Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2020, 14:50

Башҡорт ҡыҙы нисек кинолағыса тормоҡа барып эләгә? (Дауамы)

Һаумы, Өфө! Күңелле студент йылдары тиҙ үк үтеп китә. Торабара Сибайҙағы тормош та ҡәнәғәтләндермәй башлай тиктормаҫ Зәлифәне. Күңеле Өфөгә тартылып тик тора. Сәнғәт институына уҡырға инеү була уның теләге. Туған тейешлерәк бер ҡыҙ ҡасандыр үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән саҡта уға, Өфөгә юлың төшһә, беҙҙә туҡталырһың, тип адресын ҡалдыра. Улар бер фатирҙа нисәлер ҡыҙ бергәләп аренда хаҡын түләп тора икән. Зәлифә иһә оҙаҡ уйлап тормай, көндәрҙән-бер көндө йыйына ла төнгө поезд менән Өфөгә юллана. Тик баш ҡалала кем генә һине ҡолас йәйеп ҡаршы алып торһон инде?! Теге ҡыҙҙар янына барып урынлашыуын-урынлаша ла бит, ике көн үткәс, кискеһен генә арып-талып ҡайтып ингән Зәлифәне унда йәшәгән уҫал ғына ҡыҙҙарҙың береһе: “Һаман да бында йөрөйһөңме ни әле, һәр кем үҙ ауылдашын йәшәп торорға саҡыра башлаһа, ҡайҙа китә ул?!” тип урамға ҡыуып сығара. Нисәмә йылдар буйына хыялында йөрөткән Өфөлә бындай хәлгә тарырмын тип уйламаған ҡыҙ балаға сумкаһын алып был фатирҙан сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Кис еткән... Кеҫәһендә йөҙ һум ғына аҡсаһы бар... Инде хәҙер ҡайҙа барырға тип баш вата Зәлифә. Урыҫ телендә йүнләп һөйләшә белмәһә лә, урамда ваҡтөйәк һатып ултырыусы әбейҙәр янына килеп, фатирға индереүселәр булмаҫмы икән, тип һорашырға башы етә. Һәм уға Ленин урамында йәшәгән Башҡорт дәүләт университетында эшләп йөрөгән Людмила Олеговна исемле профессор ҡатынды табып бирешәләр. Зәлифә уға хәлен аңлатып, кеҫәһендәге йөҙ һум аҡсаһын түләп, бер аҙанаға шунда урынлаша. Хужабикә уны наҡыҫ ҡына итеп булһа ла киске аш ашата. Ул үҙе рус теле уҡытыусыһы икән. Зәлифәнең рус теле аҡһауын аңлап, был йәһәттән мәле сыҡҡан һайын уға ярҙам да итеп тора ул. Бер аҙнаға тип кенә инһә лә ул был ҡатында ике йыл самаһы йәшәй. Үкенескә күрә, Эәлифә Өфө сәнғәт институтына түләүле бүлеккә генә үтә. Тик ауылға ҡайтып китергә теләмәй. Нисек тә булһа әлегә ошонда төпләнергә ҡарар итә. Башта кафела һауыт-һаба йыуыусы булып эшләй. Артабан бер нисә ай радиола эшлэп ала. Тик эш хаҡы аҙ булғас, унда оҙаҡ тотҡарланмай. Ҡыҫҡаһы, һайланып тормай Зәлифә, ниндәй эш тура килә, шунда урынлаша. Тәүге йылда иҙән йыуырға ла тура килә уға. Шул саҡтарҙа таныш артистар осрһа, бик уңайһыҙ була ине, ти ул. Эшләп тапҡан һәр тинен тәләфләмәй йыйып, банкта иҫәп асып, йыйылған аҡсаһын шунда һала бара тырыш ҡыҙ.

Һаумы, Өфө!
Күңелле студент йылдары тиҙ үк үтеп китә. Торабара Сибайҙағы тормош та ҡәнәғәтләндермәй башлай тиктормаҫ Зәлифәне. Күңеле Өфөгә тартылып тик тора. Сәнғәт институына уҡырға инеү була уның теләге. Туған тейешлерәк бер ҡыҙ ҡасандыр үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән саҡта уға, Өфөгә юлың төшһә, беҙҙә туҡталырһың, тип адресын ҡалдыра. Улар бер фатирҙа нисәлер ҡыҙ бергәләп аренда хаҡын түләп тора икән. Зәлифә иһә оҙаҡ уйлап тормай, көндәрҙән-бер көндө йыйына ла төнгө поезд менән Өфөгә юллана. Тик баш ҡалала кем генә һине ҡолас йәйеп ҡаршы алып торһон инде?! Теге ҡыҙҙар янына барып урынлашыуын-урынлаша ла бит, ике көн үткәс, кискеһен генә арып-талып ҡайтып ингән Зәлифәне унда йәшәгән уҫал ғына ҡыҙҙарҙың береһе: “Һаман да бында йөрөйһөңме ни әле, һәр кем үҙ ауылдашын йәшәп торорға саҡыра башлаһа, ҡайҙа китә ул?!” тип урамға ҡыуып сығара. Нисәмә йылдар буйына хыялында йөрөткән Өфөлә бындай хәлгә тарырмын тип уйламаған ҡыҙ балаға сумкаһын алып был фатирҙан сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Кис еткән... Кеҫәһендә йөҙ һум ғына аҡсаһы бар... Инде хәҙер ҡайҙа барырға тип баш вата Зәлифә. Урыҫ телендә йүнләп һөйләшә белмәһә лә, урамда ваҡтөйәк һатып ултырыусы әбейҙәр янына килеп, фатирға индереүселәр булмаҫмы икән, тип һорашырға башы етә. Һәм уға Ленин урамында йәшәгән Башҡорт дәүләт университетында эшләп йөрөгән Людмила Олеговна исемле профессор ҡатынды табып бирешәләр. Зәлифә уға хәлен аңлатып, кеҫәһендәге йөҙ һум аҡсаһын түләп, бер аҙанаға шунда урынлаша. Хужабикә уны наҡыҫ ҡына итеп булһа ла киске аш ашата. Ул үҙе рус теле уҡытыусыһы икән. Зәлифәнең рус теле аҡһауын аңлап, был йәһәттән мәле сыҡҡан һайын уға ярҙам да итеп тора ул. Бер аҙнаға тип кенә инһә лә ул был ҡатында ике йыл самаһы йәшәй. Үкенескә күрә, Эәлифә Өфө сәнғәт институтына түләүле бүлеккә генә үтә. Тик ауылға ҡайтып китергә теләмәй. Нисек тә булһа әлегә ошонда төпләнергә ҡарар итә. Башта кафела һауыт-һаба йыуыусы булып эшләй. Артабан бер нисә ай радиола эшлэп ала. Тик эш хаҡы аҙ булғас, унда оҙаҡ тотҡарланмай. Ҡыҫҡаһы, һайланып тормай Зәлифә, ниндәй эш тура килә, шунда урынлаша. Тәүге йылда иҙән йыуырға ла тура килә уға. Шул саҡтарҙа таныш артистар осрһа, бик уңайһыҙ була ине, ти ул. Эшләп тапҡан һәр тинен тәләфләмәй йыйып, банкта иҫәп асып, йыйылған аҡсаһын шунда һала бара тырыш ҡыҙ.
Читайте нас: