Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ. Коронавирус инфекцияһы бөгөнгө хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрҙе – күп ойошмаларҙа ҡыҫҡартыуҙар менән күңелгә шом һалалар. Был осраҡта үҙебеҙҙең хоҡуҡтарҙы белеү насар булмаҫ. Мәҫәлән, ҡайһы ваҡыт етәкселәр ҡыҫҡартыу хаҡында белдерә лә эштән ебәрергә теләп, ғариза яҙырға, имза ҡуйыуҙы талап итә Был законға ярашлы түгел. Әгәр һеҙ эштән китергә уйламаһағыҙ, бер ваҡытта ла бер нәмәгә лә имза ҡуймағыҙ.
Шулай уҡ эш хаҡы һаҡланмаған килеш мәжбүр отпускыға ебәреү ҙә законға ярашлы түгел. Һеҙҙең ставканы ҡыҫҡартырға теләйҙәр икән, был закон буйынса эшләнергә тейеш – рәсми белдереү ҡағыҙы һәм эштән киткән түләнә торған пособие түләнеү зарур.
Предприятие директоры штатты ҡыҫҡартыу хаҡында приказ яҙа. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 179-сы статьяһына ярашлы, тәү сиратта ҡыҫҡартыуға хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм квалификацияһы түбән эшселәр эләгә. Ундайҙар күп булған осраҡта өҫтөнлөк түбәндәге хеҙмәткәрҙәргә бирелә: - ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгәндәргә;
- ғаиләне тәьмин итерҙәй башҡа кеше булмағанда;
- эш урынында йәрәхәтләнгән йәки һөнәри ауырыу алғандарға;
- инвалидтарға, һуғыш ветерандарына;
- эш биреүсе йүнәлтмәһе буйынса производствонан китмәйенсә квалификацияһын күтәргән хеҙмәткәрҙәргә.
Эштән ебәреүҙәре хаҡында һеҙҙе ике ай алдан яҙма рәүештә иҫкәртергә тейештәр. Был осраҡта эш биреүсе башҡа вакант урындарын тәҡдим итергә бурыслы. Әгәр риза булһағыҙ (бары һеҙҙең ризалыҡ менән) етәксе менән килешеп, алдағы уртаса ике айлыҡ эш хаҡын алып, иртәгәһенә үк эштән китә алаһығыҙ. Мәҫәлән, Алмас магазинда өлкән һатыусы булып эшләй һәм айына 30 мең һум эш хаҡы ала. 15 апрелдә уға вазифаһын ҡыҫҡартыу хаҡында яҙма тотторҙолар. Магазинда келәтсе вазифаһы ла бар, әммә уның эш хаҡы 20 мең һум. Был осраҡта Алмасдың ошондай хоҡуғы бар: Ғәҙәттәгесә 15 июнгә тиклем эшләргә, аҙаҡ пособие алып, эштән китергә, Етәксе менән һөйләшеп, 60 мең һум аҡса алып, (ике ай өсөн уртаса эш хаҡы) һуңынан хеҙмәт биржаһына баҫырға, Келәтсе булып күсергә һәм шунда эшен дауам итергә. Һуңғы эш көнөндә һеҙгә хеҙмәт кенәгәһе бирелергә тейеш. Унда эштән китеүҙең сәбәбе яҙыла, бөтә тейешле эш хаҡы, алынмаған отпуск өсөн компенсация, уртаса эш хаҡы күләмендә пособие бирелә. Эшһеҙлек буйынса иҫәпкә тороп та, яңы хеҙмәт урыны таба алмаһығыҙ, бындай пособиены өсәүҙе алырға хоҡуғығыҙ бар.
Кемде эштән ебәрергә ярамай?
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһы хеҙмәт килешеүен өҙөүҙе тыя:
- өс йәшкә тиклем бала тәрбиәләгәндәрҙе;
- 14 йәшкә йәки 18 йәшкә тиклем инвалид
бала тәрбиәләгән яңғыҙ әсәләрҙе;
- өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән һәм ғаиләлә атай-әсәйҙең береһе эшләмәгәндә.
Әлбиттә, ошондай шарттарҙа бындай хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ебәрергә мөмкин:
- хеҙмәткәр ғәфү ителмәҫлек сәбәптәр менән үҙенең бурысын үтәмәһә, тәртип боҙһа, эш урынына эсеп килһә, коммерция серен асһа, урлашһа...
Ауырлы ҡатындар буйынса ла нескәлектәр бар.
Закон, хеҙмәт килешеүе ваҡыты сыҡһа ла, уларҙы ҡыҫҡартыуҙы йәки эштән ебәреүҙе тыя. Предприятие улар бала тапҡансы килешеүҙе оҙонайтырға бурыслы. Әгәр сабый көткән ҡатын икенсе кеше урынына эшләп торһа, уны ебәрергә мөмкин. Был хаҡта Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһында яҙылған.