡалдырырға ҡушалар. Аҡса тәмен тойған студент ҡыҙ юғалып ҡалмай, әлбиттә, косметика һатыуға тотоноп, матди йәһәттән үҙен-үҙе тәьмин итә. “Сибай театры артистарына, уҡытыусыларына бурысҡа косметика һата ла, эш хаҡы алған көндәрендә касса алдында тороп аҡса йыя инем”, – ти ул шул осорҙо иҫкә алып...Дауамы һуңғараҡ булыр)

Башҡорт ҡыҙы нисек кинолағыса тормошҡа Барып эләгә? Йәки көньяҡ африка килене Зәлифә Барлыбаева хаҡында...
Иң популяр өлкә – ул блогерлыҡ
Шундай мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ: аралашыу өсөн сиктәр юҡ хәҙер. Интернет киңлектәрендә төрлө ҡитғаларҙа ғүмер кисергән кешеләр бер-береһе менән бәйләнешкә сыға, үҙ тормошо хаҡында тотош ғаләмгә бәйән итә ала. Инстаграм селтәре был йәһәттән айырыуса уңайлы. Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы идеяларың бармы, етештергән тауарыңды рекламалайһың йә һатаһыңмы, үҙеңдең һәләттәреңде күрһәтергә теләйһеңме, түләүле оҫталыҡ дәресе ойоштораһыңмы рәхим ит, һине күҙәтеп барған тоғро яҙылыусыларың ғына булһын. Көньяҡ Африканың Претория ҡалаһынан алыҫ булмаған хозур тәбиғәтле урында йәшәп, үҙ блогын алып барған башҡорт ҡыҙы Зәлифә Барлыбаеваның тормошо ла күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра бөгөн. Ул башҡаларға экзотика булып ҡалған һоҡланғыс тәбиғәт күренештәрен, ундағы халыҡтың тормош үҙенсәлектәрен сағылдырып ҡына ҡалмай, сая холҡо, мауыҡтырғыс тормошо, күргәнкисергәндәре хаҡында бәйән итеп, үҙе әйтмешләй,“тамашасы”һының күңелен яулай. “Бала саҡтан театр, сәнғәт донъяһына ғашиҡ инем, актриса булам тип йөрөгән саҡтарым да хәтерҙә. Хәҙер бына ошо хыялым тормошҡа ашты. Сөнки ҡайһы берҙә үҙемде актриса һымаҡ тойоп та китәм. Инстаграм селтәрендәге эшмәкәрлегемде бөтөн күңелемде һалып алып барам. Ә бөгөнгө көндә иң популяр өлкә – ул блогерлыҡ. Һәм бында үҙеңде публика алдында тота, кешенең иғтибарын йәлеп итә, улар менән ихлас аралаша белеү кәрәк”, – ти ул.
«Көн дә сериал ҡараған кеүек күҙәтеп барам...»
Ысынлап та, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, тормош ҡуйған һынауҙарҙы мөмкинлектәргә әйләндереп, ҡыйыу аҙымдар менән киләсәгенә юл ярып, үҙе яҙған мауыҡтырғыс фильм-әкиәттең героиняһы ул Зәлифә. Һәм бөгөн уның тормошон интернет киңлектәре аша “көн дә сериал ҡараған кеүек күҙәтеп барам“ тиеүселәр һаны артҡандан-арта. Нимәләр менән шөғөлләнә һуң башҡорт ҡыҙы ер аяғы ер башында ятҡан Көньяҡ Африкала? Унда нисек барып эләккән? Башҡортостандан сығып китергә нимә мәжбүр иткән уны? Киләсәктә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Быларҙың барыһына ла саҡ ҡына һуңғараҡ туҡталып үтербеҙ. Минең иһә Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ тураһындағы тарихты уның йәнтөйәгендәге, Сибайҙағы, Өфөләге тормошонан башлап ебәргем килә.
Еләк һатып юллыҡ аҡса эшләй ҙә сибайға юллана
Бала сағынан уҡ хыялға бирелергә әүәҫ һәм шул уҡ ваҡытта һис тә тик тора белмәгән, үҙенә яңынан-яңы шөғөлдәр табып, барыһын да ғәжәп иткән үткер холоҡло Зәлифәнең күңеле бер мәлде ауыл тормошо менән генә йәшәүҙән йәм тапмай башлай. Атай-әсәһе туғыҙынсынан һуң мәктәпте ҡалдырып китеүенә ҡаршы булһа ла, ул еләк һатып, юллыҡ аҡса эшләй ҙә Сибай сәнғәт училищеһының театр бүлегенә имтихан тоторға китеп, студент булып ҡайта. Ғәзиздәре ҡыҙҙарының уңышы өсөн ҡыуана, әлбиттә, тик ике студент улдары ла булғас, Зәлифәне матди яҡтан тәьмин итерлек мөмкинлектәре юҡлығына хафалана. Әммә ҡыҙ бала атай-әсәһенән бөтөнләй аҡса алмаҫҡа ҡарар итә. Башҡалар 120 һум стипендияға шөкөр ҡылып йөрөгәндә дәрестән һуң үҙе уҡыған училищела иҙән йыуып, 500 һум эш хаҡы ала башлай. Тик унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй, яңы завхоз килгәс, уға был урынды ҡалдырырға ҡушалар. Аҡса тәмен тойған студент ҡыҙ юғалып ҡалмай, әлбиттә, косметика һатыуға тотоноп, матди йәһәттән үҙен-үҙе тәьмин итә. “Сибай театры артистарына, уҡытыусыларына бурысҡа косметика һата ла, эш хаҡы алған көндәрендә касса алдында тороп аҡса йыя инем”, – ти ул шул осорҙо иҫкә алып...
Дауамы һуңғараҡ булыр)
Читайте нас: