Ҡатын-ҡыҙҙың һәр саҡ йәш һәм матур булып ҡалғыһы килә. Бөгөнгө геройыбыҙ беҙгә ана шул хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе булдыҡлы замандаштарыбыҙҙың береһе. Һеҙ тышлыҡта күргән сибәркәй – Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә урынлашҡан бик күркәм матурлыҡ салоны хужабикәһе Гөлназ Гәрәева. Бөгөн ниндәй ҙә булһа өлкәлә бизнес асып берәүҙе лә аптыратыу мөмкин түгел, матурлыҡ салондары ла аҙым һайын, тиеүселәр табылыр. Шулай ҙа Гөлназдың салонына килеүселәр бында еңел-елпелеккә урын булмауын, иҫ киткес серле, тыныс, арбағыс мөхит хөкөм һөрөүен тойор, ихтирамлы мөнәсәбәт күреп ҡыуаныр, күңел ләззәте кисерер. Ундағы аура үҙе үк хужа кешенең юғары зауыҡлы, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан һәм шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле булыуы хаҡында һөйләр... Хәйер, салон хаҡында бәйән итерҙән алда Гөлназдың үҙе менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ әле. Ундағы аҡыл һәм тырышлыҡ, тормошҡа, тирәйүндәгеләргә булған мөхәббәт, маҡсатҡа ынтылышлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта иҫ киткес һөймәлекле ябай ҡатын-ҡыҙ булып ҡала белеү һәләте берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.