Ғүмер буйы иҙән йыуып та йөрөп булмай, косметика һатыуҙың да әллә ни клеме юҡ. Бер мәлде, төрлө иғландар буйынса эҙләп йөрөп тә йүнле эш таба алмағас, Зәлифә юл ыңғайы колхоз баҙарына инеп сығырға була. Бәлки, бында һатыусылар крәктер тип, урамдағы павильондар буйлап йөрөп һораша башлай ул. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына... “Миңә кәрәк”, – ти индәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуып, әле генә һатыусыһын эштән ебәргән әрмән кешеһе. Көнөнә йөҙ һум һәм һатҡан һәр бер аяҡ кейеме өсөн иллешәр һум өҫтәп түләйәсәк тип килешәләр. Кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел таба белгән Зәлифәгә һатыу эше бик еңел бирелә. Етмәһә башҡортсалап өндәшкәс, барыһы ла уның янына килә икән. Эше бешә Зәлифәнең. Ярты көн эсендә ун пар аяҡ кейеме һатып, биш йөҙ һум аҡса эшләп ҡайта ул. Был хәлдән һуң баҙарҙа байтаҡ ҡына һатыу итә әле. Ә үҙе күңеле менән һиҙеп йөрөй: тиҙҙән тормошонда ниндәйҙер ҙур үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Зәлифә былай ҙа матур, бөхтә кейенә, ә инде аҡсаны ла мул ғына эшләгәс, киләсәктә кәрәк буласаҡ тип күп итеп сифатлы кейемдәр һатып алып ҡуя. Уға барыһы ла һоҡланып ҡарай. Бында ла “беҙҙең йондоҙобоҙ” тип кенә йөрөтәләр уны. Һәм көндәрҙән-бер көндө Мәжит Ғафури исемендә театрҙа эшләгән билдәле генә танышы: “Бер һәйбәт кенә эш килеп сығып тора әле, туғаным, театрға килеп кит әле”, тип шылтырата. Зәлифә күңеле менән шуны һиҙә: бөгөн уның баҙарҙағы һуңғы эш көнө! Һәм ысынлап та шулай булып сыға. Әлбиттә, бындай ҙа шәп һатыусыны юғалтҡыһы килмәгән әрмән кешеһе уны ебәрергә теләмәй, тик Зәлифәнең уйы етди икәнлеген күргәс, күпме генә тырышһа ла, уны артабан бында ҡалдырып булмаясағын аңлай.