Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2020, 11:35

Ҡәйнә әсәй була аламы?

Тулғаҡ ғазаптары кисереп яҡты донъяға тыуҙырған, үҫтергәнсе төн йоҡоларынан ҡалған әсәй ҙә, һинең өсөн күп ваҡыт өнһөҙ-тынһыҙ ғына борсолған атай ҙа берәү генә була...

Яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан бер әхирәтем менән туйҙарынан һуң һөйләшеп ултырғанда: “Иреңдең туғандарына үҙең теләгәнсә-белгәнсә өндәшәһеңме? Әллә улар әйткәнсә-талап иткәнсәме?” – тип ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы. “Ҡайны, ҡәйнә тип әйтәм. Ниңә?” – тим аптырап. Баҡһаң, килендәренә тормош иптәшенең яҡындары никах уҡытып кейәү йортона алып ҡайтыу менән үк, ҡәйнәңә – әсәй, ҡайныңа – атай тип әйт, тип ныҡыша башлағандар икән. “Үҙемдең ата-әсәйем иҫән-һау килеш, күрәләтә нисек башҡа кешеләргә шулай тип өндәшәйем?” – тип ҡыҫымға ала башлағастар ҡаршы төштөм. Тулғаҡ ғазаптары кисереп яҡты донъяға тыуҙырған, үҫтергәнсе төн йоҡоларынан ҡалған әсәй ҙә, һинең өсөн күп ваҡыт өнһөҙ-тынһыҙ ғына борсолған атай ҙа берәү генә була бит...”
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй. Ҡәйнә әсәй була аламы? Әллә ҡәйнә менән килен араһын яҡынайтыр өсөн эшләнеләме йә иһә мин-минлеккә барыуҙың бер алымы был? Ошо хаҡта “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева ла үҙ фекерен еткерҙе.
Башҡорт телендә туғанлыҡ атамалары иҫ китмәле күп һәм төрлө. Халыҡта исем менән генә өндәшеү булмаған, һәр аҡ туғанлыҡ атамаһы менән ҡуша әйтелгән. Салауат абзый (бер туған), Юлай ағай (бер туған түгел), Таңбикә һылыу (йәки һеңлем, туғаным), Алмагөл апай, Солтан ҡустым (мыртый, мырҙа, энекәш) һәм башҡалар. Ошолайтып әйтеү менән туғанлыҡ бәйләнеше билдәле була, хатта һорап тороу ҙа кәрәкмәй.
Ә инде тәғәйен һорауға килгәндә, күҙ алдына килтерәйек.
Мин командировкала икәнмен һәм бығаса таныш булмаған ғаилә сәйгә алып ҡайтты ти.
- Әсәй, сәй әҙер, - тип саҡыра ҡыҙ кеше.
- Шулай еткән ҡыҙыңбармы ни?
-Юҡ, киленем.
- Ә ни эшләп "Әсәй" тей?
-Әллә инде, бик ныҡышҡас, әйт тинем дә ҡуйҙым. Үҙемдең дә хатта ғына "бейем" тип әйттергем килә ине.
- Үҙ әсәһе бармы?
-Бар. Хатта һәйбәт ҡоҙағыйыбыҙ бар.
-Уға кем тип өндәшә?
- Әсәй, ти.
Шул саҡ бүлмәгә йәш матур ир килеп инә.
-Һаумыһыҙыҙ" Әсәй, ни эшләп ҡунаҡ алып ҡайтам, тип әйтмәнең? Киленең аш һалыр ине.
... Ир кеше лә, ҡатын кеше лә "Әсәй" тип өндәшкәс,ағалы-һеңлеле кеүек килеп сыға түгелме? Ярай, мин өлкән кеше һораштым... Ә балалар үҫкәс: "Өләсәйебеҙ кемдең әсәһе ул?" - тип аптырамаҫмы? Башҡорттар балаларына бәләкәй саҡтан уҡ туғанлыҡ атамаларын өйрәткәндәр. Килен ҡайны йортона төшкән саҡта уҡ. еңгәләре, ауыҙына май ҡаптырып: "Йомшаҡ телле бул, ҡайным, тип өндәш", тип, бал ҡаптырып: " Татлы телле бул, бейем (ҡәйнәм) тип өндәш" - тип ҡаршылағандар..
Егерме йылдан ашыу мәктәптәрҙә уҡытылған "Тормош һабаҡтары"ның 5-се класс өсөн дәреслегендә "Туғанлыҡ атамалары" тигән айырым тема бар ине.
Халҡыбыҙҙың ғәжәп матур йолаһына хилаф килтәрмәһәк ине. Кешенең әсәһе лә, атаһы ла берәү генә була. Атайыңдай, әсәйеңдәй яҡын күрәһең икән, бик һәйбәт, әммә һәр нәмәнең үҙ атамаһы бар.
Ысынлап та, беҙҙең милләттә борон-борондан туғанлыҡ атамалары йәшәп килгән. Әммә әлеге лә баяғы кемдеңдер башбаштаҡланып бутап маташыуы арҡаһында йәштәр күптәрен
белмәйҙәр. Әйҙәгеҙ, башҡорт теле һүҙлектәренә ингән ир һәм ҡатын туғандарының атамаларын иҫкә төшөрөп китәйек.
Ҡайны – ирҙең атаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың атаһы (иренә ҡарата).
Ҡәйнә – ирҙең әсәһе (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың әсәһе (иренә ҡарата).
Ҡайнаға – ирҙең ағаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың оло ағаһы (иренә ҡарата).
Ҡәйенбикә – ирҙең атаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың апаһы (иренә ҡарата).
Ҡәйенйеңгә – ҡатындың еңгәһе (иренә ҡарата).
Ҡәйенһеңле – ирҙең һеңлеһе (ҡатынына ҡарата).
Ҡәйнеш – ирҙең ҡустыһы(ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың ҡустыһы (иренә ҡарата).
Балдыҙ – ҡатындың һеңлеһе.
Бикәс – ирҙең һеңлеһе.
Бажа – апалы-һеңлеле ҡатындарҙың ирҙәре (бер-береһенә ҡарата).
Килен – улдың йәки эненең ҡатыны.
Кейәү – ҡыҙ йәки һеңле тейеш ҡатын-ҡыҙҙың ире.
Күреүебеҙсә, иҫтә ҡалдырыуы әллә ни ауыр ҙа түгел кеүек. Шулай үҙебеҙсә, башҡортса дөрөҫ итеп өндәшһәк туғандар араһында аңлашмаусанлыҡтар ҙа тыумаҫ. Ә теге әхирәтем иһә барыһы алдында ауыҙ тултырып: “Ҡайным, ҡәйнәм!” – тип әйтә торғас, башта ҡырын ҡарап йөрөгәндәр-йөрөгәндәр ҙә, күнгәндәр, ти. Уҫаллығы, сәмселлеге лә бар инде үҙендә. Хәйер, шулай булмаһа көтөүҙән аҙашып ҡалып сит ҡурала икенсе кәзәне имеп йөрөгән бәрәс хәлендә булыр ине әтеү.
Сулпан ВИЛДАНОВА.
Читайте нас: