... Тирә-яҡҡа ҡыҙыл шәфәҡ төштө, ҡояш байый.Йәйге кис булыуына ҡарамаҫтан һалҡынайтып та ҡуйҙы. Тик йылға ярында яңғыҙ ғына ултырыусы сал сәсле ир генә шәфәҡ нурына ла, һалҡынға ла иғтибар итмәне, хатта эңер төшөүен абайламаны ла шикелле ул. Ара-тирә йылғаға ҡулына эләккән ташты алып ата ла тағы тын ҡала. Ә йылға... аға бирә. Уның сылтыраған тауышы ирҙең мейеһен ҡуҙғыта, уйҙарына ҡушыла ,,һуңланым, һуңланым,һуңланым....,,
Ер өҫтөн ҡара төн япты, ә ир ҡуҙғалырға уйламаны ла. Төн ҡараңғылығындай ирҙең уйҙары ла ҡараңғы, ауыр. Болотло төндә болот араһынан күренеп киткән ай нурылай тормошоноң яҡты көндәре иҫенә төшәлер инде, ир һүрән генә йылмайып ҡуя. Нисә йылдар ауылына ҡайтҡаны юҡ ине уның. Әле лә ҡайтып ҡына күңеле болоҡһоуын баҫырға ла кире китергә ине иҫәбе.
...Әсәй, әсәкәйем... Мин ҡайтырға тейеш инем бит... Һис юғында хәлемде белгертеп сәләм ебәрергә тейеш инем... Һине,. мин аяҡтан йыҡҡанмындыр инде ул, күпме хәсрәт килтерҙем мин һиңә...
Бар ине шул уның да бәхетле саҡтары...
Теле телгә йоҡмай ниҙер һөйләп иптәштәрен көлдөрөп тороусы Вилнурҙы Гүзәл, үҙе лә һиҙмәҫтән, ситтән генә күҙәтә башланы.Яңыраҡ ҡына Өфөнән күсеп ҡайтыусы был егет уларҙың класында уҡый ине, әсәһе лә шул мәктәптә уҡыта. Нисек бығаса иғтибар итмәне икән – яҙынҡы маңлай, күпереп торған ҡуйы ҡара сәс, мыҡты, төҙ кәүҙә – асыҡ, аҡ йөҙлө Вилнурҙы иптәштәренән бөтөнләй айырып тора. Өҫтәүенә йор һүҙле, алсаҡ, бейергә, йырларға ярата. ,,Айырым иғтибарҙа икәне күренеп тора, шуның өсөн дә һәр саҡ йәштәр уртаһында икән,, - уйҙарына бирелгән Гүзәл һаман да егеткә төбәлеп торған икән, Вилнурҙың тауышынан тертләп китте.
-Ниңә ныҡ ҡарайһың, күҙ тейҙерәһең бит?
Оялышынан ни эшләргә белмәй Гүзәл уға үпкәле -асыулы ҡарашын ташланы ла ситкәрәк шылып баҫты.
-Ҡара-ҡара, әллә һеркәһе һыу ҙа күтәрмәй инде? Үпкәләне түгелме?
Егеттең һөйләнә-һөйләнә үҙенә табан ыңғайлауын күргән ҡыҙ шәп-шәп атлап китеп тә барҙы.
-Бынағайыш... – тигән аптыраулы һүҙ генә ҡыуып етте уны.
Ошо көндән Гүзәл Вилнурҙың күҙенә салынмаҫҡа, ул булған урындан ҡасырға тырышты. Вилнур, киреһенсә, уға тап булырға ғына тырышып торҙо.
Бер көн үҙҙәренең ҡапҡаһы төбөндә тороусы Вилнурҙы күреп тағы баҙаны, мәктәптә бергә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ,, һаумыһығыҙ,, тине лә урап инеп китмәксе булды.
-Гүзәл, ниңә ҡасаһың? – Вилнур уны эләктереп алды, - минең һиңә әйтер һүҙҙәрем бар, - ҡолаҡ остарына тиклем ут булып янған Гүзәлде үҙенә бороп күҙҙәренә ҡараны ла, - бына мине лә ҡаушаттың, алма бит, әйтер һүҙҙәремде лә оноттом, - тип йылмайҙы.
Айырылмаҫ дуҫҡа әйләнде улар. Араға керергә теләңселәр ҙә күп ине, бигерәк тә Руслан, тик Вилнурҙан шөрләйҙәр ине.
...Һәм бына көтөлмәгән бәлә...
Их, Гүзәл, ниңә мендең һин беҙҙең янға? Беҙ, бәлки яғалашыр ҙа туҡтар инек, бәлки... үҙебеҙ ҡолар инек. Һиңә ҡарата әйтелгән бер генә насар һүҙҙе лә күтәрә алмай инем бит мин...
...Һине иҫән, тиҙәр... бәхетле, тиҙәр... Ә минең һине эҙләп табырға, ғәфү үтенергә лә көсөм етмәне, бөтә донъяға асыулы тере мәйет инем мин...
-Бөгөн ниңәлер һуңланы, - ишек асылған тауышты ишетеп, Гүзәл кухняға аш йылытырға ашыҡты. Бына Сәғит уның янына килеп сыҡты, тик элеккесә шаярып та алманы, шым ғына ашарға ултырҙы.
- Бөгөн мин һинең класташыңды күрҙем.
- Кемеһен?
- Әйтһәм дә ышанмаҫһың, Вилнурҙы...
Гүзәлдең ҡулынан ҡалағы төшөп китте. Ап- аҡ булған ҡатынын Сәғит тынысландырырға ашыҡты:
- Мин уға һинең турала бөтөнләй өндәшмәнем. Әммә саҡырҙым, ул килергә булды. Һинең был ҡалала йәшәүеңде ул ҡайҙан белһен? Белгән булһа, моғайын, эҙләп табыр ине. Беләһеңме, мин уны нисек таныным – фотоһы буйынса. Танышырға булдым, күп һаташтың бит һин уның менән, ҡыҙыҡһындым. Ғүмер буйы мине ҡыҫырыҡлап күңел түреңде биләгән кешене яҡындан беләһем килде, - шупда ул ҡатынының ҡолап барыуын аңғарып, уны тотоп алды, - Гүзәл, ни булды, Гүзәл?
Теләйһеңме, мин уға шылтыратам, килмәһен?
-Һин, бәлки, яңылышҡанһыңдыр? – бер аҙ тынысланғас, өмөт менән иренә ҡараны Гүзәл, - ул, иҫән булһа, мине эҙләп табыр ине?...
- Уны бутау мөмкин түгел, бер күреү менән иҫтә ҡала торған кеше, уның килмәүе хәйерлерәктер ҙә, бәлки...
- 18 йыл...
- Эҙләмәүенең сәбәптәре лә булғандыр инде, тиген түгелдер. Яҡшы кешегә оҡшаған былай. Ярай, мин ,, килмә,, - тип шылтыратайым әле.
- Юҡ, - тине Гүзәл ашығып, - мине уны һыңар күҙ менән булһа ла күрәһем килә...
Үпкәләмә, Сәғит, уны яратҡандан түгел...
- Ни хәлдә лә мин аңларға тырышырмын, унан тағы был донъяны өсмөйөштән тора тиҙәр, түгелме, - тип Гүзәлен күкрәгенә ҡыҫып тынысландырырға тырышты Сөғит.
Нисек өҫтәл әҙерләне, нисек йүнәтелде - Гүзәл аңларлыҡ хәлдә түгел ине, ул бөтә эштәрҙе лә робот хәлендә башҡарҙы. Шул арала үҙендә Сәғиттең һынамсыл ҡарашын тойҙо, юҡ, яңылыша Сәғит, ул инде уны бер кемгә лә алыштырмаясаҡ, Вилнур бары уның йәшлеге, ул уның хәләленә тиңләшә лә алмай, ул уны иң ауыр саҡтарҙа ташлап ҡасты...
Бына көткән сәғәт килеп етте. Ишек ҡыңғырауы шылтырауға Сәғит ҡатынына тағы ла бер ҡараш ташланы ла ишек асырға йүнәлде. Гүзәл нисек тә үҙен ҡулға алырға, Вилнурҙы синыфташ итеп кенә ҡабул итергә уйланы. Күҙ йәштәрен йәһәтләп ҡоротто ла ишеккә арты менән боролоп тынысланып алырға булды.
-Әйҙә, Вилнур, түрҙән уҙ. Гүзәл, минең ҡунағым килде, ҡаршы ал, - тип Сәғит ҡунаҡты түргә әйҙүкләне.
- Гүзәл албырғамаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа ныҡлап уйлағайны инде. Ул, боролоп:
- Һаумы, класташ, - тип иҫе китеп, һушһыҙ булып торған иргә ҡулын һуҙҙы.
- Гүзәл???... – Вилнурҙың тауышы ҡалтырап, теҙ быуындары бөгөлөп китте.
- Ниңә үлгән тип уйлағайныңмы әллә? Бына 18 йыл үтте, алдыңда баҫып торам.
- Ғәфү ит мине, Гүзәл... ғәфү итә алһаң?...
- Кәрәкмәй, ғәфү үтенмә... Яҙмыш ҡушыуылыр... Бына ирем, Сәғитем, мин уға бик рәхмәтлемен. Ике улыбыҙ бар, шулар минең өсөн үҙе ҙур бәхет. Ә һин түрҙән уҙ, һөйләшеп ултырырбыҙ, беҙҙең бит хәтерләр иҫтәлектәребеҙ күп. Сәғит, ҡунағыңды түр бүләмәгә үткәр.
Бүлмәгә үткәс, Вилнурҙың күҙенә иң беренсе ҙурайтылып рамдарға ҡуйылған фотолар салынды. Бына Сәғит менән Гүзәлдең туй фотолары – ниндәй ған. Һәм... Гүзәл менән йәнәшә ул үҙе тора. Бөтәһе лә матурҙар, бөтәһе лә бәхетлеләр. Их, йәшлек...
- Һине Сәғит шул фото буйынса таныған, - тине кухнянан аш сығарып килеүсе Гүзәл, Вилнурҙың синыфташтар фотоһына текәлеп тороуын күреп, - һин артыҡ үҙгәрмәгәнһең, тик... сәстәрең генә үтә иртә салланған. Әйҙәгеҙ, өҫтәл артына.
Йә, Вилнур, һөйләп ебәр, ҡайҙарҙа юғалып йөрөнөң? Әсәйеңде лә ерләшергә ҡайта алмағанһың икән. Хәйер, ул һинең ҡайҙалығыңды белмәй ҡаңғырып йәшәгән, тиҙәр.
- Оят инде миңә... Аҡланырлыҡ бер сәбәп тә юҡ... Әсәйем эҙләп тапҡас та иҫемә килә алманым.Уға- ,,мин иҫән, ҡайғырма, эҙләмә, тип кенә яуап яҙҙым да... бөттө.Әле лә ҡайтырға ла кире китергә уйлағайным. Самолётҡа билет алған ерҙән кире уйлап ошо ҡалала эш эҙләп ҡарарға, Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китмәҫкә булдым. Фәрит ағайым да китәм тигәс, бик борсолоп тороп ҡалғайны.
- Эйе, мин ауылға ҡайтҡанда уны ла, Зөләйха апайҙы ла күреп китә торған инем... Бик ҙур борсоуҙарға һалдың һин уларҙы...
- Теге ваҡиғанан һуң әллә нишләнем мин, әйтерһең эстә бер нәмә өҙөлдө...Стресмелер, оҙайлы деприссиямылыр – белмәйем... Тормошом мәғәнәһеҙгә әйләнде. Бер яҡтан бәхетем булды, Хоҙай мине эскенән араланы.Эшләнем дә эшләнем... Ҡайтырға ла уйлап ҡуйғыланым, тик күҙ алдына бура башындағы ваҡиғалар килде лә баҫты, килде лә баҫты...Әлдә һин һауыҡҡанһың, әлдә һин бәхетлеһең – мин шуға ҡыуанам.
- Рәхмәт, үҙең өйләнмәнеңме һуң?
- Юҡ, мине бит ,,Хикмәт,,- тип кенә йөрөттөләр, күрәһең, кешеләргә сөйер күренгәнмендер...
Вилнур һуң ғына ҡайтырға сыҡты. Тыныс ине ул, күкрәгендә йөрөткән ауыр таш онталып юҡҡа сыҡты, күкрәген тултырып төнгө һауаны һуланы ла үҙен оҙатырға сыҡҡан Сәғиттең ҡулын бирҙе:
- Рәхмәт һиңә, Гүзәл өсөн дә, бөгөнгө саҡырыуың өсөн дә.
- Килеп йөрө, - тине Сәғит уның ҡулын ҡыҫып, - Гүзәлде бит билдәһеҙлек иҙә ине, хәҙер артыҡ борсолмаҫ.
Сәғит ҡунағын оҙатты ла өйгә инде.
-Йә,- тине ул, өҫтәл йыйыштырып йөрөүсе ҡатынын иркәләп, - ҡәнәғәт булдыңмы?
Ҡатыны уға һыйынды һәм иренең күҙҙәренә иркәләнеп кенә ҡарап:
- Минең дә һиңә сюрпризым бар, ,, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, - тип йылмайҙы.
- Йә, йә.
- Аллаһы тәғәлә беҙгә тағы ла бер малай бүләк итмәксе.
- О-Һо- һо, тик ниңә ҡыҙ түгел, һин бит ҡыҙ теләгәйнең?
- Һинең нәҫелеңде арттырырға булдым, ер йөҙөндә яҡшы кешееләр күберәк булыр, - тине Гүзәл һәм иренең йөҙөнә сыҡҡан шатлығын күреп үҙе лә сикһеҙ ҡыуанды.
,,Вилнур дөрөҫ әйтә, бик пар килгән бәхетле парҙар беҙ, - тип уйлап ул иренә нығыраҡ һыйынды, - эй. Хоҙайым, ошо бәхетемдән айырма мине."
Вилнур менән Сәғит, икеһе ике цехта эшләгәнлектән, һирәк осрашалар ине.
Бөгөн Сәғит уны ашханала көтөп алды. Күрешкәндән һуң:
- Бөгөн эштән һуң беҙгә барып сыҡ, - тип ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Үҙ эсенә бикләнеп, уйҙары менән генә йәшәп өйрәнгән Вилнурҙың икеләнеүен күреп:
- Кире ҡағыу ҡабул ителмәй, мин һине эштән һуң көтөп торам, - тип цехына ашыҡты.
Килеп квартираға инеү менән, эстә һөйләшкән - көлөшкән ҡатын-ҡыҙ тауыштарын ишетеп, Вилнур тағы ла яйһыҙланып китте,Сәғиткә аптырап ҡарап:
- Һеҙҙә ҡунаҡтар бар, ахырыһы, ҡайһылай уңайһыҙ булды, - тине.
- Минең һеңлем ул, бер туған, ун кешеләй бар инде үҙе бер шаулай башлаһа, - тине лә Сәғит ҡунағын түргә әйҙүкләне.
- Бына беҙ ҡайтып та еттек, ә һеҙ беҙҙе ишетмәйһегеҙ ҙә.- Сәғит өҫтәл әҙерләп йөрөүсе ҡатыны менән һеңлеһен ҡосаҡлап яратты ла, - Вилнур, таныш бул. Минең һеңлем – Зөлфиә, - тип ҡунағы менән һеңлеһен таныштырҙы.
Зөлфиә уға ҡулын бирҙе лә:
- Еңгәй, ысынлап та класташың берҙә үҙгәрмәгән, - тип еңгәһенә боролоп йылмайҙы.
Асыҡ, алсаҡ, тиктормаҫ Зөлфиә Вилнурға уйҙары менән бер минут та яңғыҙ ҡалырға ирек бирмәне, хатта Вилнур Гүзәлдең ауырлы икәнлеген дә ҡайтыр саҡта ғына аңғарҙы.Һуңынан улар Зөлфиә менән икеһе бергә ҡайтырға сыҡты.
Уларҙы оҙатып ингән Сәғит:
- Их, беҙ уйлағанса булып өйләнешһендәр ине, Зөлфиәгә лә бит хәҙер 27 йәш, - тине, ә Гүзәл:
- Борсолма, улар бер-береһен таптылар инде, моғайын, Вилнур уны ҡулынан ысҡындырмаҫ, - тигәс, көлөп:
- Кем белә, бәлки, Зөлфиә ысҡындырмаҫ, - тип ҡатынын ҡосаҡлап алды, - минең кеүек.