Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июль 2020, 12:10

Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо

Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошоЙәғни бар хикмәт үҙең була белеүҙә“Мин ябай ғына хужабикә бит…”Өфө районының Дорогино ауылына юлым төштө әле... Инстаграмда үҙенең ихласлығы, тәбиғилеге менән әсир иткән, көн дә иртән берәй мәҙәк хәл һөйләп, йә кемде лә булһа эләкләп көлдөргән блогер Миләүшәгә китеп барам... Аҙна-ун көн элек үк уның менән танышып, журналға мәҡәлә яҙырға теләгәнемде белдергәс: “Нимә генә һөйләрмен инде, мин ябай ғына хужабикә бит, – тиеберәк икеләнһә лә, – килеп күреп ҡайтығыҙ һуң”, – тип бик ихласлап саҡырғайны. Бына бөгөн Иглин ҡасабаһына юлланыусы маршрут автобусына ултырҙым да, ике ай самаһы элек, кәйефһеҙ мәлемдә, инстадонъяла үҙен башҡорт хужабикәһе тип танытҡан Миләүшәнең сәхифәһенә инеп, күңелде күтәреп сығырға тәҡдим иткән әхирәтемә шылтыратып: “Дорогиноға китеп барам әле... Миләүшәгә...” ‒ тинем. “Белгән булһам, үҙем машина менән алып барыр инем, минең дә уның менән танышҡым киләсе”, ‒ тип бер аҙ үпкәләп тә алды ул. Хәйер, инстаграмда билдәлелек яулаған Миләүшә менән бик күптәр танышырға теләй торғандыр. Шуға ла бөгөн “Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо” тигән атама аҫтында блог алып барып, тиҙ арала бик күп яҙылыусылар йыйған хәтәр шәп замандашыбыҙ хаҡында яҙырға булдым. Туҡталышта мине Миләүшәнең тормош иптәше Альберт ҡаршы алды. Ул төҙөлөш менән шөғөлләнә икән. Өйҙәре автобус туҡтаған урындан әллә ни алыҫ та түгел. ”Был урамдағы йорттарҙың барыһын да беҙ төҙөнөк тиергә лә мөмкин, әле бына үҙебеҙгә тип яңы өй һалып ятҡан саҡ”, ‒ тип хужа кеше мине ҡапҡаларына тиклем илтеп ҡуйҙы ла, эш урынына ашыҡты. Ишек алдында Миләүшә үҙе ҡаршы алды. “Рәхим итегеҙ, ана, ҡыҙыбыҙ ҙа өйҙә, кәбеҫтә бәлеше бешерҙем, хәҙер тәмләп сәй эсербеҙ”, ‒ тип күркәм йорттарына әйҙүкләне нурлы йөҙлө хужабикә. Ысынлап та, шәп икән дә һуң Миләүшә! Хан һарайы һымаҡ ҙур, әммә шул уҡ ваҡытта ыҡсым ғына өйҙәре ялт итеп тора! Бәлештең тәмле еҫе таралған. Сәсенә килешле генә прическа ла яһаған бөгөн. Хәйер, юлда саҡта уҡ уның инстагрмға ҡуйған мәрәкәһен ҡарап, имиджын бер аҙ үҙгәртеүенә иғтибар иткәйнем инде.Дауамы журналдың июнь һанында

Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо
Йәғни бар хикмәт үҙең була белеүҙә
“Мин ябай ғына хужабикә бит…”
Өфө районының Дорогино ауылына юлым төштө әле... Инстаграмда үҙенең ихласлығы, тәбиғилеге менән әсир иткән, көн дә иртән берәй мәҙәк хәл һөйләп, йә кемде лә булһа эләкләп көлдөргән блогер Миләүшәгә китеп барам... Аҙна-ун көн элек үк уның менән танышып, журналға мәҡәлә яҙырға теләгәнемде белдергәс: “Нимә генә һөйләрмен инде, мин ябай ғына хужабикә бит, – тиеберәк икеләнһә лә, – килеп күреп ҡайтығыҙ һуң”, – тип бик ихласлап саҡырғайны. Бына бөгөн Иглин ҡасабаһына юлланыусы маршрут автобусына ултырҙым да, ике ай самаһы элек, кәйефһеҙ мәлемдә, инстадонъяла үҙен башҡорт хужабикәһе тип танытҡан Миләүшәнең сәхифәһенә инеп, күңелде күтәреп сығырға тәҡдим иткән әхирәтемә шылтыратып: “Дорогиноға китеп барам әле... Миләүшәгә...” ‒ тинем. “Белгән булһам, үҙем машина менән алып барыр инем, минең дә уның менән танышҡым киләсе”, ‒ тип бер аҙ үпкәләп тә алды ул. Хәйер, инстаграмда билдәлелек яулаған Миләүшә менән бик күптәр танышырға теләй торғандыр. Шуға ла бөгөн “Гламур булмаған башҡорт ҡыҙының гламур булмаған тормошо” тигән атама аҫтында блог алып барып, тиҙ арала бик күп яҙылыусылар йыйған хәтәр шәп замандашыбыҙ хаҡында яҙырға булдым. Туҡталышта мине Миләүшәнең тормош иптәше Альберт ҡаршы алды. Ул төҙөлөш менән шөғөлләнә икән. Өйҙәре автобус туҡтаған урындан әллә ни алыҫ та түгел. ”Был урамдағы йорттарҙың барыһын да беҙ төҙөнөк тиергә лә мөмкин, әле бына үҙебеҙгә тип яңы өй һалып ятҡан саҡ”, ‒ тип хужа кеше мине ҡапҡаларына тиклем илтеп ҡуйҙы ла, эш урынына ашыҡты. Ишек алдында Миләүшә үҙе ҡаршы алды. “Рәхим итегеҙ, ана, ҡыҙыбыҙ ҙа өйҙә, кәбеҫтә бәлеше бешерҙем, хәҙер тәмләп сәй эсербеҙ”, ‒ тип күркәм йорттарына әйҙүкләне нурлы йөҙлө хужабикә. Ысынлап та, шәп икән дә һуң Миләүшә! Хан һарайы һымаҡ ҙур, әммә шул уҡ ваҡытта ыҡсым ғына өйҙәре ялт итеп тора! Бәлештең тәмле еҫе таралған. Сәсенә килешле генә прическа ла яһаған бөгөн. Хәйер, юлда саҡта уҡ уның инстагрмға ҡуйған мәрәкәһен ҡарап, имиджын бер аҙ үҙгәртеүенә иғтибар иткәйнем инде.
Дауамы журналдың июнь һанында
Читайте нас: