Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2020, 11:35

Кем кемде һәм нисек һайлай?

Ләйсән Әбсәләмова, педагог-психолог:Беҙ гел генә һайлау алдында торабыҙ. Ниндәй кейем алырға, ҡайҙа ял итергә, кем менән аралашырға... Шул уҡ ваҡытта һәр бер кешенең тормошонда мөһим һәм хәл иткес һайлау була – үҙ яртыңды табыу. Ғүмерлек юлдашын эҙләгәндә билдәле шарттар әһәмиәткә эйә. Социологтар фекернсә, ир-ат, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итә – йөҙөнә, кәүҙәһенә, сәсенә, йылмайыуына... Эйе, йыш ҡына ирҙәр гүзәл заттың физик матурлығына ылығып бара, ә бына күңел байлығын, уның холоҡ күркәмлеген тейешенсә баһалап еткермәй. Бында боронғо ирҙәрҙең инстинкт сағылышы күҙәтелә физик яҡтан матур булған партнер, тимәк, көслө һәм сәләмәт. Унан тыуған нәҫел дә һаулығына зарланырға тейеш түгел. Шулай итеп, заман ирҙәренең камил ҡатын-ҡыҙ стереотибы түбәндәге үҙенсәлектәргә эйә: ул балаларҙы яҡшы тәрбиәләй алған, өйҙә йәмле мөхит тыуҙырған, һөйкөмлө, уңған хужабикә. Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, улар, әлбиттә, ирҙәрҙең тышҡы матурлығына иғтибар итеүен-итә, шулай ҙа был ҙур йоғонто яһамай. Төпкөл аңы менән гүзәл зат сибәр ир-уҙаманды янында оҙаҡ тота алмаҫын аңлай һәм, ҡарамаҡҡа уртаса матурҙы һайлап, үҙен күңел ғазаптарынан һаҡларға тырыша. Улар өсөн иң мөһиме – ир-аттың матди хәле. Бында бер ниндәй ҙә хаслыҡ юҡ – ар-ат йәмғиәтебеҙҙә борон-борондан мал табыусы, үҙен һәм ғаиләһен ҡараусы булараҡ сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең юғары интеллектын, эш һөйөүсәнлеген, юморға бай булыуын баһалай. Йәнә – уны аңлауын, яҡлауын, терәк булыуын... Йыш ҡына кәүҙә-килбәт яғынан ҡапма-ҡаршы типтар бер-береһенә тартылыусан. Мәҫәлән, оҙон буйлы, олпат ирҙәр орсоҡтай ҡатындарҙы хуп күрә, ә бына күп кенә ҡыҫҡа буйлылар һәм йыуантыҡтар – һомғол һәм нескә билле гүзәлдәрҙе үҙ итә. Тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ оҙон, ябыҡ ирҙәргә күҙ һала. Был парадокс физиология ҡанундары менән аңлатыла: стандарт булмаған кеше, төпкөл аң закондарын буйһоноп, үҙенә ҡапма-ҡаршы партнерҙы һайлай һәм шул рәүешле киләсәк нәҫелдең буй-һынын тигеҙләргә тырыша. Тағы бер үҙенсәлек: буласаҡ тормош иптәшен һайлағанда ҡатын-ҡыҙ бала саҡта уҡ (5-6 йәштәрҙә) нығынған стереотипҡа таяна. Был образ ошо ваҡыт арауығында ҡыҙыҡай эргәһендә ниндәй холоҡло кеше йышыраҡ булыуына ҡарап барлыҡҡа килә – ҡартатаймы, атаймы, ағаймы, тигәндәй... Был ирҙәр идеаль кеше стереотибы ҡыҫандарына һыймауы ла мөмкин. Шул уҡ мәлдә, тикшеренеүҙәргә ышанғанда, күҙәләре оҡшаш парҙар ун процентты, ә холоҡ үҙенсәлектәре буйынса оҡшаштар ҡырҡ процентты тәшкил итә. Ғаилә ҡорғанда ҡыҙыҡһыныуҙарҙың тап килеүе лә мөһим. Социологтар шуны иҫбатлай – теге йәки был өлкәлә бер-береһе менән киҫешкән профессия вәкилдәре йышыраҡ ҡауыша. Интеллектуаль яҡтан да тап килеү ғаилә тормошонда хәл иткес роль уйнай. Фекерләү ҡеүәһе юғарыраҡ, белемле партнер был йәһәттән күпкә ҡалышҡан икенсе яртыһынан яйлап һыуына, ти ғалимдар. Йәр һайлауҙа мода ла ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә нәҙек, оҙон буйлы һәм күпкә йәш ҡыҙҙарға өйләнеү киң таралған. Бер быуат элек иһә тулы кәүҙәле, көслө ҡатын-ҡыҙға өйләнеүҙе хуп күргәндәр – ундайҙарҙың итәк тултырып бала табырына, емертеп эшләрҙәренә өмөтләнгәндәр. Ғаилә тормошонда енси мөнәсәбәт мөһим урын биләй. Ләкин сексуаль тартылыу нигеҙенә генә ҡоролған ғаиләләр ныҡлы булмай: ярһыу хистәр тора-бара һыуына һәм уларҙың урынына бер-береңде ихтирам итеү тойғоһо ҡала. Һәр хәлдә ҡалырға тейеш. Бай һәм ярлы ҡатлам кешеләренең дә партнер һайлау үҙенсәлектәре бихисап. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисермәгән ғаиләлә үҫкән йәштәр, ғәҙәттә, үҙҙәре кеүек үк хәлле ғаиләнән сыҡҡандарҙы иш итә. Ә бына матди байлыҡтарын үҙ көсө менән йыйыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы буласаҡ ирҙәренең ниндәй социаль баҫҡыста тороуы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Был категорияға ҡараған ирҙәр үҙҙәренән түбән матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙға өйләнеүсән: уларға йә үтә шәп хужабикә, йә дуҫтарының күҙен ҡыҙҙырырҙай матур “тәтәй” кәрәк. Нисек кенә булмаһын, бер-береһен тапҡан ике яртынан бер бөтөн яһалғанда ғына бәхетле ғаиләләр тыуа. Никахтар күктә ярала, ә ерҙә кешеләр... осраҡлы рәүештә генә тап булыша, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, был бәхетле осраҡтарҙың йышыраҡ булыуын теләйек. Һеҙгә бәхет һәм уңышлы һайлау!

Ләйсән Әбсәләмова, педагог-психолог:
Беҙ гел генә һайлау алдында торабыҙ. Ниндәй кейем алырға, ҡайҙа ял итергә, кем менән аралашырға... Шул уҡ ваҡытта һәр бер кешенең тормошонда мөһим һәм хәл иткес һайлау була – үҙ яртыңды табыу. Ғүмерлек юлдашын эҙләгәндә билдәле шарттар әһәмиәткә эйә. Социологтар фекернсә, ир-ат, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итә – йөҙөнә, кәүҙәһенә, сәсенә, йылмайыуына... Эйе, йыш ҡына ирҙәр гүзәл заттың физик матурлығына ылығып бара, ә бына күңел байлығын, уның холоҡ күркәмлеген тейешенсә баһалап еткермәй. Бында боронғо ирҙәрҙең инстинкт сағылышы күҙәтелә физик яҡтан матур булған партнер, тимәк, көслө һәм сәләмәт. Унан тыуған нәҫел дә һаулығына зарланырға тейеш түгел. Шулай итеп, заман ирҙәренең камил ҡатын-ҡыҙ стереотибы түбәндәге үҙенсәлектәргә эйә: ул балаларҙы яҡшы тәрбиәләй алған, өйҙә йәмле мөхит тыуҙырған, һөйкөмлө, уңған хужабикә.
Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, улар, әлбиттә, ирҙәрҙең тышҡы матурлығына иғтибар итеүен-итә, шулай ҙа был ҙур йоғонто яһамай. Төпкөл аңы менән гүзәл зат сибәр ир-уҙаманды янында оҙаҡ тота алмаҫын аңлай һәм, ҡарамаҡҡа уртаса матурҙы һайлап, үҙен күңел ғазаптарынан һаҡларға тырыша. Улар өсөн иң мөһиме – ир-аттың матди хәле. Бында бер ниндәй ҙә хаслыҡ юҡ – ар-ат йәмғиәтебеҙҙә борон-борондан мал табыусы, үҙен һәм ғаиләһен ҡараусы булараҡ сығыш яһай.
Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең юғары интеллектын, эш һөйөүсәнлеген, юморға бай булыуын баһалай. Йәнә – уны аңлауын, яҡлауын, терәк булыуын...
Йыш ҡына кәүҙә-килбәт яғынан ҡапма-ҡаршы типтар бер-береһенә тартылыусан. Мәҫәлән, оҙон буйлы, олпат ирҙәр орсоҡтай ҡатындарҙы хуп күрә, ә бына күп кенә ҡыҫҡа буйлылар һәм йыуантыҡтар – һомғол һәм нескә билле гүзәлдәрҙе үҙ итә. Тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ оҙон, ябыҡ ирҙәргә күҙ һала. Был парадокс физиология ҡанундары менән аңлатыла: стандарт булмаған кеше, төпкөл аң закондарын буйһоноп, үҙенә ҡапма-ҡаршы партнерҙы һайлай һәм шул рәүешле киләсәк нәҫелдең буй-һынын тигеҙләргә тырыша.
Тағы бер үҙенсәлек: буласаҡ тормош иптәшен һайлағанда ҡатын-ҡыҙ бала саҡта уҡ (5-6 йәштәрҙә) нығынған стереотипҡа таяна. Был образ ошо ваҡыт арауығында ҡыҙыҡай эргәһендә ниндәй холоҡло кеше йышыраҡ булыуына ҡарап барлыҡҡа килә – ҡартатаймы, атаймы, ағаймы, тигәндәй... Был ирҙәр идеаль кеше стереотибы ҡыҫандарына һыймауы ла мөмкин.
Шул уҡ мәлдә, тикшеренеүҙәргә ышанғанда, күҙәләре оҡшаш парҙар ун процентты, ә холоҡ үҙенсәлектәре буйынса оҡшаштар ҡырҡ процентты тәшкил итә. Ғаилә ҡорғанда ҡыҙыҡһыныуҙарҙың тап килеүе лә мөһим. Социологтар шуны иҫбатлай – теге йәки был өлкәлә бер-береһе менән киҫешкән профессия вәкилдәре йышыраҡ ҡауыша.
Интеллектуаль яҡтан да тап килеү ғаилә тормошонда хәл иткес роль уйнай. Фекерләү ҡеүәһе юғарыраҡ, белемле партнер был йәһәттән күпкә ҡалышҡан икенсе яртыһынан яйлап һыуына, ти ғалимдар.
Йәр һайлауҙа мода ла ҙур йоғонто яһай. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә нәҙек, оҙон буйлы һәм күпкә йәш ҡыҙҙарға өйләнеү киң таралған. Бер быуат элек иһә тулы кәүҙәле, көслө ҡатын-ҡыҙға өйләнеүҙе хуп күргәндәр – ундайҙарҙың итәк тултырып бала табырына, емертеп эшләрҙәренә өмөтләнгәндәр.
Ғаилә тормошонда енси мөнәсәбәт мөһим урын биләй. Ләкин сексуаль тартылыу нигеҙенә генә ҡоролған ғаиләләр ныҡлы булмай: ярһыу хистәр тора-бара һыуына һәм уларҙың урынына бер-береңде ихтирам итеү тойғоһо ҡала. Һәр хәлдә ҡалырға тейеш.
Бай һәм ярлы ҡатлам кешеләренең дә партнер һайлау үҙенсәлектәре бихисап. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисермәгән ғаиләлә үҫкән йәштәр, ғәҙәттә, үҙҙәре кеүек үк хәлле ғаиләнән сыҡҡандарҙы иш итә. Ә бына матди байлыҡтарын үҙ көсө менән йыйыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы буласаҡ ирҙәренең ниндәй социаль баҫҡыста тороуы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Был категорияға ҡараған ирҙәр үҙҙәренән түбән матди хәлдә булған ҡатын-ҡыҙға өйләнеүсән: уларға йә үтә шәп хужабикә, йә дуҫтарының күҙен ҡыҙҙырырҙай матур “тәтәй” кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, бер-береһен тапҡан ике яртынан бер бөтөн яһалғанда ғына бәхетле ғаиләләр тыуа. Никахтар күктә ярала, ә ерҙә кешеләр... осраҡлы рәүештә генә тап булыша, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, был бәхетле осраҡтарҙың йышыраҡ булыуын теләйек. Һеҙгә бәхет һәм уңышлы һайлау!

Читайте нас в