Бер биҙрә айыртылған һөттө утҡа ҡуяһың да ҡайнап сығыр алдынан бер литр әсе ҡатыҡ һалып ебәрәһең. Май бешкәндән һуң ҡалған ҡаймаҡ һутын да өҫтәп ебәрһәң, эремсек йомшаҡ, татлы килеп сыға. Ошо массаны һыуы бөтөп, ҡыҙыл төҫ ингәнсе ҡайнатаһың. Уны һыуынан һарҡытып, бер аҙ киптергәс, һыйыр майы, тәменә ҡарап, шәкәр ҡомо ҡушып, йомғаҡтар яһайһың.